Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
28 Май 2020, 15:10

Былай булғас, бөттөм инде

Ҡабаланып-һөрһәләнеп, машина аҫтына инеп киткәнен дә шәйләмәне ул.

Ҡорбановтарҙың ғаиләһе бына нисәнсе көн инде зыҡ ҡуба. Барыһы ла күптән, бик күптән көткән минуттар етте бит: бәпәйҙәре Илдар өҫтәлгә шап иттереп дипломын килтереп һалды:
– Ҡотлағыҙ, Илдар Ишғәлиевич бөгөндән юғары белемле табип.
Шуға нисек шатланмаҫһың да, нисек донъяһын гөрләтмәҫһең! Байрам хөрмәтенә мул табын әҙерләнде. Хатта баш ҡаланың үҙенән ҙур-ҙур ҡунаҡтар, дуҫ-иштәр саҡырылды.
Бөгөнгө заманда таныштарһыҙ бер аҙым да атлармын, тимә. Ә дуҫтары мирауай уның. Мәктәп директоры Барый Ҡотлобаевич теге ваҡытта осратып, малайыңды алтынға тырыштырырға кәрәк, тимәһә, бәлки, бөгөн ошолай гөрләп ултырмаған да булырҙар ине. Яҙыусы Ғата Хәйҙәров иһә урыҫ теленән инша яҙып бирҙе.
Ә бына улының туп-тура медицина университетына барып инеүе менән профессор Мөртәтовҡа айырыуса рәхмәте ҙур. Әтеү тиҙәк еҫе һеңеп бөткән ферма мөдире малайын ундай-бындай урынға яҡын да юлатмаҫтар ине. Уҡырға ингәс тә алты йыл буйы күҙ-ҡолаҡ булып торҙо әле. Хәҙер кеше алама бит. Әле бер, әле икенсе сәбәбен тапҡан булып, университеттан осорорға ғына торалар. Ә, Илдар, өскә-көскә булһа ла, уҡып сыҡты, ана.
Байрам ҡыҙғандан-ҡыҙа. Ашап-эсеү мул. Икенсе генә түгел, өсөнсө эйәге һалынып төшә башлаған, бите табаҡ кеүек йәйелгән Мөртәтов та ифрат ҡәнәғәт. Ул әле ҡаҙылығын, әле бишбармағын маҡтай-маҡтай һоғона. Унан һуң ҡаҙ һымаҡ ғоңҡолдатып ҡымыҙын һемереп ҡуя. Вәт, исмаһам, игелекте аңлай торған кешеләр. Бындайҙар менән йәшәргә була.
Ул да үҙ сиратында хужаларға рәхмәт әйтеп:
– Дипломыңдың мәнфәғәтен күрергә яҙһын! – тип егеттең ҡулын ҡыҫты.
Бер-бер артлы тостар яңғырай:
– Ҡара әле, беҙҙең ауылдан да табип сығыр көн бар икән!
– Үҙебеҙҙең заттан бит ул.
– Бергә йәшәйек!
Ишғәле ҡунаҡтарҙың барыһына айырым-айырым рәхмәт әйтеп, бүләктәр биреп, ҡулындағы рюмкаһын кәгеп ҡуйғас, даңғыр-доңғор тауышы менән йыр һуҙып та маташты:
Ҡайҙа ла ғына барма дуҫ-иш кәрәк,
Ҡаршы сығып, атың бәйләргә.
... Ҡышҡы матур көн. Дәресе булмаһа ла, Мөртәтов университетҡа ашыҡты. Сессия мәле бит. Үҙе уҡырға индерешкән бер студент менән ниндәйҙер проблема килеп сыҡҡан. Тиҙерәк килеп етеүен үтенә.
Ҡабаланып-һөрһәләнеп, машина аҫтына инеп киткәнен дә шәйләмәне ул.
– Операцияны кем эшләне? ­– Наркоздан һуң иҫенә килгән профессорҙың тәүге һорауы шул булды.
– Ҡорбанов!
– Илдар Ишғәлиевичмы?
– Эйе, тап үҙе. Әллә берәй танышығыҙмы? – Шәфҡәт туташы әйләнеп ҡарағанда, профессор тағы иҫен юғалтҡайны. Уның, былай булғас, бөттөм инде, тигән мейеһен телеп үткән һуңғы уйын берәү ҙә белмәне.
Читайте нас: