Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
9 Июнь 2020, 20:25

Енле соҡор

Шул саҡ алға осоп киткән өкө яғында сәйер бала тауышы сыға башланы.

Ғәлимдең тау араһындағы урыҫ ауылы Кесебейгә почта ташыуына икенсе йыл булып китте. Күбеһенсә йәйәү йөрөргә тура килгәс, уға урманлы тау битендәге ун саҡрымлыҡ һуҡмаҡтың һәр боролошо таныш. Ул хатта ниндәй имән ағасы артынан уҫаҡ, ә ҡайһы ҡайын артында саған ағастары үҫә икәнен белә. Үткән аҙнала был юлда кемдең нисәнсе размерлы итеге еүеш балсыҡҡа эҙ ҡалдырғанын иҫләй ул. Үткәндә туҡталып еләк ашаған урында нисә яңы еләк ҡыҙарып бешеүен дә белә.
Урман юлы ике соҡор аша үтә. Ғәйнулла утарын уҙғас урынлашҡаны һөҙәк, тәрән түгел. Икенсеһе, Айыръяланды урталай бүлгән йылғасыҡтыҡы, бигерәк тәрән. Соҡорға төшөүен тиҙ төшәһең, ә менеү өсөн бер сәғәт кәрәк. Соҡор уртаһынан һалҡын йылға аға, тирә-яғын шомло урман ҡаплаған. Һауа һәр ваҡыт еүеш булғас, таштар лайлалы, тайғаҡ, ағастар мүк менән ҡапланғандар. Соҡор ярында үҫкән имәндәр шыр ботаҡлы, ерҙән тамырҙары сығып тора. Улары шайтандың кәкре бармаҡтарын хәтерләтеп ыржайышып торалар. Был ботаҡтар һәм тамырҙар һәр үткенсене эләктереп ҡалырға теләп, уның әйберҙәренә йәбешәләр, йырталар.
Ғәлим Кесейбейгә почтаны һуңыраҡ алып сыҡһа, ҡайтҡанда был ерҙәҙе нисек үтерен самалап китә. Соҡор төбөндә көндөҙөн дә
ҡараңғы, ә кистәрен бөтөнләй бер ни күренмәй. Төндә был соҡорҙо фонарһыҙ үтеп булмай, юҡһа, йә йығылып имгәнәһең, йә аҙашаһың.
Үткән йыл, ҡар яуыр алдынан, Кесебейҙән ҡайтышлай, соҡор төбөндә һөрөнөп йығылып, кеҫә фонары ватылғас, Ғәлим, ҡайтыу яғына үрләйем тип, бөтөнләй Асы тауы башына килеп менгән ине. Биш минутлыҡ ярҙы ул ҡараңғыла ике сәғәт үрмәләне. Тау башына менеп еткәс кенә, ауыл эттәре өргән тауыштан ҡайҙалығын самаланы. Етмешенсе йылдарға тиклем Әйтмәмбәттә электр уты булманы. Ауыл халҡы, кәрәсин лампаларын һүндереп, иртүк йоҡоға тала. Юлда һуңға ҡалһаң, ауылды шул эттәр өрөүе буйынса ғына самалап була ине.
Аҙау урта мәктәбендә Әйтмәмбәт, Оҙондар, Ҡарағай, Ҡыҙғы, Тирәкле, Ҡолмас һәм башҡа ауыл балалары кем интернатта ятып, кем йөрөп уҡыйҙар. Әйтмәмбәттәр күп булғас, 10 саҡрым ерҙе көндә атлап йөрөйҙәр. Ә Ғәлим, етмәһә, аҙнаһына ике көн гәзит-журналдар алып ҡайта ла тағы ла ун саҡрымлыҡ Кесебейгә юлға сыға. Бөгөн дә төштән һуң ауыр ғына йөгө менән юлға сыҡты. “Сельская жизнь” гәзите килһә, “Сельская новь” журналы ла өҫтәлһә, Ғәлимдең йөгө икеләтә арта. Кесебей ауылының 95 өйө бөтәһе лә ошо гәзитте һәм журналды алдыра.
…Октябрь айы быйыл ямғырлы, көн дә тиерлек ямғыр яуа. Кисен бөтә ауыл малайҙары клубта бильярд төртә, йә домино һуға. Кино аҙнаға бер генә, шәмбе көнө генә килтерелә. “Избач” Зәйнетдин ағай клубтағы етеле ике кәрәсин лампаһын теүәл сәғәт етелә яндыра. Тәҙрәнән күренгән һүрән генә яҡтыға ун минут эсендә бала-саға йыйылып та өлгөрә:
– Малайҙар, кисә мин кисен Кесебай ауылынан турыға һуҡмаҡтан Айыръялан соҡоро аша ҡайтҡанда ен осраттым! – тине Зәйнетдин ағай. – Үәт, әҙәм шомлоғо, сыйылдап бала кеүек илай! Үҙе эргәлә, үҙе күренмәй. Етмәһә, баш осонда ялпылдап ҙур ҡош оса, ә тегеһе ер тырнап илай. Хас бәләкәй бала! Тәрән соҡорҙо бер генә һикерҙем, малайҙар.
Ғәлимдең тиҫтерҙәре, унлап малай, ауыҙҙарын асып, клуб мөдиренә баҡҡан. Ҡырҡтан уҙған ир алдашмайҙыр бит?! Ул һунарсы ла, балыҡсы ла түгел шапыртырға. Үҙе уҡыған кеше лә, “избач” булып эшләй.
Бер сәғәттән малайҙар Зәйнетдин ағалары һөйләгән мажараны оноттолар ҙа инде.
Иртәгәһен Ғәлим Аҙауҙан, ҙур почтальон сумкаһын тултырып, гәзит-журналдар алып ҡайтты. Әмәлгә ҡалғандай, әлеге “Сельская жизнь” һәм “Сельская новь” килгәндәр. Әсәһе, был ауыр йөктө урталай бүлеп, Кесебейҙекен кире сумкаға һалып, һәр бер гәзиткә һәм журналға өй хужалары исемен яҙып ҡуйҙы.
Ғәлим төшкө ашты ашап алды ла, ҙур резина итек, болон курткаһын кейҙе, почтальон сумкаһын аҫып, һарай аша артҡы юлдан сығырға булды. Лапаҫтан йәнһеҙ юлдаштарын - биш йоморо батареялы герман кеҫә фонарын һәм оҙон велосипед күрегенең эске ҡорос көпшәһенән эшләнгән ике яһаулы “пугач”ын алып сыҡты. Зәйнетдин ағайҙың кисәге һүҙҙәренән Кесебейгә буш ҡул менән ахмаҡ ҡына сыға бит!
Ғәлим яҡты күҙҙә Кесебей ауылына бер мажараһыҙ килеп етте лә, гәзиттәрен тиҙ генә таратып бөтөп, ҡайтырға сыҡты. Ике йөҙ
гектарҙай майҙандағы Кесебей яланы осона килеп еткәндә ҡараңғы төштө. Малай, нисек кенә шәп атламаһын, йүгермәһен, ҙур размерлы ирҙәр итеге уның аяҡтарын бәйләгәндәй ине.
Урманға кергәс, Айыръялан соҡорона табан бер саҡрым атларға кәрәк. Әлегә һирәк кенә һибәләгән ямғыр юлды үтә бысратмаған. Ағас араларынан ҡороған япраҡ түшәлгән һуҡмаҡ асыҡ күренә. Ана алда ҡараңғы соҡор шәйләнә. Ғәлим фонарын ҡапшап ҡараны ла әлегә ҡабыҙмаҫҡа булды.
Һуҡмаҡ яйлап соҡорға төшә башланы. Ғәлим, үҙе белгәнсә аяғы менән ҡапшап, юлды дауам итте. Кинәт уның баш осонан ҙур өкө ялпылдап осоп үтеп китте. Малай саҡ ултыра төшмәне. Ләкин урманды яҡшы белгән малайға эргәһендә тере йән барлығын күреү күңелле булып китте. Шул саҡ алға осоп киткән өкө яғында сәйер бала тауышы сыға башланы. Ғәлим тиҙ генә пугачын сығарып, сыйырға шырпы әҙерләп, ҡуйынына тыҡты. Почтальон малай, ни булһа ла, юлын дауам итергә булды, сөнки өйҙә әҙерләнмәгән дәрестәре көтә.
Ҡыҙғаныс сайылдау тағы ҡабатланды. Был йәнлек тауышы икәне асыҡ ине, тик уның нимәнеке икәнен кескенә малай айыра алмай. Тауыш һуҡмаҡтан йыраҡ түгел, һулда сыға. Малай, ни булһа ла була, тип пугачын ҡуйынына ҡыҫҡан килеш алға атланы. Шул саҡ тауыш дүрт-биш аҙым алда ишетелде лә тынды. Ғәлим: “Тәүҙә атырғамы, әллә фонарҙы яндырырғамы икән?” – тип уйлап алды. Ғәйфулла ағаһы менән инде нисә мәртәбә урманда ҡунған малай һыҙма мылтыҡ яһауының ҡәҙерен белә. Әгәр пугачты бер атһаң, уны кире яһау өсөн ярты сәғәт ваҡыт кәрәк. Малай шымып ҡалды. Алда берәү япраҡтарҙы тырнап, ер соҡой кеүек. Шул саҡ теге ҙур өкө, тағы ялпылдап баш
осонан осоп үтеп, ергә лып итеп әллә ултырҙы, әллә кемгәлер йөнлө ҙур тырнаҡлы аяҡтары менән һуҡты, гөп-гөп итеп ҡанаттары ергә бәрелде. Теге сәйер хайуан йән өшөткөс тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе лә тағы ла ер тырнарға кереште.
Ғәлим инде, күп уйламай, фонарын тоҡандырҙы. Һуҡмаҡтан әллә ни йыраҡ булмаған арала, кескенә сәтләүек ағастары аҫтына боҫҡан ҡуян алғы аяҡтары менән тырмашып алға китергә итә, тик хәрәкәтһеҙ ҡалған артҡы ике аяҡ һөйрәлеп, ҡуянға сабырға ҡамасаулай. Шул саҡ ағас башында күҙәтеп ултырған ҙур ҡош, тәрилкәләй күҙҙәрен баҙлатып, яралы ҡуянға ташланды. Мәхлүк шунда уҡ арҡаһына ятты ла сайылдап алғы аяҡтары менән үҙенә уҡталған өкөгә һуҡҡылай башланы. Бала тауышы сығарған оло ҡуян, ахырыһы, һунарсы мылтығынан ҡотолоп ҡала алған, тик ошо һупайлы уны инде нисә көн йонсотоп талай, тик үлтерә алмай, көсө етмәй. Алыш бер көн генә бармағандыр: ҡуяндың арт һаны тырналып бөткән, ағара башлаған осаһы ҡыҙыл ҡанға батҡан.
Ғәлим фонарын һүндерҙе лә, ике яһаулы оҙон көпшәле пугачын буш ағас башына төҙәп, алғы яһауын атып ебәрҙе. Был гөрһөлдәү шаңдау булып соҡор эсендә оҙаҡ йөрөнө лә ҡайтауаз булып ҡабатланып юҡ булды. Малай фонарь уты аҫтында ҡуйы ҡаҙаяҡ аҫтына шыуышып барған ҡуянды ҡарап торҙо. Фонарын почтальон сумкаһына һалды ла, тәрән соҡорҙо тиҙ генә үтеп, Ғәйнулла утарына тиклем йүгерҙе. Ауылының кәрәсин лампалары баҙлаған өйҙәрен күргәс, танау эсенән күңелле генә моң көйләп, алға атланы. Бәләкәй малай, үҙен ҙур асыш яһаған эҙәрмән итеп тойоп, артта ҡалған ҡараңғы “енле соҡорға” хәйләкәр генә йылмайып ҡарап ҡуйҙы
Читайте нас: