Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
22 Июнь 2020, 14:15

Йүгәнле айыу

Айыу бер үҙе түгел ине, арыраҡ тағы ла береһе ҡыбырҙай, сүгәләп-сүгәләп алалар.

Ғарифулла ЯПАРОВ
Быйылғы һолоноң уңыуына Ғәлим таң ҡалды. Сафроновка яланында сәселгән был культура, урындағы быуаның томанын үҙенә һеңдереп, кеше бейеклегендәй булып күтәрелде.
Ғәлим һәр көн иртән атын ошо быуа башындағы соҡор аша алып сыға ла ҡаршы яҡтағы яр буйына тышай. Йәш тай әлегә тышау серҙәрен белмәй, бәләкәй генә аҙымлап, бер урында ғына тигәндәй, үлән ашай-ашай таң аттыра.
Сафроновка быуаһы ярайһы уҡ киң һәм тәрән. Бында әллә ҡасандан бирле карп һәм табан балыҡ тоталар. Ялан станындағы ҡайһы бер трактористар, төнгөлөккә ҡармаҡҡа алма ҡуйып, иртәгәһенә бер ике тос ҡына карп менән аш төрләйҙәр.
Ғәлимдең үҙе өйрәткән тайы кәүҙәгә ҙур түгел, ләкин был башҡорт тоҡомло йәш ат урманды, тауҙы, һыуҙы бар тип тә тормай, хужа ҡайҙа ҡыуа, шунда бара. Улар икәүләп йәйге ямғырҙан ташҡан Ләмәҙ һәм Сим йылғаларын йөҙөп сыҡҡанда ағып та китә яҙҙылар. Ләкин ауыҙлығы һалдырылған йәш, көслө ат, һис ҡурҡыу һәм арыу белмәй, гел ярға сыға килде.
Әйтмәмбәт ауылынан тау һырттары аша Фроловка, Михайловка, Северюхино ауылдарына барғанда, был йәш ат һис тә юлдан тайшанмай, үҙе белгәнсә һуҡмаҡ табып, ниндәй генә ҡара төн булмаһын, хужаһын кәрәк урынға илтә килә.
Бөгөн дә Ғәлим таңғы биштә, йүгән тотоп, атын алырға йүнәлде. Томанлы быуа башындағы соҡор аша ары сыҡты ла, һәр ваҡыт ошонда йөрөй торған тайын күрмәгәс, аптырап китте.
Ғәлим ат тышалған һоло яланы ситендәге үләнлеккә етте лә аптырап ҡалды. Йәш тай беренсе мәртәбә соҡор буйлап Оҙондар ауылы яғына сапҡан.
Ғәлим, тимер ауыҙлыҡ сыңламаһын тип, йүгәнде ҡулына урап тотоп, яй ғына һоло яланы яғына атланы ла, бара биргәс, кинәт туҡтап ҡалды. Алда, томан эсендәге һоло араһында, уның тайы йөрөй кеүек ине. Ныҡлап иғтибар иткәс, был ҡарасҡының кәүҙәгә бик ҡыҫҡа булып, тайға оҡшамауына аптырап, баҫып ҡатып ҡалды.
Тирә-яҡ еүеш томан эсендә. Бында тауыш та ишетелмәй, еҫ тә йөрөмәй. Ғәлим тағы ла текләберәк ҡараған ине, ҙур ғына айыуҙың, һөтлө һоло башаҡтарын усы менән һыпырып алып, ауыҙына тултырыуып йөрөүен абайлап ҡалды. Айыу бер үҙе түгел ине, арыраҡ тағы ла береһе ҡыбырҙай, сүгәләп-сүгәләп алалар.
Ғәлим шым ғына эйелде лә, ятаҡ яғына ыңғайланы. Артта тауыш-тын булмағас, ул соҡорҙо ике-өс кенә һикерҙе лә, ашхана янындағы йәш тайына төкәлә яҙып барып туҡтаны. Уныһы соҡорҙо үрҙән урап сыҡҡан да, ун саҡрымдағы ауылға сапмай, кешеләр һәм тракторҙар торған ялан станына килеп туҡталған. Хужаһының хәрәкәтенә ул да тертләп, шым ғына кешнәп алды ла, икмәк һорап, һалҡынса еүеш моронон хужаһының ҡулына һондо.
Яңы ғына Орлик ҡушаматы алған йәш тай, соҡор аръяғына ҡарап-ҡарап алған хужаһына, йүгән кейҙертергә тип, башын эйҙе...
Читайте нас: