Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
25 Февраль 2020, 12:36

Еңеүсе

Бер көндө апайымдың улы миҙал алып ҡайтты! Мәктәптә йөҙөү буйынса ярышта икенсе урынды алған икән. Күрһәгеҙсе әсәһенең ни тиклем шатланғанын!

Бер көндө апайымдың улы миҙал алып ҡайтты! Мәктәптә йөҙөү буйынса ярышта икенсе урынды алған икән. Күрһәгеҙсе әсәһенең ни тиклем шатланғанын!
– Ана, минең улым еңеүсе булған! – тип кергәненә лә, сыҡҡанына ла һөйләй ул, ғорурланып. – Кемдең малайы иң етеҙе – Айгөл апайыңдыҡы.
Маҡтау һүҙҙәрен ишеткәс, туғанымдың кәйефе тағы күтәрелеп китте. Беҙ ҙә ихлас шатландыҡ, малайҙың арҡаһынан тупылдатып һөйөп тә алдыҡ. Улының бындай уңышы өсөн әсәһе йомартланып китте. Шул уҡ көндә магазинға барып, малайға спорт кейеме һатып алдылар.
Бер нисә көн үткәс, туғанымдың нисек еңеүе хаҡында үҙем һораштым.
– Мәктәптәге ярышта өс кеше ҡатнашырға булды, – тип башланы ул һүҙен. – Тик ярыш алдынан ғына берәүһе тайып йығылып, аяғын имгәтте. Шулай итеп, беҙ ике кеше генә ҡалдыҡ. Йөҙгәндә теге малай финишҡа минән күпкә алдараҡ килеп етте. Уға – беренсе, ә миңә икенсе урынды бирҙеләр.
Бына, исмаһам, еңеүсе!
Читайте нас: