Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
23 Ғинуар 2020, 00:10

Ярҙамсы (Юмореска)

Гөлдәриә икенсегә әсәй булырға йыйына. Тәүгеһе малай. Уныһына дүрт йәш. Икенсеһен дә малай була, тинеләр. Хәҙер бит элекке кеүек, кем тыуыр, ҡасан тыуыр, тигән фараздар менән йәшәү бөттө. Япон аппараттары баланың кемгә оҡшап тыуырын да хатта билдәләй ала, тиҙәр. Ләкин әсә кешегә уныһы иң мөһиме лә түгел...Дауамы:

Гөлдәриә икенсегә әсәй булырға йыйына. Тәүгеһе малай. Уныһына дүрт йәш. Икенсеһен дә малай була, тинеләр. Хәҙер бит элекке кеүек, кем тыуыр, ҡасан тыуыр, тигән фараздар менән йәшәү бөттө. Япон аппараттары баланың кемгә оҡшап тыуырын да хатта билдәләй ала, тиҙәр. Ләкин әсә кешегә уныһы иң мөһиме лә түгел. Сабый имен-һау, бөтә ағзалары ла, аҡылы ла теүәл булһа – шул еткән.
Эштә Гөлдәриәнең әсәһенә тиңдәш Зөлфиә апай бар. Бигерәк хәстәрлекле кеше инде, рәхмәт яуғыры. Бына шул Зөлфиә апай, тәжрибәле кеше булараҡ, Гөлдәриәгә бер көн үҙенең кәңәштәрен бирергә булды:
– Тәүгең малай бит, быныһын мотлаҡ ҡыҙ итеп табырға тырыш… Малайҙарҙан ней файҙа? Уларҙы үҫтерәһең-үҫтерәһең дә, әллә ниндәй килен тоҙағына эләгеп китәләр ҙә баралар. Әйтерһең, шул бумала баш уны үҫтереп алған. Тапҡан аҡсаһының һәр тинен түкмәй-сәсмәй шул бисураға ғына алып ҡайтып бирә. Улар өсөн һин бар ней ҙә, юҡ ней.
Былтыр 8 мартҡа минең улым мыҫҡыл итеп, ялтлап торған тун алып килгән булды. Миңә нимәгә инде ул? Аҡсаһын ғына биреп ҡуймай! Уларҙы кем белһен, бәлки ҡәйнәһенә алған булғандыр ҙа, уныһы оҡшатмай, бигерәк арзан, йә ней, тип кәпризләнһә, миңә бата, тигәндәрҙер.
Ә ҡыҙҙар әсәйгә серҙәш тә, әхирәт тә була. Эштән ҡайтыуыңа сәй ҡайнатып, иҙәндәрҙе һепереп ҡуялар. Ҡайһылай шәп! Әҙерҙе ашап, эсеп ятыуҙарға бер ней етмәй ул! Шуға, һеңлем, мотлаҡ ҡыҙ ғына табырға тырыш, йәме! Ҡартайғас, үҙеңде бөтөнләй устарында ғына йөрөтөрҙәр, бына мин әйтте, тиерһең. Әнә, минең күрше Мәүлиә әбейҙең ҡыҙҙары гелән килеп, әсәләрен йыуындырып, сәсенә тиклем буяп, тырнаҡтарына тиклем киҫеп, донъяһын таҙалап, ҡаралты-маҙарын йыуып, үтекләп ҡайтып китәләр. Бер көн күршемде танымай ҙа торам, мәйтәм, йәшәреп, йөҙҙәре алланып ҡалған! Һәпрәһе ҡойолоп, аяғын саҡ һөйрәп, тишек биҙрәһен тотоп, сүп-сар түгергә сыҡҡанында ғына күрешеп тора торғайны. Әҙерәк кеше рәтенә ингәс, күршекәйем, йүгереп килеп тә ингән.
Ә малайҙарҙан һуң?.. Ит изгелек, көт яуызлыҡ ҡына… Һин әйт тә мин көй, тигәндәй…
Шулай матур кәңәштәрен биреп кенә ултырғанда, уны бүлдереп телефон шылтыраны. Зөлфиә апай трубканы алды:
–Әсәй?! Ниңә бында шылтыратаһың? Ҡайт, тиһеңме? Нишләп, сирләп киттеңме әллә, әсәкәйем? Ә, бөтәһе лә яҡшымы? Ниңә аҡса әрәм итеп шылтыратаһың һуң әтеү? Һағындыңмы ни? Юҡ шул, эштән ебәрмәйҙәр… Һуң, әсәй, яңыраҡ ҡына ҡайтып, өйөңдө йыуып киттем бит. Нимә? Уже уға өс йыл үттеме ни? Үтһә һуң! Мин дә бит бында ял итеп ятмайым, эшләп йөрөйөм. Донъям да, ғаиләм дә бар. Ауылда яныңда ғына ике ағайым, еңгәләрем бар. Еңгәләр үҙеңде яратып ҡына, тәрбиәләп кенә торалар ҙа баһаң! Һуң, әсәй, юҡ, әлегә ҡайта алмайым. Был отпускымда улым киленкәйем менән Төркиәгә алып барабыҙ тип торалар. Ялды ла әллә бирәләр, әллә юҡ бит әле. Мужыт бирмәҫтәр ҙә. Юҡ, бирмәйҙәр шул! Ваҡыт юҡ, әсәй, беҙҙең бында совещание… Ярай, һау бул, әсәй, мыжыма. Яңғыҙ түгелһең бит, үлһәң ней хәбәр итерҙәр, ҡайтырмын. Давай, бүтән минең ваҡытты алып, эшкә шылтыратма…
Һуңғы һүҙҙәренән һуң бөтөнләй буҙарынған Зөлфиә апай:
–Ҡайҙа туҡталғайным әле? –тип алан-йолан ҡаранды ла, кабинеттан сығып уҡ китте. Ә Гөлдәриә, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, бер нәмә лә аңламаған төҫ сығарып, ултырғысына иркенләберәк ултырҙы ла, бүлтәйеп сыҡҡан ҡорһағын һыйпап ҡуйҙы.
Читайте нас: