Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
27 Февраль 2020, 14:55

Көткәндәр

#ҡыҙыҡ_был_тормош#айгиз_баймөхәмәтовБер мәктәптә яҙыусылар менән осрашыу булғайны. Сара бик йәнле, ҡыҙыҡлы барҙы. Ул бөткәс, беҙҙе директор сәй эсергә саҡырҙы. Ашханаға ингәс, табындың муллығына “аһ” иттек. Вәт, әй! Әҙерләнгәндәр тәк әҙерләнгәндәр! Өҫтәлдә нимә генә юҡ.

Бер мәктәптә яҙыусылар менән осрашыу булғайны. Сара бик йәнле, ҡыҙыҡлы барҙы. Ул бөткәс, беҙҙе директор сәй эсергә саҡырҙы. Ашханаға ингәс, табындың муллығына “аһ” иттек. Вәт, әй! Әҙерләнгәндәр тәк әҙерләнгәндәр! Өҫтәлдә нимә генә юҡ.
Ҡыш булыуға ҡарамаҫтан, емеш-еләктең ниндәй генә төрө юҡ. Ул бәлеш, ул сәксәк, ул ҡоймаҡ, шәңге, бәрәмәстәр... Әллә биш төрлө ҡайнатма... Аштың да төрлөһөн әҙерләгәндәр. Тәрилкәлә “мине һоғон, мине” тигәндәй, ҡаҙ боттары өйөлөп ята. Иң беренсе булып нимәһенә ынтылырға белмәй, күҙ ҡамаша.
— Беҙ ризыҡ күрмәгән әҙәмдәр түгел, шулай ҙа бындай хөрмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ул тиклем үк толланмаһағыҙ ҙа булыр ине, — тине, уңайһыҙланып, сатирик Венер Исхаҡов.
— Күренеп тора, бында әҙәбиәтте һөйгән халыҡ йәшәй. Ана бит, туйға һымаҡ әҙерләнгәндәр, — тип өҫтәнем мин.
Был һүҙҙәрҙе ишеткән директорҙың ауыҙы йырылды.
— Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөн беҙ Обрнадзорҙы көткәйнек. Ә улар килмәне лә ҡуйҙы. Уларға тигән һый һеҙгә яҙған икән. Оялмағыҙ, әйҙәгеҙ, ынтылығыҙ!
Читайте нас: