Шоңҡар
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
9 Октябрь 2019, 13:36

Ялан тәпәй инерлек булһын

#Ауылым_мәҙәктәре Бер ағай мунса мейесе сығарта икән. Өй хужаһы мейес сығарыусыға: – Берүк ялан тәпәй инерлек итеп сығар, ҡусты, – тип үтенә икән. Мейес сығарыусы бер ни аңламай: – Нисек инде? – тип һораған.

Эт йыҡҡан апай
Мин бәләкәй булғас, миңә гел ҡош-ҡорт ҡарарға ҡушалар ине. Бөгөн дә өләсәйем:
– Балам, мин һөт айыртып алам, һин себештәргә ҡүҙ-ҡолаҡ бул әле, ризыҡтарын эт килеп ашамаһын. Һөттө айыртып бөткәс, үҙеңә ҡаймаҡтан ауыҙ иттерермен, – тине. Өләсәйемдең һуңғы һүҙҙәрен ишеткәс, шатланып риза булдым.
Ҡойма башына менеп ултырҙым да, тирә-яҡты күҙәтәм. Көйәнтәләп һыуға китеп барған Наилә апай миңә прәник биреп китте. Тәмлекәсте яйлап ҡына ашап ултырғанда, әллә ҡайҙан бер эт килеп тә сыҡты, ҡош- ҡорттоң ризығын ашай ҙа башланы.
– Өләсәй, өләсәй, эт килде, емде ашай, – тип әсе итеп ҡысҡырып ебәрҙем. Өләсәйем өйҙән атылып тигәндәй килеп сыҡты ла, эткә таяҡ бәрҙе. Эт 3айҙа барырға белмәй, ҡойма аша һыуҙан ҡайтып барған Наилә апай өҫтөнә һикерҙе. Наилә апай ергә йығылды, силәктәре тәгәрәп китте. Мин шул саҡ үҙем дә һиҙмәҫтән:
– Наилә апайҙы эт йыҡты, – тип һөрәнләнем.
Икенсе көндө атайым менән ат егеп, урманға сыҡтыҡ. Ҡаршы яҡ урамдан килгән Наилә апайҙы күргәс:
– Атай, ана эт йыҡҡан апай килә, – тип ҡысҡырып ебәрҙем. Атайым минең ауыҙымды бер ҡулы менән ҡапланы ла, атын ҡыҙыуыраҡ ҡыуа башланы.

Әсәйемдең танышы
Атайым менән район үҙәгенә барырға тип оло юл буйына сығып баҫтыҡ. Беҙҙең кеүек машина көтөп тороусы тағы бер нисә кеше бар ине.
Бер машина туҡтап, уларҙы алып киткәс:
– Атай, ни өсөн беҙҙе түгел, уларҙы алды ул? – тим.
– Улым, улар таныш булғандыр, күрәһең, – тине атайым.
– Атай, кисә әсәйем менән барғанда, беҙҙе бер ағай ултыртты, ул да әсәйемдең танышы булдымы икән ни? – тинем. Атайым миңә ҡарап алды ла бер һүҙ өндәшмәҫ булды.

Вәлиәхмәт ағайҙың мәҙәктәре

Малайҙар шуҡлығы
Вәлиәхмәт ағай ауылда берҙән-бер көнбағыш һатыусы кеше ине. Бала саҡта уларға барып, көнбағыш һатып алғаным әле лә хәтеремдә.
Байрам, һайлау көндәрендә ул ауыл клубында һатыу итә торғайны. Бер мәл көнбағыш тултырылған тоғон иҙәнгә ултыртып, аҡса эшләгән Вәлиәхмәт ағайҙы ауыл малайҙары ҡыҙыҡ итергә була. Клубтың иҙән аҫтына үтеп, тоҡтоң төбөн бәке менән яралар. Шунан йәшерен генә бөтә бала-сағаны көнбағыш менән һыйлай.
Вәлиәхмәт ағай һатып алыусы әҙ булһа ла, тоғо бушай барыуын абайлап ҡала. Күтәреп ҡараһа – тишек. Ни эшләһен, малайҙарға бармаҡ янай-янай ҙа, өйөнә ҡайтып китә.

Ҡорһаҡ ҡына...
Вәлиәхмәт ағай Ағиҙел буйында балыҡ ҡармаҡлап ултыра икән. Уның ярты көндән артыҡ ултырғанын күргән бер кеше:
– Вәлиәхмәт ағай, иртәнән бирле ултыраһың, туйманыңмы ни? – тигән.
– Ултырып туйҙым да ул, бына ул (ҡорһағына күрһәтеп) туйманы, – тип яуап биргән, ти.

Тоторбоҙ бурҙарҙы
Бер бригада фермаһынан таҡталар юғала икән. Колхоз рәйесе ферма ҡарауылсыһы Сафиулла ағайҙы саҡыртып ала.
– Сафиулла ағай, таҡта бурҙарын тоторға кәрәк, – ти икән.
Бер аҙ төшөрөп алған ҡарауылсы:
– Тоторбоҙ бурҙарҙы, – тип сығып киткән.
Ә таҡталар һаман юғала ла юғала. Шунан колхоз рәйесе төнөн үҙе һаҡҡа сыға. Сафиулла ағайҙың таҡталар күтәреп ҡайтып килеүен күреп ҡала. Бер ҡайта был, ике ҡайта, өс ҡайта. Өсөнсө ҡайтҡанында колхоз рәйесе ҡаршыһына килеп сыға ла:
– Тоттоҡмо бурҙарҙы? – ти.
Ҡарауылсы эләккәнен аңлап ала. Шунан хужа кеше уға шундай шарт ҡуя: өс ҡайтҡанды бер юлы кире илтеп ҡуя алһаң, бер нәмә лә булмай, эштән генә бушатылаһың, булдыра алмаһаң, закон менән яуап бирәсәкһең, ти. Сафиулла ағай нимә эшләһен, таҡталарҙың бөтәһендә күтәреп, кире урынына илтеп ҡуйырға мәжбүр була. Таҡталар ҙа башҡа юғалмай башлай.

Ялан тәпәй инерлек булһын
Бер ағай мунса мейесе сығарта икән. Өй хужаһы мейес сығарыусыға:
– Берүк ялан тәпәй инерлек итеп сығар, ҡусты, – тип үтенә икән. Мейес сығарыусы бер ни аңламай:
– Нисек инде? – тип һораған.
– Күршеләрем ялан тәпәй инә, беҙҙең дә шулай булһын. Кәлүш кейеп инеү ялҡытты, – тип аңлатҡан.
Мейес сығарыусы эштең нимәлә икәненә төшөнгәс, һыны ҡатҡансы көлгән. Иҙәндең һыуыҡлығы хужаның үҙәгенә үткән булған икән.

Риф ЙӨҘЛӨКБАЙ.