Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
20 Ноябрь 2019, 20:05

Йомортҡа баҫҡан ир

Йәшәгән, ти, ир менән ҡатын. Татыу ғаилә матур ғына донъя көткән. Ғәҙәттәгессә, ир таң менән тороп эшкә, киткән ә ҡатыны уны һәр ваҡыттағыса йылмайып, уңышлы көн теләп оҙатып ҡалыр булған. Шулай бер көн, ҡатын таң менән ирен эшкә уята. Тегеһе теләр-теләмәҫ иҙәнгә һул аяғы баҫа, күрәһең – ғаиләлә һауыт-һаба шалтырауға был.- Етер минән! - тип тауыш ҡуптара ир.

Йәшәгән, ти, ир менән ҡатын. Татыу ғаилә матур ғына донъя көткән. Ғәҙәттәгессә, ир таң менән тороп эшкә, киткән ә ҡатыны уны һәр ваҡыттағыса йылмайып, уңышлы көн теләп оҙатып ҡалыр булған. Шулай бер көн, ҡатын таң менән ирен эшкә уята.
Тегеһе теләр-теләмәҫ иҙәнгә һул аяғы баҫа, күрәһең – ғаиләлә һауыт-һаба шалтырауға был.
- Етер минән! - тип тауыш ҡуптара ир. - Үҙең эшкә йөрө, ә мин өйҙә ултырып, әҙерәк ял итеп алам. Әтеү көн дә таң менән тор ҙа, яланға йүгер, ә һин йоҡо һимерт. Әйҙә, бөгөндән һин эшлә, ә мин төшкә ҡәҙәр йоклап, һуңынан өй эштәре менән булырмын.
– Һин – хужа, өйгә баш, һинең һүҙең закон, – ти ҙә ҡатын эшкә йыйына башлай. Йәһәт кенә иренең эш әйберҙәрен һалдырып, кейеп ала. Үҙенең алъяпҡысын иренә тоттора ла, өй эштәре менән таныштырғас, сығып та китә.
Ир бисәкәйен оҙатҡас, төшкә ҡәҙәр хырылдап йоҡлап ала. Ярты көн үтеүгә, оҙаҡ йоҡлауҙан иҫәңгерәп килеп тора.
"Был ни хәл, бисә юҡ, мин йоҡлап ятам” тип тәүҙә аптырай, һуңынан иртәнге ваҡиға иҫенә төшөп, эшкә тотонорға була. Ә эш етерлек: һауыт-һаба йыуыу, кер сайҡау, ҡош-ҡортто ҡарау, ашарға бешереү һәм башҡалар, һәм башҡалар. Етмәһә, аяҡ аҫтында буталып, баш ҡатырып бала йөрөй.
Нимәнән башларға белмәй бер аҙ аптырап торғандан һуң, кер йыуырға була. Кер йыуыу машинаһына һыу ҡойоп, порошогын һибеп, әйберҙәрҙе һала ла , ҡабыҙып ебәрә. “Үҙе өйрөлтә, йыуа, ҡош-ҡортто ҡарап инәйем”, - тип урамға сыға. Ем һибә лә, бәпкәләр ашағансы, тамаҡ әҙерләргә инеп китә. Ир йәнә аптырап ҡала. “Нимә бешерергә һуң? Картуфты әрсергә кәрәк – оҙаҡ. Йомортҡа ҡурырға мөмкин. Юҡ, йыйып индерергә кәрәк. Ә-ә, туҡмас әҙерләргә була. Тиҙ ҙә, еңел дә”. Кәстрүлгә һыу ҡойоп, туҡмас ташлай ҙа, керен ҡарарға китә. Машинаһын һүндереп, керен сығара башлай һәм... балаһы алдында барлыҡ матур һүҙҙәрен теҙеп һала. Аҡ күлдәктәр төрлө төҫкө инеп, хәрби комуфляжға әйләнгән. Аҡ простынялар ҙа йәйғор төҫөн алған. Бер аҙ шаңҡып торғандан һуң: “Матур булған да баһа, бер төрлө әйберҙәр ялҡытып та ебәргәйне”, - тип үҙ-үҙен тынысландырып, керҙәрен йәһәт кенә сайҡап, элеп тә ҡуя.
Ашарға бешереү менән дә эше барып сыҡмай. Уҡмашып йәбешкән туҡмасты һарҡытам тип, ашлы һыу биҙрәһенә төшөрөп ебәрә. Үкенеп торорға вакыт 'юҡ, биҙрәнән һөҙөп алып яңынан сайҡата ла, урам тултырып ҡытҡылдашҡан ҡош-ҡорт тауышын ишетеп, тышҡа атыла.
Йүгереп сыҡһа, бәпкәләрҙе, ҡоҙғон сүпләп бөткәйне инде. Тауыҡтан да йөндәре генә ҡалған.
Дөрөҫө, өй эше ир ҡулын үҙ итмәй. Тамам аптыраған ир башын ҡыҫа, арты ергә тартыла. Китабын йөкмәп, эргәһенә улы һыйына һәм һорауҙарын яуҙыра башлай:
- Атай, динозавыйҙал ҡайҙа йәшәй ул?
Башы ҡатҡан атаһы:
- Этем белһенме!
- Атай, ниңә беҙҙә гел йәй түгел?
- Этем белһенме!
- Атай, мин һине ҡаңғыйтаммы әллә?
- Юҡ, юҡ, улым, һора. Донъяның нисек яралғанын минән башҡа кем аңлатыр һиңә.
Улы бытырлауын дауам итә:
- Атай, мин бөгөн төш күйҙем. Йәнәһе лә, һин миңә бәләкәй генә шоколад алғанһың икән..
- Улым, бер минутҡа булһа ла ауыҙыңды ябып торһаң, төшөңә ҙур шоколад та керер.
- Атай, атай, әсәй ҡайтып килә!
Ир, ҡаймаҡ урлаған бесәйҙәй күҙҙәрен йылтыратып, һөйөклөһөн йылмайып ҡаршы ала.
- Шунан, атаһы, нисек, донъя көтөп булдымы?
- Тырыштым инде. Аҡ әйберҙәрҙе ағарта алмай этләнәһеңдер тип, мин уларҙы буяп элдем. Бәпкәләрҙе әсәләре менән бергә осорға өйрәттем...
Ҡатындың асыуынан ҡаштары йыйырыла.
- Улым, бар әле, йәһәт кенә тәрилкәләрҙе алып кил!
- Нимәгә улал, әсәй?
- Атайың менән һөйләшеп алырға кәрәк.
Ир бер минут аҡлана, бер сәғәт бисәһен тыңлай. Ҡатын ошо көнгә тиклем “ҡәҙерләп һаҡлап килгәндәрен” әйтеп бөткәс, иренең алдына бесән тултырылған кәрзин алып килеп ултырта. Ир үрелеп ҡараһа, кәрзин эсендә йомортҡалар тәгәрәшеп ята.
- Был тағы нимәгә?
- Бәпкәләрҙе әсәләре менән осорғанһың икән. Ултыр, үҙең баҫ!
Ирҙең күҙе дүрт була:
- Был бит минең эш түгел.
- Нисек һинең эш булмаһын? Ирҙәр эшенән баш тарттың, ҡатын-ҡыҙ эшен дә булдыра алманың. Тимәк, көнө буйы өйҙә йомортҡа баҫып ултырыу нәҡ һинең эш. Әйҙә, рәхим ит.
Теләһә ҡайһы бәхәстә лә һуңғы һүҙҙе ҡатын-ҡыҙ әйтә. Уның артынан ир-аттың берәй һүҙ ҡыҫтырыуы яңы бәхәстең башланып китеүен аңлата. Шуға ла ир, шым ғына, кәрзин өҫтөнә менеп ултыра.

Илшат Зарипов.

Читайте нас: