Сәйфи ағай йыйылыштан кәйефе ҡырылып, бик борсолоп ҡайтҡан. Быға ҡатыны ҡайғырып, ирен ҡыҙғанып, кәңәш бирергә тотонған:
- Һин хәҙер йәш кеше түгел бит, төкөрөп бир барыһына! Юҡ-барға ҡаныңды боҙорға ни, нимә генә тиһәләр ҙә, иҫең китмәһен, өндәшмәй ҡал.
Ире быға яуабын да әйткән:
- Бер ҙә генә ирешәһе генә түгел ине лә, һиңә әйтәм, үҙҙәре ҡанға тоҙ һалалар. "Ҡатының һымаҡ һин дә гел генә туҙға яҙмағанды лығырҙайһың", тип тәҡәтте ҡороталар.
Быны ишеткәс, ҡатын ни эшләргә белмәйенсә, бәрелә-һуғыла ҡысҡырырға тотонған:
- Ҡара әле, ҡара йөҙҙәр, шулай тиҙәрме? Минең яманатты һаталармы ни? Улай булғас, әрләшеү генә түгел, боғаҙҙарына йәбеш, сәйнә, әммә ләкин бисәңдең авторитетын төшөрттөрмә! Бында ней төшөп ҡалған кеше барҙыр шул.