Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
20 Февраль 2020, 11:07

Отличник

#айгиз_баймухаметов#ҡыҙыҡ_был_тормош– Бына шулай ул. Әгәр гел “бишле”гә генә уҡыһаң, киләсәктә бөтә донъяны урап сығырһың әле. Отличниктарға уңыш йылмайып ҡына тора.

Отличник
Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән бер туған апайымдың улы күптән Мәскәүҙе күрергә хыяллана ине.
– Әгәр сиректе дүртһеҙ тамамлаһаң, алып барам, – тип үҙ шартымды ҡуйҙым. Самат ризалашты.
Яңы йыл алдынан ҡустымдың нисек уҡыуын белешер өсөн шылтыраттым:
– Шунан, был сиректә уңыштар бармы? Ниндәй билдәләр алдың?
– Ағай, исмаһам, бер “дүртле” лә юҡ, – тип яуапланы Самат.
Бындай хәбәр ишетеүгә шатлығымдың сиге булманы.
– Үәт, маладис! Үҙемдең ҡустым бит ул!.. Улай булғас, Мәскәүгә алып барам. Әйберҙәреңде йыя тор!
Шунда уҡ әсәһе менән һөйләшеп, кәрәкле документтарын да ебәрҙеләр. Иртәгәһенә вокзалға барып билет та һатып алдым.
...Бына беҙ ҡустым менән киң Мәскәү урамдары буйлап йөрөп ятабыҙ. Самат шатлығынан һикереп-һикереп ала. Аҙым һайын фотоға төшә. Ҡыҙыл майҙанға килеп еткәс, ул һоҡланыуынан бер аҙға тын ҡалды.
– Ошо урынды гел телевизорҙан күрһәтәләр бит! Дуҫтарыма шунда булдым тип һөйләһәм, ышанмай торорҙар әле... – тине ул, ауыҙы йырылып.
– Бына шулай ул. Әгәр гел “бишле”гә генә уҡыһаң, киләсәктә бөтә донъяны урап сығырһың әле. Отличниктарға уңыш йылмайып ҡына тора.
Был һүҙҙәрҙе әйткәндә туғаным өсөн ниндәйҙер шатлыҡ кисерә инем.
– Ә кем отличник һуң? – Саматтың аптырашлы ҡарашы миңә төбәлде.
– Бәй, кем булһын инде, һин! Үҙең әйттең бит!
– Мин улай тип әйтмәнем...
– Нис-се-ек? Исмаһам, бер “дүртле” лә юҡ тип һөйөнсөләгәнеңде оноттоңмо?
– Уныһы шулай... Физкультуранан һәм хеҙмәт дәресенән – “бишле”, ә ҡалғандары – “өслө”. “Дүртле”ләр сиреккә ысынлап та сыҡманы... Тик мин бит һине алдаманым. “Отличникмын” тип әйтмәнем бит...
Нимә тиергә лә белмәй, Ҡыҙыл майҙанда шаҡ ҡаттым да ҡалдым.
Читайте нас: