Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
29 Май 2020, 12:20

Теге донъяла

Атаҡ-атаҡ, теге донъяла ла әрләшәләр икән

Икенсе урынға шылып ҡарайым - унда ла ҡаты ер, бирерәк күсәм - тағы ер. Шунда ғына башыма етте: мин бит теге донъяға киткәнмен. Бер ваҡыт кеше тауышы ишетелгәндәй булды. Әһә, белдем, яуап алыр мәл етте. Йәһәт кенә ергә һылыштым. Тегеләр икәү инеләр, мине төрткөләп ҡаранылар ҙа һуҡранып китеп барҙылар. Ғәжәп: үҙҙәре беҙҙеңсә һөйләшә бит әле. Береһе:
- Бигерәк күрмәгәндәй ҡапланды шул, - тип кемделер һүгә. Атаҡ-атаҡ, теге донъяла ла әрләшәләр икән.
Бер ваҡыт ашағы килә башланы. Үәт, ҡыҙыҡ, үлгән кешелә лә асығыу тойғоһо була икән. Ҡалғанын хәтерләмәйем. Мине уятып, яҡты донъяға алып сыҡҡанда төш еткәйне инде. Баҡһаң, кисә ҡунаҡта мул ғына уртлап алғас, мал аҙбарына инеп тәгәрәгәнмен. Бына һиңә теге донъя! Ошонан һуң ни эшләптер араҡы менән дуҫлығымды ҡапыл ташланым да ҡуйҙым. Эсмәһәң дә донъя шул тиклем матур икән.
Читайте нас: