Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
1 Апрель 2020, 11:53

Айһылыу Ҡалҡаманованан 1 апрель мәҙәктәре

Ә бына минең Айһылыу апайым (Әсәйемдең бер туған һеңлеһе, Учалыла йәшәй) алдағас та алдай!.. Шунда уҡ ышанаһың. Шуға: “Айһылыу апай шылтыратып нимә генә әйтһә лә, ышанмаҫ кәрәк”, – тип алдан уҡ әҙерләнәбеҙ был көнгә. Ә ул барыбер яйын таба


Өфөлә йәшәгән сағыбыҙҙа матур алдағайны беҙҙе. Төш мәлендә: “Бына, әле генә автобустан төштөм, кейәү өйҙә булһа, тиҙ генә сыҡһын әле, сумкаларым ауыр”, – тип шылтыратты был. Мин киттем ҡыуанып (туғандар һәр ваҡыт көтөп алған ҡунаҡ бит инде, алыҫ йәшәгәс, һирәк киләләр). “Ниңә алдан шылтыратмаған икән” тигән уй башҡа ла инеп сыҡманы. Сөнки, ғәҙәттә беҙгә килер булһа, әллә нисә көн алдан шылтырата башлай, аҙаҡ юл буйы ҡайҙа еткәнен әйтеп бара, тигәндәй... Фларис йүгереп төшөп китте автовокзалға (беҙ автовокзалдың ҡаршыһында ғына йәшәй инек), мин сәй ултыртырға тотондом, араһында йүгереп йөрөп өйөмдө йүнәтәм. Әллә күпме ваҡыт үтеп китте, юҡтар былар. Аптырай башланым. 1 апрель икәне башыма ла инеп сыҡмай! Фларис яңғыҙы килеп ингәс кенә аңланым бының шаяртыу булғанын...
Күршеләрен алдағанын күпме һөйләһә лә тыңлап ялҡмайым:
– Юл аша йәшәгән күршеләремде шаяртырға булдым. Гараждары аша уларҙың урам эсе күренмәй беҙгә. Шулай булһа ла шылтыраттым да: “Урамығыҙҙа әллә кемдәр йөрөй ул, әллә тауыҡтарығыҙҙы алып сығып баралар инде," – тим. “У-у-уй, Рәшит, тор, ана, тауыҡтарҙы урлап сығып баралар, ти!”– тип шунда уҡ иренә ҡысҡырҙы. Унан миңә: “У-у-уй, беҙҙең тауыҡтар юҡ та ул, нимәгә тейҙеләр икән?” – тип хафаға ҡалды. Уларҙың эргәләрендә генә төҙөлөш бара ине, шуға көйөрлөгө булғандыр. Ахырҙа: “Бөгөн 1 апрель бит, шаярттым, Рәшиткә әйт, сыҡмаһын”, – тиһәм, “Давно сығып йүгерҙе инде ул!”, – тип көлә.
Бер нисә көндән ҡунаҡта бергә булырға тура килә. Күршеһе һыны ҡатып көлөп һөйләй икән: “Ну, Айһылыу апай, һин мине ҡыҙыҡ иттең!.. Пахмилдән үлә яҙып ауырып ята инем, шунда уҡ терелдем”.

Икенсе бер күршеһен дә шаярта Айһылыу апай.
– Күршемә шылтыраттым да: “Һин минән бер мең аҡса алып торғайның, шуны бирмәнең!” – тим. “Бирмәнемме? Туҡта, дәфтәремде ҡарайым әле (ул һәр алған-биргәнен шулай дәфтәренә теркәп бара). Юҡ, биргәнмен, бына, һыҙылған”, – ти был аптырап. “Мужыт һыҙғанһыңдыр, әммә аҡсаны бирмәнең”, – тип дауам итәм ныҡышыуымды.
Шымып ҡалды күршем. Ахырҙа: “Бөгөн 1 апрель, шаярттым!” – тигәйнем, “у-ф-ф, – тип еңел тын алды. – Сәпсим аҡсаһыҙ ултыра инек...”
Күптәр ҡунаҡ саҡырып алдай бит инде, ә Айһылыу апай еҙнәйҙең туғандарына: “Кисә беҙгә Сибайҙан шулар (исемдәре менән әйтә) килгәйне, хәҙер һеҙгә барабыҙ тиҙәр” – тип шылтарата. Әҙерәк торғас: “Киттеләр, хәҙер барып инерҙәр”, – тип тағы бер иҫкәртә. Күпмелер ваҡыт үткәс, ҡоҙаса: “Ҡайҙа килә торған ҡунаҡтар? Күпме көтөргә була?” – тип шылтыратып һорай икән бынан. Ә Айһылыу апай был хаҡта онотоп бөткән! Баҡ тиһәң, ҡоҙаса ҡунаҡ һыйларға тип магазиндан уныһын-быныһын һуңғы тиндәренә алған икән. Үпкәләгән ҡоҙаса: “Хәҙер һинең үҙеңә ҡунаҡҡа барабыҙ!” – ти ҙә күмәкләп уның үҙенә килеп инәләр...

Ә бына быныһы, моғайын, иң ҡыҙығылыр уның шаяртыуҙары араһында. Был юлы, 2–3 йыл элек, Темәстә йәшәгән бер туған һеңлеһенең ҡыҙын ҡыҙыҡ итә.
Розалияға шылтыраттым да:
– Һаумы, Розалия! Хәлдәрең нисек? – тим хәлһеҙ генә тауыш ҡына.
– Һәйбәт, – тине лә, – Һинең хәлең нисек? Ауырып киттеңме әллә, тауыштарың үҙгәреп тора? – тип һорай һалды.
– Хәлдәр бер ҙә һәйбәт түгел әле ул, мин бит больницала ятам! – тигән булам тауышыма тағы ла йәлләткес төҫ өҫтәп.
– Ни булды? – Розалия хафаланып китте.
– Гинекологияға килгәйнем, дүрт айлыҡ ауырың бар, тип әйттеләр. – тинем дә илап ебәргән булдым. – Нимә эшләйем икән?
– Тап, Айһылыу инәй! – ти был миңә. Ышанды! Артабан дауам итер кәрәк бит:
– Нисек табайым инде! Ояты ни тора! Кеше нимә тиер!? Уны табып та нисек үҫтерермен? Миңә хәҙер 63 йәш бит инде, – тип тағы ла нығыраҡ "илайым".
– Беҙгә бирерһең! Беҙ көтөп үҫтерербеҙ, – ти Розалия.
– Ҡара әле, кейәү нимә тиер икән? Һин унан да һора әле, – тим шаяртыуымды дауам итеп.
Үҙемдең түҙә алмай көлгөм килә. Ахырҙа:
– Уй, ана мине саҡыралар, уколға шикелле, – тинем дә, телефонды һүндерҙем дә ҡуйҙым. Тотондом көлөргә. Туйғансы көлгәс, был берәйҙәренә һөйләп ташламаһын тип, яңынан шылтыраттым.
– Отчествоны һорап саҡырғандар икән, – тигән булдым. – Шунан, кейәүҙән һораныңмы?
– Уға шылтыратҡайным, “Нимә минән һорайығыҙ? Мин ҡайҙан беләйем?”тине. Но һин алдырып ҡуйма, инәй, тап. Шамил риза була ул", – ти Розалиям. Түҙмәнем, көлөп ебәрҙем дә:
– Бөгөн бит беренсе1 апрель, шаярттым, – тип ысынын әйттем. Ә ул, бәпәй була, тигәнгә ышанған бит, алдама, ти ҙә ҡуя! Саҡ яңынан ышандырып алдым...

Читайте нас: