Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
2 Апрель 2020, 19:17

Һеҙгә бит ҡырҡ ҡат тылҡырға кәрәк

Бигерәк күп һөйләйһегеҙ!

- Ҡара әле, ҡатын, бына нимә тип яҙалар. Ирҙәр көнөнә - дүрт мең, ә ҡатын-ҡыҙҙар һигеҙ мең һүҙ әйтә икән.Бигерәк күп һөйләйһегеҙ!
- Шулай булмай ни! Һеҙҙең кеүек ҡаты ҡолаҡтарға бөтә нәмәне ҡырҡ ҡат тылҡырға кәрәк. Магазинға бар, сүпте түк, иҙәнде йыу тип көнөнә әллә нисә тапҡыр әйтәһәм дә, ҡолағыңа ла элмәйһең! Иртәнән бирле һауыт-һабаны йыуып алып тип әллә нисә мәртәбә ҡаҡылданым бит инде.
- Нимә тиһең, ҡатын?
- Телевизорҙан яңылыҡтар тыңлап, аҡыл һатып ултырған иренә ҡатыны :
-Улай бик башлы булғас, ниңә аҡсаң юҡ? Баш теләнселәүҙән сыҡмай.
- Мин бит башлы ғына түгел, намыҫлы ла әле!
Читайте нас: