Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
5 Май 2020, 00:25

Урман тулы ен

Береһе йәш кенә, яңы эшкә килгән фельдшер ҡыҙ, икенсеһе - ғаиләле ағай.

Бәләкәй саҡта булған хәл.Ҡайтмаған һарыҡ бәрәсен эҙләп урманға киттем. Атай, әсәй эштән һуң ҡайта, улар ҡайтҡанса малдарҙы теүәлләп кәртәгә йыйыу һеңлем менән минең эш була торған ине. Шулай уйнай - югерә бара торғас, алыҫыраҡ киткәнмен. Күҙ бәйләнә башлаған мәл. Кире ауылға югерергә уйлаған инем, бәрәс баҡырған тауыш ишетеп ҡалдым. Тауыш яҡында ишетелә, селек шырлығы тирәһендә генә. Бер генә үрҙе менер кәрәк.Ҡарап менә торғас, аҡ ҡына бәрәс селек араһынан йүгерҙе, мин артынан ҡалмайым. Инде тоттом ғына тигәндә әллә ниндәй соҡорға остом. Ни булғанын аңлай алмайым, өҫтәге селек соҡорҙо ябып дөм ҡараңғы иткән. Тәрән, ынтылып ҡарайым да, буйым етмәй. Ҡурҡып илап, ярҙамға саҡырам, бер кем ишетмәй. Хәлдән тайып аңым юғала башланы. Аят, доғалар белмәһәм дә, Алланан ярҙам һорайым.
Эй, Аллаҡайым, минең йәшәгем килә, мин бит бәләкәс әле, күп нәмәне күрмәгәнмен, ярҙам ит инде, тип илайым.12 йәш ине.Шунан һуң, былай булмай, тип нисек булһа ла сығам тип соҡорҙоң буй еткән ҡәҙәрем ерҙәрен һыйпап, һәрмәнеп эҙләнә башланым. Ҡулыма ағас тамыры эләккәс, шуға тотоноп үрмәләй башланым. Инде сыҡтым, ҡотолдом тигәндә тамыр һурылып сығып, киренән соҡор төбөнә остом.Әҙерәк хәл алғас, тағын дә эҙләнә башланым. Был юлы ҡулға ҡаты ғына таяҡ эләкте. Ергә ҡаҙалып торған таяҡ һабын иркенәйтеп, ҡул менән тотонорлоҡ итеп,инде ҡабаланмай, аяҡты рәтләп баҫып, һәр миллиметрҙы һанап яй ғына килеп сыҡтым.
Үземдең ҡарар ер юҡ, сапсылып, һыҙырылып бөткәнмен, үҙем бысраҡ, ҡап-ҡара ер, сәстәрем туҙған, үҙем мәтегә буялып бөткәнмен. Төн булһала, ай яҡты, тирә яҡ асыҡ күренә. Шул ваҡыт ҡоттары осоп миңә ҡарап ултырған яланғас ике кешене күреп ҡалдым. Береһе йәш кенә, яңы эшкә килгән фельдшер ҡыҙ, икенсеһе - ғаиләле ағай. Кеше күреүемә шатланып, ҡулымды һуҙып, сәрелдәп илап уларға йүгерҙем. Ә улар һикереп тороп, кейемдәрен дә алмай ауыл яғына тайҙылар. Мин ҡалмаҫҡа тырышып арттарынан йүгерәм, ҡурҡыныс бит урманда яңғыҙ ҡаламмы һуң инде! Шулай баҫтырышып ауылға килеп индек, мин ҡайтып киттем. Өйҙә мине юғалтып, эҙләп бөткәндәр.Теге бәрәс юғалмаған, яҡында йөрөп ҡайтып ингән кистән үк.
Фельдшер ҡыҙ тиҙ арала эшенән сығып ҡайтып китте. Ул, ауылдың урманы тулы ен, береһе сәрелдәп ауылға ингәнсе баҫтырҙы, тип һөйләгән. Ә унда булған ағай хәҙер оло йәштә инде, тотлоғоп ҡалды.
М. ИЛЬЯСОВА.
Б. районы.