Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
19 Февраль 2020, 12:36

“Зыяратта нимә эшләйһең?”

#айгиз_баймухаметов#ҡыҙыҡ_был_тормошМ. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры менән Мәскәүгә барған инек.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры менән Мәскәүгә барған инек. Унда “Ҡалдырма, әсәй!” повесым буйынса режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған “Хыялға ҡаршы” спектаклен күрһәттек.
Тамашаға тиклем арыу ғына ваҡыт булғанға күрә, Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратына инеп сығырға булдым. Әйткәндәй, унда илебеҙҙең бик күп шөһрәтле шәхестәре һуңғы төйәген тапҡан. “Элиталы” зыярат тиҙәр уны. Дәүләт эшмәкәрҙәре Хрущев, Ельцин, йырсы Зыкина, актерҙар Никулин, Тихонов, Ульянов, Гурченко, әҙиптәр Фәзил Искәндәр, Владимир Маяковский, Николай Островский, Сергей Михалков һ.б. Уларҙан да бигерәк Башҡорт АССР-ының элекке етәксеһе Зыя Нуриев, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев хаҡында тарихи роман яҙған Степан Злобиндың яҡты рухы алдында баш эйеү ине иҫәбем. Шулай зыярат ҡылып йөрөгәндә режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев шылтырата:

- Йондоҙ, һин ҡайҙа йөрөйһөң ул? Беҙ һине юғалттыҡ... – Илсурҙың миңә шулай шаштырып “Йондоҙ” тип әйтә торған холҡо бар.

- Зыяратта...

- Яуапты ишеткәс, Илсур бер аҙға шымып ҡалды.Анда нимәңде юғалттың?

- Бында ятҡан кумирҙарымдың ҡәберен күрергә килгән инем.

- Ә-ә-ә... – Ул рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе. – Әллә һин унда үҙеңә урын ҡарап йөрөйһөңмө тип ҡот осто! Ярай, оҙаҡ йөрөмә. Тиҙҙән спектакль башлана.
Илсур Ҡаҙаҡбаев менән бергә илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә булырға тура килде. Уртаҡ ижад емешебеҙ булараҡ Өфөлә, Улан-Удэла, Ҡарағандыла спектаклдәребеҙ ҡуйылды. Талантлы кеше менән ҡайҙа ла йөрөү күңелле ул.
Читайте нас: