Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
31 Октябрь 2019, 17:00

Көлөп алайыҡ әле

- Өләсәй, ә ҡан тәмлеме ул? - ти ейәне.... - Мин ҡайҙан беләйем... - ти өләсәһе.. - Ә атайым, өләсәң вис ҡанымды эсеп бөттө, тине... - Атаңдың мейеһе юҡтыр ул.... - Әлбиттә, атайым әйтә, ул минең мейемде лә ашап бөттө ул, тине.

– Ҡәҙерлем, йыландар оҙаҡ йәшәйме ул?

– Нимә, ауырып киттеңме әллә?

**
Элек интернетта бик оҙаҡ ултыра инем. Туған көнгә планшет бүләк иткәс, мин хәҙер интернетта ятам!
**
Ҡәйнәмде Мысырға ебәрҙем – иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Күрәһең, ИГИЛсылар үҙҙәренеке тимәй...
**
Йыһанға осоу өсөн яҡынса 1 сәғәт ваҡыт кәрәк. Эшкә барып етеү өсөн – 1 сәғәт ярым...
**
Бер егет эш эҙләп килә.
– Рекомендацияғыҙ бармы?
– Бар, бына.
– "Был аҡыллы малай, уны эшкә алығыҙ". Был ниндәй хат?
– Әсәй яҙҙы.

**
– Ҡәҙерлем, һөйләшә алаһыңмы?

– Юҡ, бында роуминг, ҡыйбат.

– Улайһа тыңлап ҡына тор...
**
Икәү интернетта аралаша.
– Ниңә йоҡламайһың?

– Интернетта ултырам.
–Шәп икән. Ә мин ҡунаҡта.
– Оһо, ә кемдә?
– Һиндә.

– Ҡорт саҡҡыры! Онотҡанмын!
    **
    Тренер еңелгән боксерҙы тынысландыра.
    – Ярай инде, еңелдем тип... Ҡара, өсөнсө раунда беләһеңме һин уны нисек ҡурҡыттың? Үлтерҙем буғай тип саҡ рингтан сығып ҡасманы!
    **
    Гидрометроүҙәк тәҙрәләрен ҡойоп төшөргән ел уларға бөгөн көндөң ҡояшлы һәм аяҙ түгеллеген иҫбатларға теләй ине булһа кәрәк...
    **
    – Атай! Мин ҡасан өйгә үҙем теләгән ваҡытта ҡайта аласаҡмын ул?
    – Белмәйем, улым, үҙемдең дә ул йәшкә еткәнем юҡ әле.
    **
    – Был ҡатын-ҡыҙ бесәй менән бер.
    – Нимәгә улай тиһең?
    – Кисә ҡатын китәм тигәс,ишекте киң итеп асып ҡуйҙым. Сыҡмай! Япҡан инем, тағын китәм ти башланы.
    **
    Бер ҡатын классик шағирҙың йыйынтығын уҡып ултыра.
    – Ҡара әле, атаһы, бынауы оятһыҙ! Һин миңә йыл һайын туған көнгә яҙған шиғырҙарҙы йыйып китабында баҫтырған!
    **
    Бер һаранды һатыусы киҫәтә. Был колбаса осһоҙораҡ осһоҙлоғон... Тик соянан яһалған, зыянлы.
    – Зарар юҡ. Миңә ҡунаҡ табынына ҡуйырға ул.
    **
    Биш йәшлек ҡыҙ атаһына:
    – Атай, аҡса бирһәң, һин командировкала саҡта, әсәйҙең кем менән йоҡлауын әйтәм.
    – Мә! Әйт!
    – Минең менән!

    Читайте нас: