Шоңҡар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
4 Май 2020, 19:55

Һүҙеңде уйлап әйт икән

Булған ҡаза шуның менән бөтһөн.

- Ниңә генә шулай тип әйтем икән? Иҫәр!
Сәлим кисәнән бирле үҙ-үҙен әрләй. Әсәһе янына бөгөндән үк ҡайта һалып килер ине лә, яҡын-ара ер түгел. Ней урынына кеше ҡалдырыр әмәл юҡ -– йәй мәле бит, бөтәһе ялға таралышҡан. Нисек кенә ауыр булмаһын, аҙна аҙағын көтөргә тура килә инде.
Бер ҡараһаң, уның ғәйебе лә юҡ кеүек. Әсәһе лә ул-был үпкә белдергәндәй тойолмай.
-Ярай, Хоҙай шулай ҡушҡандыр инде, -– тине лә ҡуйҙы. – Булған бәлә-ҡаза шуның менән бөтһөн.
Шулай ҙа күңелде ниндәйҙер тойғо тырнап торған кеүек.
Ҡасандыр алты баланың тауышынан гөрләп торған нигеҙҙә бөгөн әсәһе яңғыҙы ғына ғүмер һөрә. Һәр береһе үҫә торҙо, ситкә китә барҙы. Берәүҙәре – институтҡа, икенселәре техникумға инде. Уҡып бөткәс, барыһы ла ҡалала ҡалды. Сабыйҙарының ситтә төпләнеүенә әсәһе ҡыуанды ғына.
– Ярай, беҙҙең кеүек колхоз эшендә Аллаһы әппәргә һеперелмәҫһегеҙ. Ғүмер буйы ял күрмәһәк тә, йыйған донъя юҡ. Ана, атайығыҙ шул эш тип кенә типһә тимер өҙөрҙәй сағында китеп барҙы, – тип хуплауын белдерҙе.
Әсәһе хәҙер һикһәнде ҡыуалай инде. Шулай ҙа әле һаман баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә, һыйырын өҙмәне.
Һүҙ юҡ: һәр береһе аҙна һайын тигәндәй ҡайтып тора, бесәнен сабышып, һарайына уҡ килтереп бирә. Тик һыйыр тотоуҙың мәшәҡәте уның менән генә бөтһә икән шул. Йәйен ҡарап алырға, һөтөн эш итергә кәрәк. Ҡышын аҙбар башынан бесән төшөрөү ҙә оло кешегә еңел эш түгел.
Шуға ла ҡайтҡан береһе:
– Әсәй, ҡасан шул һыйырыңды бөтөрәһең инде, үҙеңә ҡыйын бит. Өйҙән дә сығып китә алмайһың. Исмаһам, врачтарға ҡаралып, әҙерәк дауаланыр инең, – ти.
Әсәләре һаман бер һүҙен тылҡый.
– Ауыл ерендә нисек инде һыйырһыҙ тормаҡ кәрәк. Ҡана, һөт бирегеҙ әле, тип кешеләргә теләнселәп йөрөйөммө. Балалар, ейән-ейәнсәрҙәр ҡайтһа ла һөтө-ҡаймағы кәрәк тигәндәй.
Сәлим ауылға ике аҙна элек кенә ҡайтҡайны. Донъя тирәһен бер аҙ ҡараштырып, сәй эсергә ултырғас, йәнә һыйыр хаҡында һүҙ сыҡты.
– Быйыл һыйырыңды бөтөр инде, йонсойһоң бит.
- Бер өйрәнелгәс, әллә нисек һымаҡ, – тип кенә әйтте әсәһе.
Ә кисә әсәһе шылтыратты:
– Улым, һыйырҙы айыу һуҡҡан.
– Айыу! – Был хәбәрҙе ишеткәс, Сәлим, әллә яңылыш ишетәмме тигәндәй, ҡабатлап һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Эйе, айыу! Ауыл осондағы урманлыҡта ғына йыҡҡан. Ҡалдығын кисә Бәхтиәр ағайыңдар барып тапты.
Сәлим шаңҡып ҡалғандай булды. Әсәһе, гүйә, һыйырҙы тайыш табан түгел, һин ботарланың, тигәндәй тойолдо уға.
Алдыңдан әйткән телең артыңдан килеп тотмаһын, тип юҡҡа әйтмәгәндер боронғолар.