Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
1 Март 2020, 11:31

Һайғау

... Ике йыл үтеп киткәс, лесник быға серен сискән. «Ҡурҡыттың шунда. Һинең ҡайғың юҡ ине, үҙем комбайн бункерынан иген урлап ҡайтып бара инем. Ҡапҡа туҡылдатҡастары, ах-ти, артымдан килделәр бит, тип ҡайҙа етте шунда игенде йәшерергә булып киттек...

Яңы йорт һалып сыҡҡан ағай, кәртә-ҡура өсөн тип, кисләтеп кенә урманға һайғау ҡырҡып алырға барған. Йәшенеп кенә. Ҡырҡып алған. Ат арбаһына тейәгән. Ҡайтып барғанда лесник осраған быға. Был юлы егелгән ат менән урман ҡыҙыра икән. Тексәйеп ҡарап үтеп киткән, әммә бер ни өндәшмәгән.

Теге ағай ҡайтып еткән. «Мине лесник күрҙе, акт төҙөр инде», - тип көйәләнә икән. Ҡатыны: «Әйҙә, өйөнә барайыҡ, һөйләшәйек, хәлебеҙгә керер», - тип, ике аҡбаш һалып алып, киткәндәр. Барһалар, ҡапҡа бикле, әммә йөрөгәндәре, шыш-быш һөйләшкән тауыштары ишетелә, ти. Беҙ икәнде белеп асмайҙа, тип былар эй көйәләнә икән. Саҡ астырып кергәндәр шулай ҙа. Ике йыл үтеп киткәс, лесник быға серен сискән. «Ҡурҡыттың шунда. Һинең ҡайғың юҡ ине, үҙем комбайн бункерынан иген урлап ҡайтып бара инем. Ҡапҡа туҡылдатҡастары, ах-ти, артымдан килделәр бит, тип ҡайҙа етте шунда игенде йәшерергә булып киттек. Аҡбаштарыңдың файҙаһы тейҙе шулай ҙа, тыныс йоҡланым», - тигән була ти.

Читайте нас: