Был йортҡа әйләнеп тә ҡарамам тигәйнем, әллә ни эшләп, үҙем дә һиҙмәҫтән, боролдом бит шул яҡҡа. Белмәйем, әллә берәй тылсымлы көс әүрәтте, әллә яҙмыш...
Бынан ике йыл элек ошонан яй ғына үтеп бара инем, күрәм: мөһабәт бинаның парад ишеге төбөндә бер төркөм ир-ат йоҙроҡтарын болғай-болғай ҡысҡырыша, шаулаша. Элек шулай хөкүмәт йорто алдына теҙелеп сәйәси азатлыҡ, һүҙ ирке даулайҙар ине. Инде нимә етмәй икән быларға, тип эргәләренә барһам, ришүәтсе чиновниктарға ҡаршы пикет ойошторғандар икән.
– Ниңә ситтән генә күҙәтеп тораһың? – тип өндәште миңә пикетсыларҙың береһе. – ФСБ-нанмы әллә?
– Юҡ, мәктәптән. Физика уҡытыусыһы.
– Коррупционерҙарҙы яҡларға йыйынмайһыңдыр бит?
– Яҡлау түгел, мин уларҙы!.. – Яуабым ышаныслыраҡ булһын өсөн, Маяковскийса итеп: – Я волком бы выгрыз... коррупцияны! – тигәс, теге йылмайып ебәрҙе.
– Үҙебеҙҙең кеше икәнһең, әйҙә, беҙҙең менән! – Һәм миңә транспарант тотторҙо. Унда эре хәрефтәр менән «Коррупцияны тамырынан йолҡоп ташлайыҡ!» тип яҙылғайны. Бик дөрөҫ һүҙҙәр. Күптәрҙең күңеленә хуш килерлек. Президентыбыҙ ҙа, ана, гел шуны һөйләй.
Мин ирекле Рәсәй гражданына хас ғорурлыҡ менән, бөгөнгө көндә бик актуаль яңғыраған лозунгыны күтәреп, чиновниктарҙың тәҙрә төбөнә үк барып баҫтым. Ләкин хакимиәт вәкилдәре тәҙрәгә ҡапланып уны уҡыу түгел, бүлмәләренән танауҙарын да күрһәтмәне. Асыуым сығып:
– Ришүәт алыусыларға оят! Бөтһөн коррупция! – тип ҡысҡырғайным, ике әзмәүер ике яғымдан эләктереп тә алды, милиция машинаһына индереп тә ултыртты.
– Банкетҡа! – тип мыҫҡыллап көлдө егеттәр.
Улар мине киң бүлмәлә ултырған ҙур погонлы, ҡап ҡорһаҡлы кеше алдына килтереп баҫтырҙы. Уныһы иномарка фараһындай ҡыҙыл күҙҙәре менән миңә сәнсеп ҡараны ла:
– Ызначит, – тине, – һеҙ беҙҙең стабильный йәмғиәтебеҙҙе ҡаҡшатырға теләйһегеҙ?
– Ҡаҡшатырға түгел, нығытырға! – Мин ебеп төшмәнем. – Ана шуның өсөн тыныс пикет үткәрәбеҙ.
– Тыныс, ти! Беренсенән, һеҙ тауышланып коррупцияға ҡаршы көрәш комиссияһының эшенә ҡамасаулайһығыҙ. Икенсенән, властарҙың рәхсәтенән башҡа киң саралар үткәрергә хаҡығыҙ юҡ. Аңланыңмы, экстремист?!
– Аңламаһаң... Эй, егеттәр, аңлатығыҙ был аңраға!
Теге әзмәүерҙәр мине тимер ишек янына елтерәтеп килтерҙе лә ҡапыл туҡтап ҡалды.
– Бында бит, ағай, рәхәт түгел, – тине береһе, минең менән, ниһайәт, кешесә һөйләшеп.
– Бигерәк тә һеҙҙең йәштәге кешегә... – тип өҫтәне икенсеһе.
– Улай бик йәлләһәгеҙ, ҡайтарып ебәрегеҙ.
Тегеләр икеләнгәндәй итте:
– Ебәрер инек тә... Тәртип һаҡлаусыларға улай килешмәй.
– Мәсьәләнең мораль яғы бар.
Шул саҡ башыма ҡыйыу фекер килде:
– Мораль яғын үҙем күтәрәм. Меңәр һум етерме һеҙгә «за моральный ущерб»?
– Аҙыраҡ та инде, – тигәйне береһе, икенсеһе:
– Йә, ярай, бюджетникка ташлама булһын, – тине.
Егеттәр меңлектәрҙе кеҫәләренә сумдырҙы ла:
– Ҡара уны, ағай, башҡаса теге йорт янында буталып йөрөмә, – тип дуҫтарса кәңәш биреп, мине оҙатып ҡалды.
Икенсе көндө мәктәпкә килеү менән директор саҡыртып алды.
– Тейешле органдарҙың сигналдары нигеҙендә мин һеҙҙе эштән ебәрергә мәжбүрмен, – тине ул рәсми тауыш менән. – Ғариза яҙып китһәгеҙ, үҙегеҙгә яҡшыраҡ булыр.
Шулай итеп, мине «үҙ теләгем менән» мәктәптән ҡыуҙылар. Эшкә алыуҙарын һорап бер нисә урынға ғариза яҙып ҡараным. Әммә бушҡа ғына. «Беҙгә экстремист кәрәкмәй!» – тип гелән кире борҙолар.
Ике йыл буйы эшкә урынлаша алмай ҡаңғырҙым. Был ваҡыт эсендә әллә нисә түрәне коррупцияла ғәйепләп, вазифаларынан бушаттылар. Тик улар төрмәгә лә ябылманы, Себергә лә һөрөлмәне. Мәскәүгә
китеп, оторо бейек урынға менеп ҡунаҡланылар. Ә мин иһә тыуған еремдә һаман эшһеҙ йөрөйөм...
Әле бына шуны уйлап, теге матур йорт янынан үтеп бара инем, ғәжәп күренешкә тап булдым. Дипломаттар, портфелдәр тотҡан эшем эйәләре ожмах ҡапҡаһындай киң ишектән бер инеп тә бер сығып, әле унда, әле бында тыз-быз йүгерешә. Дуст һипкәс, ҡайҙа барып бәрелергә белмәй сапҡан тараҡандар шикелле.
Улар араһында Килмәт синыфташымды күргәс, һорамайынса түҙмәнем. Былтыр ул бында дворник булып урынлашҡайны, белмәй тормаҫ.
– Нимә, класташ, әллә һеҙҙә лә МЧС күнекмәләр үткәрәме?
– Күнекмә, тиһең. Ысын тревога! Яңы хужа иҫке хужаның командаһын туҙҙыра. Бәй, һин ишетмәнеңме ни? – Килмәт миңә ғәжәпһенеп ҡараны. – Элекке хужа тарафынан коррупцияла ғәйепләнеп, эшенән ҡыуылған Сейбешкәнов әфәнде башлыҡ булып ҡайтты лаһа. Хәҙер ул әшнәләрен яңынан үҙ янына йыя.
– Сеү, ауыҙыңды үлсәп ас! Бөгөнгө сәйәси телдә банда, шайка, кландар «команда» тип атала. Әле как раз командаларҙың алмашынған сағы.
– Ә һин тоҡсай күтәреп ҡайҙа киттең?
– Мин бит элекке хужа командаһынан. Отставкаға сыҡтым, – тине лә Килмәт ҡара тоҡсайын сисеп ебәрҙе. – Ә был минең фирменный эш ҡоралым.
Тоҡсай эсендә синтетик һепертке күргәс, көлөп ебәрҙем:
– Урам һепереүселәрҙең дә командаларға бүленгәнен белмәй инем әле.
– Белмәһәң, бел. – Шаярыу ҡайғыһы юҡ ине Килмәттә. – Мине бында урынлаштырған дәрәжә эйәһе менән бергә үҙем теләп ғариза яҙҙым. Мин эш табырмын, тик бына уға йәнә власть алмашынғанын, йәғни иҫке команданың яңынан хакимиәткә килгәнен көтөргә ҡала инде. Әйткәндәй, һин үҙең ҡайҙа тир түгәһең әле?
Хәлемде һөйләп биргәс, синыфташтың йөҙө асылды.
– Лайыҡлы алмаш! – тип, миңә һеперткеһен һондо. – Бар хәҙер үк минең урынға!
– Нисек? Мин улар командаһында түгел дәһә.
– Ә һин, элекке режим ҡорбанымын, тип әйт.
Ысынлап та, урыҫ әйткәндәй, чем чёрт не шутит. Һеперткене сәскә кеүек ҡәҙерләп тоттом да, мәрмәр баҫҡыстан атлап, индем ожмах һарайына. Инеү менән ике яҡтан ике эшем эйәһе – әйтерһең, Нөнкир менән Мөнкир! – береһенән-береһе уҙҙырып, һорау яуҙырырға тотондо:
Мин уларҙың бөтә һорауына ла сатнатып яуап бирҙем.
– Халҡыбыҙ көтөп алған яңы хакимиәткә тоғро хеҙмәт итергә теләйем! – тигәс, тегеләрҙең ауыҙҙары ҡолаҡ артына етте.
– Бөгөнгө инновация һәм нанотехнология заманында физика закондарын белгән эспитсиәлистәр бик кәрәк беҙгә, – тигән вердикт сығарҙылар ахырҙа. – Һеҙҙе яңыса һепереүсе вазифаһын башҡарыусы, йәғни «и.о. нанодворника» итеп алабыҙ.
Бына шулай мин мәртәбәле ерҙә эшләй башланым. Хеҙмәтемде шул тиклем яратып башҡарам, ҡалабыҙҙың иң матур бинаһы янында бер бөртөк сүп күрмәҫһең!
Әйткәндәй, был мөһим йорттоң бүлмәләре яңы чиновниктар менән тулды. Бер генә буш ултырғыс та ҡалманы. Йылы урынға ултырыусылар араһында элекке эшкинмәгән эшем эйәләре лә юҡ түгел. Ҡайһы береһе сүп-сар урынына ла тормаҫлыҡ хатта. Эх, мин әйтәм, шуларҙы тимер һепертке менән һепереп осорорға!
Юҡ, юҡ, зинһар, дөрөҫ аңлағыҙ. Мин был һүҙҙәрҙе кеше ишетерлек итеп ҡысҡырып әйтмәйем. Бары тик шулай тип уйлайым ғына. Ә уйлау – ул әлеге йәмғиәтте емерергә саҡырыу, тигән һүҙ түгел. Тимәк, бик ныҡ теләһәң дә, мине экстремизмда ғәйепләп булмай.
Шулай, йәмәғәт, мин хәҙер экстремист түгел. Мин хәҙер яңыса һепереүсе!