Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
20 Ноябрь 2019, 18:30

"Ну, как в России?"

Бер ваҡыт Әбйәлил районынан бер апам “гурыт”ҡа барған. Улар әйтмешләй, “гурыт” – Магнитогорск ҡалаһының халыҡ телендәге атамаһы. Элек-электән эргә-тирәләге район кешеләре бар йомошон шунда йомошлаған, май-ҡаймағын, емеш-еләген һатып донъя көткән, хәйер, әле лә шулай. Апа ла йәйҙең ҡыҙыу эш мәлендә баҙарға бер нәмә алырға килгәндер инде. Автобустан төшөп, йәһәтләп урам буйлап атлаған. Бар осраған кеше быға аптырап ҡарай икән, ауыл кешеһен тәүгә күрәләрме?... Бер йәш егет йүгереп килгән дә: “Ну, как в России?” – ти икән.

«Ну, как в России?»
Бер ваҡыт Әбйәлил районынан бер апам “гурыт”ҡа барған. Улар әйтмешләй, “гурыт” – Магнитогорск ҡалаһының халыҡ телендәге атамаһы. Элек-электән эргә-тирәләге район кешеләре бар йомошон шунда йомошлаған, май-ҡаймағын, емеш-еләген һатып донъя көткән, хәйер, әле лә шулай. Апа ла йәйҙең ҡыҙыу эш мәлендә баҙарға бер нәмә алырға килгәндер инде. Автобустан төшөп, йәһәтләп урам буйлап атлаған. Бар осраған кеше быға аптырап ҡарай икән, ауыл кешеһен тәүгә күрәләрме?... Бер йәш егет йүгереп килгән дә: “Ну, как в России?” – ти икән. Апа аптырап: “Хорошо”, — тип яуап биргән. Бесән эшләп ҡара янған былай ҙа ҡара апамды "негр" тип уйлағандар.

Айыу менән тәмәке тартҡан
Апамдың малай сағынан ҡалған мәҙәк.
Бер мәл бесән сабып йөрөгәндә, апам һаҙға инеп киткән, йәнәһе лә, хәжәтен үтәй. Ә ул һаҙға атай-әсәйҙән йәшенеп тәмәке көйрәтергә йөрөй икән. Был юлы эш уңмаған, янында ғына ҡыуаҡ араһында торған айыуҙы күреп сығып ҡасҡанын һиҙмәй ҙә ҡалған. Сыҡһа, ауыҙҙа тәмәке, ти. Хәҙер быны көлөп иҫләйһе ҡалды, ә ул ваҡытта апаға ҡаты ғына эләккән.
«Һинән алда ағаң бар әле»
Өлкәнерәк класта малайҙар бәҙрәф артында тәмәке тарта икән, түңәрәккә тороп, бер тәмәкене алмашлап көйрәтәләр. Мәктәп директоры былар янына ипләп кенә барған да, тартып торған малайҙың яурынынан ҡағып, миңә лә ҡалдыр, тигән. Апам директор икәнен абайламай: “Һинән алда ағаң бар әле”, — тигән ти.
Читайте нас: