Мәктәптә хәтәр шәп уҡыным мин. Шуға ла башҡалар кеүек һәр класта берәр йыл менән ваҡланып торманым. Беренселә әллә ике, әллә өс йыл ғына ултырҙым да ҡуйҙым. Барыбер исемемде дөрөҫ кенә итеп яҙырға өйрәтә алманылар. Шуға ла уҡытыусыларҙың әйләнгән һайын мине «маҡтағаны» әле һаман ҡолаҡта сыңлап тора.
– Томана, таяҡ кеүек баҫаһың да тораһың, һин дә кеше булып йөрөгәс, ҙурайғас, нисек кенә көн итерһең инде. Ултыр, таяҡ һиңә.
– Икегә икене лә ҡуша белмәйһең бит. Үҙеңде хатта сусҡа фермаһына ла эшкә алмаҫтар әле.
‑ Белмәйем инде, белмәйем, һине ҡыҙҙар яратырмы икән?
– Мәкинә баш, туҡран тәүбәһе. Ищщеү оялмайынса ниндәй матур күлдәк кейгән булған бит әле.
Шәп уҡығас ни, һигеҙенсенән һуң туғыҙынсыға барып торманым. Миңә булғаны ла әлхәм. Нәфсем башҡаларҙыҡы кеүек ҙурҙан түгел. Шөкөр итә лә белергә кәрәк.
Әммә был осорға колхозыбыҙҙағы бөтә нәмә осоп бөткәйне шул. Халыҡ беҙҙә диндар бит. Бөтә бәлә анау ҡаты морондарҙан ғына килә тип таштан һалынған сусҡа фермаһын хатта нигеҙенә ҡәҙәр соҡоп алып бөттөләр. Бында юғалып йөрөгәнсе, һыйлы саҡта китеп ҡалайым тип, туп-тура баш ҡалаға һыпырттым. Атайым:
– Биҙа, йөрөйһөң инде юҡҡа ҡысынып, беҙҙе расхудландырып. Өфөлә һинең һымаҡ ҡорсаңғыларҙы көтөп торалар ти. Ике-өс көндән шаңҡып, асҡа ҡаҡланып кире ҡайтырһың әле. Лутсы өйҙә ят, эш булмаһа ни, әсәйең иҫән булһа, асҡа үлмәҫбеҙ әле. Өләсәйең иҫән генә булһын, пенсияһың көнөндә үк килтереп торалар, – тигән була.
Уҡытыусылар ҙа, атайым да төптө яңылышҡан икән. Дәдәгеҙ хәҙер миллионлы ҡалала ҙур кеше. Йыл һайын иномарка алмаштырам. Анау университетта уҡытҡан класташым Тажи әле һаман кеше фатирында ыҙа сикһә, мин әллә ҡасан ике ҡатлы коттеджда кинәнеп йәшәйем. Ҡуй инде, әйтһәң һүҙ, төртһәң күҙ тигәндәй, кешегә һөйләй күрмәгеҙ тағы, ул бахыр үлгәнсе машина төҫө күрмәйәсәктер инде. Әйткәндәй, бер көндө үҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы. Өлфәт исемле дуҫын нисек кенә ҡыҫтамаһындар, ауыҙын ла алманы тәки.
– Юҡ, егеттәр, ҡайтышлай теге бирәндәргә ҡапһаң, бысаҡһыҙ һуясаҡтар, – ти ҙә ҡуя.
Ә мин бер нәмәнән дә ҡурҡып тормайым. Әллә нисә яртыны кәгеп тә машинамда Өфө урамдарында иркенләп йөрөргә могу. Төшкә ашҡа ла ҡайһы берәүҙәр кеүек, аҡса бөтөрөп, ашханаға йөрөп хитланмайым. Хәҙер урамда шашлыҡ бешереүселәр аҙым һайын. Эргәләренә барыуым була, улар күтәреп тигәндәй ала.
– Как дела? Бырат угощайса. Сто грамм налить?
– Какуй разгавур мужыт быт?
Аҡса минең кеүектәргә урамда, юл буйында ята. Кисә шулай мунса бураһы тейгән машина күҙгә салынды. Туҡтаттым. Күпме генә маташһам да, дүкәминттәрендәге яҙыуҙы аңлай алманым. Ней руссаға грамота самалы. Шулай ҙа ағайығыҙ донъя күрмәгән кеше түгел. Аллаға шөкөр, баш эшләй.
– Һин был бураны сәлдергәнһең. Справканы үҙең состряпал. Бына бит, яҙыуы ла йүнләп күренмәй бит. Вәт уғры, бының өсөн һинең башыңды төрмәлә серетергә кәрәк.
– Улай итмә инде, һин үҙебеҙҙең башҡорт кешеһе бит, әйҙә һөйләшәйек,– тигән була.
– Молчать, без разговора. Машинаңдан да ҡолаҡ ҡаҡҡың килмәһә, бураңды ошо адрес буйынса ҡалдырып китәһең.
Минең һүҙем закун. Бапрувый тыңламай ҡараһындар. Сөнки мин милиционер, дәүләт кешеһе, ҡулда таяғым бар.