Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
23 Апрель 2020, 22:10

Юғалтыу

Һис кенә лә таныш йөҙҙө таба алманы.

Булат баш мөхәррирҙән көн һораны ла ауыл яғына ҡайтып килергә булды. Автобус ҡуҙғалырға торғанда ғына ахылдап-ухылдап ун биш-ун алты йәштәрҙәге үҫмер килеп инде лә уның эргәһендәге урынға шап итеп ултырҙы. Унан үҙ алдына:
- Уф, саҡ өлгөрҙөм, - тине ауыр һулап. Үҫмер танауын мыш-мыш тарта-тарта оло- ҡара сумкаһын ултырғыс аҫтына тыҡҡыслап ҡуйҙы.
- ­­Ағай, ҡайһы ауылға?
- Мырҙаҡайға!
- Ҡалай һәйбәт, бер яҡҡараҡ икәнбеҙ. Таныш булайыҡ – Иҡсан. – Ул, хас олпат ирҙәрсә, ҡулын һуҙҙы.
Үҫмерҙең ҡыйыулығына шаҡ ҡатты Булат. Ҡалай үткер, алай ҙа былай түгел. Ғүмерҙә күрмәгән ете ят кеше менән әллә ҡасанғы танышы һымаҡ һин дә мин һөйләшеп алды ла китте. Тиңдәше булһа, бер хәл, үҙенән апаруҡҡа өлкән бит әле. Вәт, исмаһам, егет, бынан кеше сығасаҡ. Әллә ниндәй етәксе лә булып китер әле. Ғәҙәттә, тегендәй бындай урындарға шундайыраҡтарҙы, телгә аптырамағандарҙы һайлай торғандар.
Булат үҫмерҙе үҙе менән сағыштырҙы. Үҫмер йылдары иҫенә төштө. Бигерәк мәүештең мәүеше була торғайны шул. Берәй ятыраҡ кеше булһа, ҡыйыуһыҙлығынан белгән нәмәһен һөйләй алмай тотлоғоп хитлана торғайны. Бер ваҡыт һуң! Хатта хәҙер иҫкә төшөрөүе лә ғәрлектең ғәрлеге.
Дәрескә район үҙәгенән килгән тикшереүселәр инеп ултырҙы. Уҡытыусылары алдан уҡ яҡшы уҡығандарға: “Һеҙҙән генә һораясаҡмын, аңшайып, уҡлау йотҡандай үрә ҡатып тормағыҙ”, - тип әйтеп тә ҡуйғайны.
Булат үҙенә текәлгән әллә нисәмә күҙ ҡарашын күреүе булды, әллә нишләне лә ҡуйҙы. Күҙ алдары ҡаранғыланды, быуындары бәлтерәне. Аяҡ аҫтында әллә ер уйылды, әллә иҙән сайпылды. Башы зыр әйләнеп, бөтә донъяның аҫты-өҫкә буталды. Инде һөйләйем тип ауыҙын асмаҡсы була, теле көрмәләнә, яңаҡтары береккән кеүек ҡатты. Тау аҡтарған әкиәт батырындай шыр тиргә батты…
Йыш ҡына уҡытыусылар тәртип боҙған өсөн йәнәшәһендә ултырған Ғәзиздең тетмәкәйен тетә. Киҫекһеҙлеге менән бөтәһен биҙрәткән малай бар тип тә белмәй, ауыҙын йырып тик ултыра. Ә ул шуға һытыларҙай булып бешкән помидорҙай ҡыҙара, бүртенә, сикә тамырҙары ташып сыға, бөршәйеп партаһына сүгә. Хатта егет булып еткәнсе һаулыҡ ҡушырға ла йәпһеҙһына торғайны...
Булаттың уйҙарын юлдашының уфтанған тауышы өҙҙө.
- Иптәштәрем күптән ауылда рәхәтләнеп ял итәлер инде…
- Нилектән улай һуңға ҡала ҡуйҙың һуң?
-Шул ярыш тип инде.
- Ниндәй ярыш?
- Бокс буйынса республика беренселеге үтте.
- Шунан нисек?
-Зый! - Егеттең күҙҙәре балҡып китте. - Беренсе урынды алдым,
хатта үҙемдән өлкәндәрҙе лә дөмбәҫләп ташланым.
-Ҡалай шәп булған. Ҡотлайым, ҡотлайым! - Булат яҡташының уңышына ихлас шатланды, уның ҡулын ҡыҫты.
“Гәзиткә яҙыу өсөн бына тигән герой ҙаһа был”. Ҡарап тороуға арыҡ ҡына үҫмерҙең таһыллығына һоҡланып, шулай уйланы Булат. Гәзиттә йәштәр өсөн махсус бит сығып килә. Уйламағанда-көтмәгәндә шул битте тотоп торасаҡ мәҡәләнең геройы шап итеп үҙе юлына сығыуына ҡыуанып ҡуйҙы. Әтеү һуңғы ваҡыттарҙа спортсы йәштәр тураһында бөтөнләй оноттолар. Бер белгәндәре әртис тә мәртис. Берәйһе сәхнәгә сығып, арлы-бирле артын ҡыйшайтҡылаһа, йондоҙ тип лаф оралар.
Осраҡлы юлдашына үҙенең республика гәзитендә эшләүе хаҡында өңдәшеп торманы Булат. Хәбәрсе икәнлеген белһә, бәлки, баҙап ҡалыр, асылып бармаҫ. Башҡалар менән һөйләшкәндә лә ҡәләм-ҡағыҙын уларҙың күҙенә һерәнләтеп бармай, ғәҙәти кеше һымағыраҡ һөйләшергә тырыша.
-Институтта-фәлән уҡыйһыңмы әллә? – тип һораны Булат.
-Юҡ та.
-Әтеү ҡайҙа?
-Училищела.
-Бик һәйбәт!
-Кем буласаҡһың инде
-Төҙөүсе, электрогазосварщик, бер юлы шоферлыҡҡа ла права аласаҡбыҙ.
-Ҡалай шәп, бына тигән һөнәр һайлағанһың. –Булат егетте маҡтап ҡуйҙы.
-Ә уҡыу яғы нисек?
-Яҡшы, сиректе гел “бишле”гә генә бөттөм.
Булат юл буйына үҫмерҙән тегене-быны һорашты, уның тағы ла бик күп шөғөлдәре барлығын белде, киләсәккә хыялдары менән ҡыҙыҡһынды.
- Университетҡа барасаҡмын, - тине үҫмер.
Юлдаштар һөйләшеп килеп ике сәғәтлек юлды ни арала үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Имәнлек тигән ауылда Иҡсан төшөп ҡалды. Әммә Булат уны бер генә минутҡа ла уны иҫенән сығарманы. Хатта йоҡларға ятҡас, яҙыласаҡ һүрәтләмә хаҡында уйланып ятты. Инде яңы герой хаҡында мәҡәләне уйында яҙып та бөттө. Тағы ла геройҙың үҙен, училище директорын күреп һөйләшәһе генә ҡалды.
Бер ни ҡәҙәр ваҡыт үтте. Каникул бөткәс, Булат Иҡсан уҡыған училищеға юлланды. Үҙе менән бергә фотографты ла алды. Фото мәҡәләнең ярты уңышы, тиҙәр.
Ишектән үткәс тә уның күҙенә уҡыу алдынғыларының стеналағы фотолары салынды. Аяҡтары үҙенән үҙе шул яҡҡа атланы. Ул һәр фотоны текемләп күҙҙән үткәрҙе, әммә һис кенә лә таныш йөҙҙө таба алманы. Ярай, бәлки әлегә ҡуйып өлгөрмәгәндәрҙер тип уйланы.
Булат ниндәй ниәт менән килеүен әйтеп биргәс, директор:
- Байбулдин Иҡсан тип әйтәһегеҙме ул? - тип ҡабаттан һораны.
Шул саҡ бүлмәгә йәш кенә уҡытыусы ҡыҙҙың ярһып килеп инеүе уларҙың һөйләшеүен өҙҙө.
- Икенсе группанан Байбулдин Иҡсан тамам теңкәне ҡоротто инде, уҡыуының да, тәртибенең дә һис кенә рәте юҡ. Ней шуны теге ваҡыт ҡыуһаҡ ҡыуып ҡына ҡуйманыҡ. Ата-әсәһен саҡыртып алырға кәрәк, - тип теҙҙе уҡытыусы. Ул шул тиклем ярһығайны, хатта бүлмәла ят кеше барлығын да шәйләмәне шикелле.
Булат асҡан ауыҙын да яба алмай шаҡ ҡатты ла ҡалды. Уның өсөн был ғәжәп юғалтыу ине...
Читайте нас: