Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
20 Август 2019, 19:03

Диета (Юмореска)

Хеҙмәттәшебеҙ Рәзинә Зәйнетдинованың юморескаһын тәҡдим итәбеҙ! Сәмиғулла ҡарттың әбейе ҡапыл ауырып китте. Иртә таңдан ҡара кискә тиклем тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ йәйге мәшәҡәттәрҙе үҙе генә йырып сыға алмаҫын аңлап, ҡаланан тыуған яҡтарына бик һирәк кенә ҡайтыусы кинйә ҡыҙын ҡайтартты. Ҡыҙының Америка тауыҡтарыныҡы кеүек ҡабарған арт һынын, һимеҙ балтырҙарын, һөйләшкән һайын кәзә һаҡалы кеүек һелкенеп-һелкенеп тороусы өс ҡатлы эйәген, үҙенән алда килеп инеүсе кәпәйгән ҡорһаҡты күреп утыҙ бишкә еткәнсе ниңә һаман яңғыҙ йөрөүенең сәбәбен аңланы.

Сәмиғулла ҡарттың әбейе ҡапыл ауырып китте. Иртә таңдан ҡара кискә тиклем тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ йәйге мәшәҡәттәрҙе үҙе генә йырып сыға алмаҫын аңлап, ҡаланан тыуған яҡтарына бик һирәк кенә ҡайтыусы кинйә ҡыҙын ҡайтартты. Ҡыҙының Америка тауыҡтарыныҡы кеүек ҡабарған арт һынын, һимеҙ балтырҙарын, һөйләшкән һайын кәзә һаҡалы кеүек һелкенеп-һелкенеп тороусы өс ҡатлы эйәген, үҙенән алда килеп инеүсе кәпәйгән ҡорһаҡты күреп утыҙ бишкә еткәнсе ниңә һаман яңғыҙ йөрөүенең сәбәбен аңланы. Торғаны бер умарта күсе бит кинйәкәйе!

Яңыраҡ Төркиәлә йыл самаһы уҡып ҡайтҡан күршеһенең малайы: “Унда беҙҙән ял итергә ҡатын-ҡыҙҙар хәтәр күп йөрөй. Тырнаҡ, керпек йәбештереп матур күренергә тырышһалар ҙа, кәүҙәләренең бөтөн ерен ҡаплап барған целлюлиттан ҡотолоп килергә оноталар. Купальникта ғына диңгеҙ ярҙарында ятҡан был йомшаҡҡайҙар яңы ғына һыуҙан сығып йылы ҡояш нурҙары аҫтында ирәйеп аунаған диңгеҙ бесәйҙәрен хәтерләтәләр”, –тигәне хәтеренә төшөп, кәүҙәһе йоп-йомро шар кеүек була башлаған ғәзизе өсөн уфтанып ҡуйҙы.

Элек бит бик һирәктәр генә кәүҙә ауырлығынан йонсой ине. Совет заманында магазин кәштәләренең яртыһы бушлыҡтан түгел, моғайын, эш, хәрәкәт күп булғанлыҡтандыр. Ҡара халыҡтарҙың аҙым һайын һатылған ҡамыр аштары ла беҙҙең гүзәл заттарҙы ялҡауға әйләндерә. Хәҙер, ана, ҡала ерҙәрендә өйҙә ултырғаны ла шуларҙан һатып алып ҡына туҡланыуҙы хуп күрә. Үҙеңдең ҡул йылыһы менән бергә күңел йылыһы ла ҡушып бешергән аш-һыуға етәме ни улар?! Ҡатын-ҡыҙ бешеренгәнсе әллә күпме хәрәкәт итә, еҫенән үк туйып, һуңынан ул хәтлем ашай ҙа алмай. Ә былай, туйһа ла, аҡсаһы түләнгән, иҫкерә, тип йәлләп, теге бахыр ҡорһаҡты тултыра ла тултыра. Һуңынан, мине береһе лә яратмай, иремдең һөйәркәһе бар, йә бөтөнләй ташлап китте тип бәләһен һала башлай, ир заттарын аҙғынлыҡта, елғыуарлыҡта ғәйепләй... Күҙ менән яратыу уларҙың булмышында булғас ҡалайтаһың инде?

Ә ата-әсәһе олоғайғас ҡына тыуған, ағай-апайҙары ҡурсаулығында иркә үҫкән Гөлиәгә, әлбиттә, эш бик һирәк тейҙе. Еткән ҡыҙ булып, мәктәпте тамамлар ваҡытта ла һаман көнөнә бер нисә ҡабат утын индерергә, һауыт-һаба йыуырға ҡушһалар ҙа ыңғыраша-ыңғыраша ғына тороп китә ине. Юғары уҡыу йортон тамамлап, баш ҡалалағы ҙур ғына бер банкка эшкә төшкәс, ауыл яғына юлды бөтөнләй тиерлек онотто. Компьютер артында ғына ултырып эшләгән, ялдарында ла көнө буйы урынында аунап телевизор ҡарауҙан, йоҡлауҙан башҡаны белмәгән һылыуҡай үҙенә өҫтәлгән беренсе ун килограмдар өсөн генә башта борсолдо. Ә хәҙер үҙенән көлөргә маташыусыларҙы: “Һәйбәт кеше елле булырға тейеш”, – тип кенә ауыҙҙарын яба.

Тиҙ генә сараһын күрмәгәндә, кинйәкәйенең шәхси тормошо ғына түгел, һаулығы ла булмаясағын аңлаған зирәк Сәмиғулла ҡарт шул көндән үк эшкә тотондо. Әлбиттә, ғүмеренең яртыһына тиклем һомғол кәүҙә – сәләмәтлек тураһында уйламаған кешене, кәңәш менән дә, әрләп тә үҙгәртеп булмаясағын аңлап, тәрбиәнең икенсе юлын һайланы. Дарвиндың: “Кеше маймылдан яралған, бары тик хеҙмәт арҡаһында ғына улар бер-береһенән айырыла башлаған”, – тигән тәғлимәте менән килешмәһәң дә, был фекерҙең дөрөҫ яҡтары ла барлығын Гөлиә ише кешеләр аңғарта ла инде.

Әбейен аҙна – ун көнгә тип кенә дауаханаға һалғанлыҡтан, уныһының сығырына бер нисә көн ҡалғас, барып хәлде аңлатты ҡарт. Шуға ла, өйөнә ҡайтып та тормаҫтан, тура бер айға шифаханаға китте тегенеһе.

...Һәр иртә таң һарыһынан тороп һыйыр һауып, уларҙы ҡыуып, күршеләрҙеке менән бергә быҙау, һарыҡ кеүек ваҡ малдарҙы сығарып, һөттө эшкәртеп, ҡош-ҡортто ашатып, урын-ереңде йыйғансы төш етә яҙа. Ә күп ваҡыт электр уты теге йәки был сәбәп менән һүндерелеп торғанлыҡтан, ут яғып сәйеңде ҡайнатҡансы иртәнге менән төшкө аш бергә була ла ҡуя. Ә картуф баҡсаһының бер осонан ҡый үләндәрен утап бөтөүгә, икенсе яғынан сыға башлай. Йәшелсә, емеш-еләк тә үҙенә иғтибар бүлгәнде, тәрбиәләгәнде ярата... Ҡалала саҡта табиптар яҙған дарыуҙарҙы эсеп тә ҡайһы ваҡытта йоҡоһоҙлоҡтан интеккән Гөлиә хәҙер башы нисек мендәргә тейгәнен иҫләмәй ҡала. Кисен ҡайтыр яҡҡа юлды онотоп йөрөгән быҙауҙы көн дә баҫтыра торғас тын юлдары ла иркенәйә башланы, элекке шикелле ҡыҙыу атлаһа ла шыбыр тиргә батмай. Кейеп ҡайтҡан салбары төшөп ҡала башлағас, элек ҡалдырып киткән бәләкәсәйгән кейемдәрен кейеп йөрөгән ҡыҙын күреп Сәмиғиулла ҡарт үҙенең тәрбиә-хәйләһе менән ҡәнәғәт. “Эшләгәнең кеше өсөн булһа, ябығыуың үҙең өсөн. Бер әҙәм рәтенә инеп алһаң, икенсе яртыңды ла тиҙерәк табырһың, беҙгә ейәндәр һөйөү бәхете лә оҙаҡ көттөрмәҫ, иншалла”, – тип мыйыҡ аҫтынан ғына көлә лә ҡуя.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.
Читайте нас: