Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
6 Март 2020, 11:42

Рәхмәт!

#ҡыҙыҡ_был_тормош#айгиз_баймөхәмәтов

Рәхмәт!
Мең кешелек зал шығырым тулы. Кемгә урын етмәй — баҫып тыңлай, ә кемгә баҫырлыҡ та түгел — тәҙрәнән күҙәтә. Сәхнәгә бер-бер артлы олпат яҙыусылар күтәрелә икән. Билдәле инде — ҡәләм әһелдәре оҙаҡ һөйләргә ярата. Һәр ҡайһыһы кәм тигәндә ярты сәғәт телмәр тота.
Халыҡ арый башлаған һәм һәр яҙыусы сәхнәгә күтәрелгән һайын, тамашасылар яйлап ҡайтыша башлаған. Залда халыҡ кәмегәндән-кәмей икән.
Иң аҙаҡта һүҙҙе йәш яҙыусыға биргәндәр. Ул, моғайын, Айгиз булғандыр. Залға ҡараған да “аһ” иткән. Мең кешенән бары берәү генә ултырып ҡалған икән.
Әлбиттә, йәш әҙип уңайһыҙланған, бындай хәлгә тарыуына ғәрләнгән. “Ярай, бер кеше ултыра бит. Исмаһам уның өсөн һөйләрмен”, тип йыуатҡан үҙен.
Егет сығыш яһап бөткән. Теге берҙән-бер тамашасы ҡул сапҡан булған. Тулҡынланыуын йәшерә алмай йәш егет сәхнәнән төшкән дә, тегенең янына килгән:
— Һеҙ — берҙән-бер тәртипле кеше булып сыҡтығыҙ. Иң аҙаҡҡа тиклем ҡалып минең докладымды тыңланығыҙ. Шуның өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.
Шул һүҙҙәр менән тамашасыға ҡулын һуҙған.
— Юҡ, юҡ! Рәхмәт әйтмәһәгеҙ ҙә була, — тигән тегеһе, — сөнки мин һеҙҙән һуң сығыш яһарға тейешмен.
Читайте нас: