Ғәбделхәмит бабай төнөн тышҡа сыҡһа, ихатанан аша булмаған ергә тышалған Ерән ҡашҡаның юҡлығын шәйләне, һуңынан һарай башына менеп, Ғәйнуллаға өндәште. Кетәктә ултырған унлаған тауыҡтарҙың бер-береһен этеп төшөргән тауыштан башҡа шырт иткәне лә ишетелмәне. Бабай өйгә керҙе лә “тәрбиә ҡайышы”н
күренгәнерәк урынға элеп ҡуйҙы. Ҡарсығы Нәсиә бабайының йөҙө боҙолоуын күреп:
— Ни булды тағы? Бәйләнмә шул малайға, ул бит инде ҙурайған. Уға ла кеше менән аралашырға кәрәк, — тип һуҡранды.
Бабай ҙа яуапһыҙ ҡалманы:
— Ҡайтһын ғына әле, күрмәгәнен күрһәтермен мин уға! — тине лә, йоҡларға ятты.
Егет ҡорона инеп килгән Ғәйнулла был саҡта атта яй ғына Бейе йылғаһы буйлап юртып, йырлай-йырлай Әйтмәмбәт ауылына инеп килә ине.
Шул саҡ ул шып туҡтап ҡалды. Маңлайына усы менән шап иттереп һуҡты: “Үәт, мин дүрәк!” Ул бит бөгөн ат урынына үжәт ҡыҙғылт башмағын ағасҡа бәйләп китмәгән. Олоғая башлаған атаһы һәр кис урамға сығып мал-тыуарҙы барлап, аттың тышалғанын күреп, йоҡларға ятыуын нисек онотмаҡ кәрәк? Оноторһоң да шул. Бөгөн ауылда концерт ҡуялар. Нисек утарҙа яңғыҙ ятаһың, ти. Унан һуң йәштәр тансыға ҡала. Бергә уҡыған класташ ҡыҙҙар була, етмәһә йыр-бейеү ойошторола. Ә иң алдан йөрөүсеһе — Ғәйнулланың күҙе төшкән Гөлирә була бит.
Концерт гөр килеп уҙҙы. Күрше ауылдан килгән үҙешмәкәрҙәр спектакль менән генә сикләнмәне, йырын да һуҙҙы, бейеүен тыпырлатты. Тансылар ҙа һәүетемсә булды. Ғәйнулла өҙҙөрөп гармун уйнаны. Башҡа гармунсы уйнаһа, осоп бейергә төшөп китте. Уның һомғол көслө кәүҙәһе иҙәнгә лә теймәгән төҫлө, аяҡтарына күҙ эйәрмәй, тыпылдауы көйҙөң көйһөҙ ерен дә төҙәтерлек.
Гөлирәне оҙатып ҡуйғас, ат аҙбарындағы Ерән ҡашҡаһына менеп, гармунын иңенә аҫҡан егет утарға ҡайтты. Һарбай, атты бышҡырыуынан танып, өрмәне. Ғәйнулла һарай башындағы юрған аҫтына бесән төрөп һалды. Йәнәһе, үҙе йоҡлап ята. Һуңынан һарай эсендә ат өсөн эшләнгән киң утлыҡҡа йәш бесән һалып, йоҡлап китте.
Таң һарыһынан һарай башындағы тауышҡа тертләп уянды. Баҫҡыстан менеп ҡараһа, атаһы бесән төрөлгән юрғанды ауыр һалдат ҡайышы менән яра ине.
Ғәйнулла ипләп кенә төштө. Баҫҡысты алды ла атаһына:
— Атай, ни эшләйһең унда? — тип өндәште. Ярһыған атаһы уны башҡа улы менән бутаны, ахыры.
— Шаулама, мишайт итмә. Ана сәй эсмәгә әсәйең янына кер. Мин был аҡтыҡ малайҙың кәрәген бирәм дә төшәм, — тип кеше һынын һаман бешә бирҙе. Тамам арығас, Ғәбделхәмит бабай:
— Ғәйнулла, ниңә өндәшмәйһең, ниңә тағы Ерән ҡашҡаны алып киттең, нисек төн буйы йөрөгән ат көн буйы күбә һөйрәһен? — тип, бесәнле һынды “тәрбиәләй”.
— Атай, мин бында. Осоп төшмә, баҫҡысты алдым, — Ғәйнулла атаһына өндәште.
Олоғая килгәс, күҙе насар күргән бабай, аптыраны:
— Тағы ҡулдан ысҡындыңмы. Тағы ла ҡастыңмы? — тип, һарай башы ситенә үк килеп баҫты.
— Атай, — тине Ғәйнулла, — әгәр һин миңә тейһәң, иртәгә Ерән ҡашҡаң аҡһаясаҡ. Миңә аҙнаһына бер мәртәбә ауылға клубҡа барыуға биреп торһаң, аҡһамаҫ, бер айҙа һимереп, тота алмай йонсорһоң. бына күр ҙә тор, шулай буласаҡ!
Ярһыған атаһының ышанмағанын күргән малай:
— Һин һикермә, билеңде ауырттырырһың, йә аяғыңды һындырырһың! Әсәй килеп баҫҡысты ҡуйыр, — тип, өйгә йүгерҙе.
— Әсәй, әсәй! Атай биш минуттан һарайға килеп баҫҡысты ҡуйырға ҡушты. Тауыҡтар баҫҡыстан менеп, яңы бесәнде бысраталар! — тине.
Һуңынан, шәп-шәп итеп тамаҡ туйҙырҙы ла, ҡармаҡтарын алып Инйәр буйына юлланды.
Кис ҡайтыуға Ғәбделхәмит бабай тынысланған, күп итеп балыҡ алып ҡайтҡан малайына ҡарап алды ла:
— Бөгөндән соланда йоҡлайһың. Йөрөмә тауыҡтарҙы ҡурҡытып һарай башында, улар һине күргән һайын, һыйыр кеүек ҡыланып, бесәнде бысраталар, йүнһеҙҙәр! — тине.
Урамға сығып, Ерән ҡашҡаға ҡарап торҙо ла, мыйыҡ аҫтынан йылмайып, эшенә кереште.
Ғәйнулланың иртән әйткән һүҙҙәре бабайҙың башынан көнө буйы сыҡманы. Минут һайын тигәндәй яҡында ғына утлап йөрөгән Ерән ҡашҡаһына ҡараны. Был оло ғына бейә йорттоң төп “эшсе”һе ине. Утын, бесән алып ҡайтыу, тағы ла йыл һайын матур ҡолон ҡолонлауы аттың мәртәбәһен бабай алдында тағы күтәрә. Ә аяғы ауыртҡан Ғәбделхәмит бабайға ҡайҙа ғына барһа ла атһыҙ мөмкин түгел. Шуға ла шуҡ малайҙың ҡыланыштары ҡартҡа оҡшамай. Ул Ғәйнулланың бейәне шәп саптырып, ҡолон һалдырыуынан да ҡурҡа. Ә инде аттың аҡһап китеүен күҙ алдына ла килтерә алмай. Унан ни эшләргә ҡал
йоҡоға китте. Ғәйнулла солан ишеген шым ғына асып, урамға сыҡты ла, көндөҙ үк әҙерләп ҡуйған планын тормошҡа ашырҙы. Атаһының урамда ҡалдырған инструменттар һауытын тиҙ генә ҡулына алды ла, шәп итеп атлап Ерән ҡашҡа янына килде. Меҫкенкәй, малайҙың шикле эш менән килгәнен шунда уҡ һиҙенгәндәй, бышҡырып алды.
Ғәйнулла һауыттан яңы даға сөйөн һайлап алды, шырпы яндырып, уның осон оҙаҡ ҡына көйҙөрҙө. Шунан бейәнең алғы һул аяғын тубығына һалды. Малай яланда ат дағалағандарын йыш күрә ине. Ҡыйыу ҡыланып, атҡа үҙенең хужа икәнлеген белдереп, юхалап та алды:
— Тр-р... Малҡай, малҡай, тик тор...
Ағайҙарынан ишеткән сиған ат ҡараҡтарының алымын ул белә ине, шуға күрә лә ҙур белгес кеүек дағаның эске яғынан аттың тояғына сөйҙө еңелсә һуғып керетеп ебәрҙе. Бейә ауыртыуҙан тертләгәс, даға сөйөн кәкерәйтте. Ерән ҡашҡа бер тояғын ергә ҡуйып, бер кире күтәреп-төшөрөп, бышҡырып тороп ҡалды.
Ғәйнулла инструменттарын атаһы ҡуйған урынға урынлаштырҙы ла соланда йоҡларға ятты. Ул Ерән ҡашҡаның тыныслыҡ тапмай бышҡырыуын тыңлап, иҙрәп йоҡлап китте.
Таң атыр-атмаҫ атаһы Ғәйнулланы ҡыйыуһыҙ ғына төрткөләй ине:
— Улым, тор әле, ниңәлер Ерән ҡашҡа аҡһай, атлай ҙа алмай...
— Һул аяғы ауыртамы? — тине Ғәйнулла, һиңә кисә әйттем бит тигән төҫлө, кире боролоп ятты. — Атай, аптырама, иртәгә бөтә ул...
Ен-пәрейҙәргә ышанмаған уҫал ир уҙаманы күрәҙә малайынан ситкәрәк китеп иҫе китеп торҙо. Кире өйгә инеп сәй эсте. Йылға буйынан тал сыбығы йыйып, яр мурҙаһы үрергә кереште. Ат булмағас, бер ҡайҙа ла барып булмай. Бабайға бигерәк бейәһе йәл ине. Ул:
— Ерән ҡашҡам терелһә, Ғәйнуллаға биреп торормон инде, йөрөһөн яйлап клубына, шайтан алғыры! — тип, бер нисә тапҡыр ҡабатлап та ҡуйҙы.
Ерән ҡашҡа бер генә уң аяғына баҫып, көн үткәрҙе. Ғәйнулла, бөтәһе лә йоҡлағас, алдан әҙерләгән йод шешәһен һәм ҡыпһыуырын тотоп, Ерән ҡашҡа янына килде. Тиҙ генә тояҡтан сөйҙө алды ла, йод менән яраны ныҡ итеп сылатты. Оҙаҡ ҡына тотоп торҙо... Ерән ҡашҡа, кисәгенән дә нығыраҡ бышҡыра-бышҡыра, үлән ашап тороп ҡалды.
— Ғәйнулла, улым тор әле, — тип, атай кеше малайын иртән үк уятты.
— Ни булды атай, Ерәнең аҡһамаймы? Әҙерәк кенә йоҡлайым инде. Әгәр атыңды шәмбе биреп торам тимәһәң, иртәгә уң аяғы аҡһай, — тип, ауыҙын ҙур асып кирелгән булды.
Ниндәй генә уҫал ир булмаһын, Ғәбделхәмит бабай, күрәҙәсегә әйләнә башлаған малайынан берсә ҡурҡа биреп, берсә йоҡоһон бүлмәйем тип, Ерән ҡашҡаһын екте лә, арбаға ултырып бесәнлектәрҙе ҡарарға сығып китте.
Тағы кис булды. Атай кеше бер ни эшләмәй тышта тик йөрөй, яландарҙа йөрөп ҡайтҡан бейә, яҡында ғына үлән уртлай. Хайуан баш күтәреп, бышҡырып та ҡуя. Ғәйнулла был юлы даға сөйөн, сүкешен көндөҙ үк әҙерләгән. Сөйҙө оҙаҡ ҡына йод һалынған һауытта тотоп
алды. Ҡараңғы төшөп, бөтәһе лә йоҡлағас, малай Ерән ҡашҡаның уң аяғын “сөйләп” ҡуйҙы. Бейә бер урында шаҡ ҡатып, аптырашта таң аттырҙы.
Киләһе иртән Ғәйнулла урамдағы шау-шыуға уянып китте. Ғәбделхәмит бабай геү килеп Һарбайҙы һүгә:
— Һин нәмә тик ятаһың? Ендәр атты сихырлай, ә өй һаҡсыһы бер өрһәсе!
Ғәйепһеҙ ғәйепле булған Һарбай, булмаған ҡойроғон һелкетергә тырышып, арт һанын ҡыбырҙата. Был бабайҙы тик ҡыҙҙыра ғына ине.
— Атай, ат ниңә атламай, әллә уң аяғы ауыртамы? Иртәгә шәмбе, һин уны миңә рөхсәт итһәң, йүнәлер ул. Тик был айҙа ныҡ һимерә башлай инде. Минең төшкә керҙе. Һин атты иртәгә бирәһеңме, атай? — тип атаһына ҡараны.
Донъяла күп кенә йәшәп, күпте кисергән Ғәбделхәмит бабай аптырауҙың сигенә сыҡты. Шулай ҙа тик һул аяғында ныҡлап баҫып, ҡуҙғалмай ҡалған бейәһен үтә йәлләп:
— Улым, иртәгә кискә ат һинеке, тик көндөҙ атлап китһен! Улым, төшөңдә “тегеләр” күренһәләр, әйт, бейәне йәй уртаһында артыҡ һимертмәһендәр, бесәнде кем менән эшләрбеҙ, ат шашып тоттормайса йөрөһә!
— Ярар, атай, күренһәләр, әйтермен. Шулай ҙа Ерән ҡашҡа егәрле ат, уны йәлләргә кәрәк! — тине лә өйгә инеп китте.
Өй эсендә әсәһе Ғәйнуллаға ҡарап:
— Улым, атайыңды йонсотма инде. Ул нисә көн төн уртаһында тороп ат ҡарап йөрөй, ошо арала ниндәйҙер доғалар ҙа уҡый
башланы. Мин уға әйттем, ул һине туҡмамаҫ, ҡайышты ла сығарып ырғытты инде, — тине, мут йылмайып.
Төнөн Ғәбделхәмит бабай малайының урамға “биш минут”ҡа ғына сығып килгәнен шәйләне, ләкин быға иғтибар итмәне. Тик шунан биш—ун минут үткәс Ерән ҡашҡаның бышҡырып тәҙрә янынан яйлап үтеп барыуы ғына йөрәгенә шом һалды. Ләкин малайҙың “елгә” сығып килеүен һәм аттың атлап китеүен бергә бәйләргә уның башы етмәне.
Йорт хужаһы иртән тороуға Ерән ҡашҡа ҡапҡа эргәһендә тапанып тора. Һарбай уның ҡойроғо аҫтында тиерлек ултырып, аттың ялбыр булып оҙонайған, күптән ҡыҫҡартылмаған ҡойроғоноң йә тегеләй, йә былай килеп бәүелеп тороуына аптырап ҡарап ултыра. Һарбай боролоп үҙенең артына күҙ һала ла, ҡойроҡтан ҡалған бәләкәй генә киҫәкте ҡыбырҙатып, ниңәлер сыйылдап ала. Әйтерһең, эт тә киҫелгән ҡойроғоноң ҡасандыр ҙур булыуын иҫләп, үҙенең бөгөнгө хәлен йәлләп ҡуя кеүек.
Ғәйнулла бөгөн ауылға тансыға матур кейенеп, яҡшы эйәргә ултырып, ҡапҡанан сыҡты. Гармунын һуҙып йырлап ебәреүе сәйер һымаҡ күренһә лә, ул үҙенең тормошонда ҙур үҙгәрештәргә риза булып, шатлығын йәшермәй ине.
Ғәбделхәмит бабай әбейенән ата-бабаларҙан һаҡланып ҡалған Ҡөрьәнде һорап алды ла өҫтәл артындағы урынының иң күренгән еренә ҡәҙерләп һалып ҡуйҙы.
— Әбей, әллә мин ҡартаям, әллә донъя үҙгәрә, Ғәйнулланы танымай башланым. Ул һөйләгән нәмә гел ысынға килеп тик тора, хатта бер аҙна алдан әйтеп ҡуйғаны дөрөҫ сыға. Ошо арала олоғайған
бейәне һатып, йәшен алырға кәрәк. Ен эйәләштергән ахыры, ауырый башланы. Ысынлап та, бер айҙа һимереп китһә, һатырға кәрәк! — тине, әбейен дә хайран ҡалдырып.
Нәсиә әбей атты йәшел үлән менән генә һимертеп булмағанын яҡшы белә. Оло бейәгә бирергә һоло инде нисә йыл булғаны юҡ. Колхоздар бөтөп, бөтә ер совхозға бирелгәс, тирә-яҡта үҫтерелгән иген бөтөнләй хөкүмәткә китә башланы. Халыҡҡа иген һатҡан, игенде эш хаҡына биреү инде әллә ҡасан онотолған.
Ғәйнулланың ауыл фермаһы мөдире малайы менән дуҫлашҡанын әсәһе лә, атаһы ла белмәй ине. Тегенеһеферма атына, ә Ғәйнулла Ерән ҡашҡаға атланып, инде нисә рәт Имәнле ауылы клубына ла барҙылар. Йыш ҡына Ғәйнулла Әйтмәмбәт ауылына клубҡа килһә, алдан һөйләшкәнсә, дуҫы Ерән ҡашҡаһын совхоздың ат һарайына ҡуя. Был һарайҙа тоҡом айғыры өсөн килтерелгән һоло, кимерергә тоҙ, эсергә һыу ҙа бар. Тансы бөткәнсе Ерән ҡашҡа бер биҙрә һолоно ашап бөтөрә, ә юлға Ғәйнулланың дуҫы тағы ярты тоҡ “күстәнәс” аҫып ебәрә. Был “күстәнәс” өйгә ҡайтмай, йәшерелә. Шулай итеп, ғүмере буйы һоло күрмәгән оло бейә, хужаның клубҡа килеүен бик хуп күрә, сөнки өйҙә һоло көн һайын тәтемәй.
Ғәбделхәмит бабай Ерән ҡашҡаһының ысынлап та ялтырап, һимереп киткәнен ғәжәп итеп күҙәтеп йөрөнө лә, берҙән-бер көндө Ғәйнуллаға атты Имәнле ауылына алып барып, йәш бейә тайына алмаштырып ҡайтырға ҡушты, хатта аҡса ла биреп ебәрҙе.
Шулай итеп, шуҡ Ғәйнулла күҙҙең яуын алып торған йәш тайҙы үҙе егеүгә өйрәтеп, утар менән күрше ауылдар араһын геү итеп бер нисә йыл рәттән клубтарға гармун тартырға йөрөнө.
Ә Ғәбделхәмит бабай йәй уртаһында һимергән, “енләнгән” бейәнән нисек ҡотолғанын һөйләр булды. Тик кешеләр генә аңламай ине, нисек торғаны һыу, үлән менән ҡартайып бөткән бейәне һимертеп булғанын. Ысынлап та, бейәгә ен ҡағылған булған икән!