Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
15 Май 2020, 00:25

Ҡасан ҡотолормон үҙеңдән?

Убыр, эсе ярылғыр. Һинең артыңдан йөрөп толланыуым.

Эй, сабырһыҙ ҙа инде ошо Сания әбей. Малдары саҡ ҡына көтөүҙән ҡайтмай торһа, хәле бөтә. Унан нимә генә булмаһын, гелән кирегә юрарға тотона: бүре ауыҙына инергә йөрөй инде, фәлән дә төгән. Тағы бер сәйер ғәҙәте бар әбейҙең: ҡош-ҡортон, мал-тыуарын иң әшәке һүҙҙәр менән әрләп ләззәт ала ул. Йәне көйгән саҡта артынан эйәреп йөрөгән малҡайҙарына йә биҙрәһен, йә ҡулындағы башҡа әйберен һелтәп ебәрергә лә күп һорамаҫ.

– Әле генә һалғайным да һа, ғөддәңде ашағыр... Кешенеке бер ҙә улай түгел.

Бөгөн дә эркелешеп килгән малдары араһында башмағы күренмәгәс, әбейҙең тауышы йәнә асыулы яңғыраны:

– Сәсерәгер нәмә! Әпәт юҡ!

Ғәҙәттә, ҡайһылары ҡырҙа бер сама йөрөй-йөрөй ҙә һуңғараҡ пәйҙә була торған. Ә Сания әбей малының үҙе ҡайтып инеүен ни йөрәге менән көтөп ултырһын.

- Ҡайҙа йөрөй икән сәнселгер нәмә. – Әбей үҙ алдына әрләшә-әрләшә йәнә ауыл осондағы урманға ҡарай юлланды.

– Кит, оңҡот, нимә етмәйҙер, урман тулы күпереп үҫкән үлән, ул йөрөй темеҫкенеп, эсе ярылғыр.

Күршеһенең:

– Алай ҙа өтөк булырһың икән, бер аҙ көтһәңсе, ана минеке лә юҡ әле, – тиеүенә, еңмеш әбей, юҡты һөйләмә тигәндәй, ҡулын ғына һелтәне.

– Айыу ботарлағанын көтөп ултырайыммы! Артыҡ малым юҡ әле. Хәҙер бит "ике аяҡлы айыуҙар" ҙа донъя тулы. Ана, былтыр фәләңдәрҙең ҡырпаҡ ҡарға аяҡ баҫҡас, бура кеүек һыйыры ғәйеп булды. Кеше өсөн үҫтергән мал бармы!

– Һәү-һәү-һәү!

– Аҡбаш, Аҡбаш!

Әбей урман яңғыратып башмағын эҙләне. Тәүҙә туғайлыҡты ҡараны, унан, һыйырҙар тауышы ҡолағына салынғас, Ҡарауыл тауына үрмәләне. Ҡапыл аяҡ аҫтындағы ниндәйҙер түңгәккә эләгеп, баш аша мәтәләп барып төштө.

– Уй Алла, аяғым, әллә һынды инде. – Әбей апаруҡ ҡына ваҡыт аяғын ыуғылап ултырҙы. Үҙен ошо хәлгә төшөргән башмағын йәнә ҡәһәрләне.

– Убыр, эсе ярылғыр. Һинең артыңдан йөрөп толланыуым.

Ысынлап та, бигерәк йонсота бит әбейҙе башмағы. Бер ваҡытта ла көтөү ыңғайына йөрөмәҫ, башҡа малдар менән бергә ҡайтмаҫ. Айырлып ҡала ла йә хужалыҡ баҫыуына барып төшә, йә икенсе ауыл көтөүенә барып ҡушыла.

Башмағын эҙләп ахмаллаға төштө Сания әбей, ләкин таба алманы. Асыуы алҡымына еткән Сания әбей күҙ бәйләнгәс кенә ҡайтырға сыҡты. Ярһыған әбей ҡаршыһына осраған күрше-тирәләренә зарланырға ла онотманы.

– Ул, мәхлүк, һин эҙләгән урында йөрөй тиме. Һикһәндән үткән оло кешегә урман-тауҙар аша һыйыр баҫмаҡлатып йөрөү мәрәкәме ни! Әле теге ерҙе, әле был урынды эҙләй торғас, сыҡмаған йәнем ҡалманы. Ағастан әтмәләп һалынған баҫма аша сығып килгәндә йылғаға дөбөр- шатыр барып төштөм. Үләмме тип торам! Иртәгә ләж ятам инде бына. Оло кешегә күп кәрәкме ни!

Ҡапҡа төбөндө тыныс ҡына көйшәнеп ятҡан башмағын күреп, Сания әбей йәнә аҙарынды.

– Сәсрәгер нәмә, ҡасан ҡотолормон үҙеңдән?! Тамам толландырҙың бит, ҡорһағыңды бынауҙан һәнәк менән йырта төртөрмөн, – тип әрләй-әрләй Аҡбашын ҡураға ҡыуаланы.

Бынан һуң да башмағын әллә күпме тапҡыр эҙләп алырға тура килде әбейгә. Тапҡас та һин ҡыуалаған ыңғайға ғына ҡайтып барамы әле ул. Дөбөрләтеп йә шырлыҡ араһына инеп китә, йә тауға ҡарай үрмәләй.. Әлегә лә баяғы тауыш тирә-яҡҡа, урман-ҡырҙарға яңғыраны.

– Сәсрәгер нәмә, оңҡот!

Көҙгө бер көндө, мал бына-бына ҡураға керә тип торғанда, Сания апайҙың башмағы йәнә ҡайтманы. Ул тағы малын әрләй-әрләй эҙләй сығып китте. Был юлы ла бармаған ере ҡалманы. Ағасҡа аяҡ-ҡулдары һыҙырылып бөттө, кесерткән саҡмаған ере ҡалманы.

Бер саҡ әбей үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай торҙо: алдында бейек ҡая башынан осоп төшкән башмағының йәнһеҙ кәүҙәһе ята ине.

Ах, ниндәй генә хәлдә дә һәр һүҙеңде үлсәп әйтергә кәрәк икән шул.
Читайте нас: