Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
10 Ноябрь 2019, 16:48

Ғорлаһынан тотоп эсте

#ӘкәмәтЯлан яғынан бер кейәү урман яғында йәшәгән ҡайны менән ҡәйнәһенә ем алып килгән, күстәнәскә бер ярты ла алған. Емде бушатмайынса, кейәү менән ҡайны өйгә инеп, яртыны эсергә булған, ти. Яртыны өҫтәлгә ҡуйып, берҙе тотоп та өлгөрмәгәндәр, ҡәйнәһе:... Дауамы:#Шоңҡаржурналы

* * *

Ялан яғынан бер кейәү урман яғында йәшәгән ҡайны менән ҡәйнәһенә ем алып килгән, күстәнәскә бер ярты ла алған. Емде бушатмайынса, кейәү менән ҡайны өйгә инеп, яртыны эсергә булған, ти. Яртыны өҫтәлгә ҡуйып, берҙе тотоп та өлгөрмәгәндәр, ҡәйнәһе: «Емде һыйыр ашай башланы», – тигәс, кейәү тышҡа сығып йүгергән. Ул, емде бушатып, эсергә тип инһә, ни күҙе менән күрһен, өҫтәлдә буш шешә тора, ти. Ә ҡәйнәһе, уҡлау тотоп, ҡайныһын туҡмай икән. Үҙе: «Ғорлаһынан тотоп эсте лә ҡуйҙы, мәскәй!» – тип һөйләнә, ти.

Ысынында, кейәү менән ҡартына эсермәҫ өсөн, араҡыны икенсе һауытҡа бушатып йәшергән, ти, ҡарсыҡ.


* * *

Эскән ир нимәгәлер ярһып ҡайтҡан да, бисәһенә бәйләнмәксе булып: «Һин шулай ҙа, мин былай», – тип һүҙ башлаған. Һиҙгер ҡатын, тиҙ генә тышҡа сығып: «Һыйыр тартыша!» – тип ҡысҡырған. Уны-быны уйламаған ир, кейенеп, ветврачҡа йүгергән.

Ауылдың икенсе осондағы мал табибын алып килгәнсе байтаҡ ваҡыт үткән. Ир ҙә айныған, ҡатын рәхәтләнеп йоҡоға талған. Мал да теүәл, бүре лә туҡ, тигәндәй, ысынында, һыйырға бер нәмә лә булмаған, иренең бәйләнеүенән ҡотолоу өсөн ҡатын алдашҡан.

Рита КИНЙӘЛБАЕВА.

Әбйәлил районы,

Ҡушый ауылы.