Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
3 Ноябрь 2019, 15:18

Ауыл мажаралары

Урман яғы ауылынан ялан яғына йәш килен төшкән. «Урман ҡыҙы бесән эшләй», – тип уйлағандар. Бер көндө киленде кәбән ҡойошорға алып киткәндәр һәм кәбән осларға мендергәндәр.Кәбән бейек кенә, матур осланған. Төшөргә тип, арҡан ташлағандар. Ә килен арҡандың осонан тотоп һикергән һәм кәбән төбөнә «туп» итеп ҡолаған. Бөтәһе лә, аптырап, киленгә уҡталған. Хоҙай аралаған – уға бер нәмә лә булмаған. Һикереп тороп, һыны ҡатҡансы көлгән, ти. Ысынында, килен арҡан менән төшә белмәгән, ғүмерендә тәүге тапҡыр кәбән ослаған икән. #Ауылмажаралары #Әкәмәт #Шоңҡаржурналы

Урман яғы ауылынан ялан яғына йәш килен төшкән. «Урман ҡыҙы бесән эшләй», – тип уйлағандар. Бер көндө киленде кәбән ҡойошорға алып киткәндәр һәм кәбән осларға мендергәндәр.

Кәбән бейек кенә, матур осланған. Төшөргә тип, арҡан ташлағандар. Ә килен арҡандың осонан тотоп һикергән һәм кәбән төбөнә «туп» итеп ҡолаған. Бөтәһе лә, аптырап, киленгә уҡталған. Хоҙай аралаған – уға бер нәмә лә булмаған. Һикереп тороп, һыны ҡатҡансы көлгән, ти. Ысынында, килен арҡан менән төшә белмәгән, ғүмерендә тәүге тапҡыр кәбән ослаған икән.

* * *

Йәш килен мыжыҡ иргә кейәүгә сыҡҡан. Эштән ҡайтһа, шулайт та былайт, тип теңкәһен ҡоротҡан, ти, ире.

Бер көндө: «Инде ни эшләргә?» – тип уйға ҡалған йәш ҡатын. Ире, атын егеп, ҡапҡанан сығып киткәс, ҡайтыуына ҡурҡытмаҡсы булған. Алам-һаламдан бисура эшләгән, уға үҙенең фуфайкаһын, салбарын кейҙергән, башына дебет шәлен ябындырып, ҡапҡа уртаһына һуҙып һалған. Ә үҙе һарай тишегенән күҙәтеп торған. Имеш, үлгән. Ир ҡапҡаны шар асып ҡайтып инһә, ундағы бисураны күреп, бик аптыраған. Атын туҡтатып, бисура эргәһенә килеп: «Ошо бисәләрҙең һыу мейелегенә аптырайым, баҡсаға ҡуйыр ҡарасҡыны юлға һалып китсәле», – тип һалдырған.


* * *

Ҡәйнәһе өйҙә юҡта, йәш килен ҡайныһына сәй эсермәксе булған. Сәй ҡайнағас, тәм-томдарҙы теҙеп, өҫтәлгә саҡырған.

Ҡайныһы, ҡулын йыуып, аяҡтарын өҫтәл аҫтына ҡайсылап ҡуйып, сәй эсергә тотонған.

Килен дә, үҙенә сәй яһап, аяҡтарын ҡайсылап тороп ҡайныһының ҡаршыһына ултырмаҡсы булған. Аяғын күтәреп, икенсе аяҡҡа һалайым тиһә, өҫтәл аҫтынан ҡайныһының аяғына типкән. Ҡайныһының аяғы иҙәнгә топ итеп төшкән.

Улар, ҡурҡып, аптырап, бер-береһенә тексәйгән, ти. Ҡайны йылмайып ҡуйған, килен дә көлөмһөрәгән.


* * *

Ялан яғынан бер кейәү урман яғында йәшәгән ҡайны менән ҡәйнәһенә ем алып килгән, күстәнәскә бер ярты ла алған. Емде бушатмайынса, кейәү менән ҡайны өйгә инеп, яртыны эсергә булған, ти. Яртыны өҫтәлгә ҡуйып, берҙе тотоп та өлгөрмәгәндәр, ҡәйнәһе: «Емде һыйыр ашай башланы», – тигәс, кейәү тышҡа сығып йүгергән. Ул, емде бушатып, эсергә тип инһә, ни күҙе менән күрһен, өҫтәлдә буш шешә тора, ти. Ә ҡәйнәһе, уҡлау тотоп, ҡайныһын туҡмай икән. Үҙе: «Ғорлаһынан тотоп эсте лә ҡуйҙы, мәскәй!» – тип һөйләнә, ти.

Ысынында, кейәү менән ҡартына эсермәҫ өсөн, араҡыны икенсе һауытҡа бушатып йәшергән, ти, ҡарсыҡ.


* * *

Эскән ир нимәгәлер ярһып ҡайтҡан да, бисәһенә бәйләнмәксе булып: «Һин шулай ҙа, мин былай», – тип һүҙ башлаған. Һиҙгер ҡатын, тиҙ генә тышҡа сығып: «Һыйыр тартыша!» – тип ҡысҡырған. Уны-быны уйламаған ир, кейенеп, ветврачҡа йүгергән.

Ауылдың икенсе осондағы мал табибын алып килгәнсе байтаҡ ваҡыт үткән. Ир ҙә айныған, ҡатын рәхәтләнеп йоҡоға талған. Мал да теүәл, бүре лә туҡ, тигәндәй, ысынында, һыйырға бер нәмә лә булмаған, иренең бәйләнеүенән ҡотолоу өсөн ҡатын алдашҡан.

Рита КИНЙӘЛБАЕВА.

Әбйәлил районы,

Ҡушый ауылы.
Читайте нас: