Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
23 Июнь 2020, 22:40

Ен эйәләшкән бит ул юлға

Күҙҙәре урынына ҡара упҡын, сәстәре оҙон, ялбырап бөткән. Көс хәл менән артҡа бер аҙым эшләнем, уларҙ а яйлап шылған һымаҡ булдылар.

2007 йыл. Күрше ауылға клубҡа барҙыҡ. Төнгө сәғәт өскә ҡарай егеттәр, ҡыҙҙар матайга тейәлеп икенсе ауылға киттеләр. Миңә эшкә булғас, икенсе көнөнә ҡайтам тип тороп ҡалдым. Аҡрын ғына юлға сығып, ауыҙ эсенән йыр көйләй-көйләй юлға сыҡтым. Бер аҙ атлағас, күҙ ҡырыйы менән боронғо тура ауылға алып барған ат юлын күреп ҡалдым. Баштан ғына "8 саҡрым урап ҡайтҡансы, туранан 4 саҡрым ғына бит" уйлап, үҙемдең шундай аҡыллы фекергә килгәнемә ҡыуанып бөтә алмай, тура юлға төшөп, урман араһына инеп тә киттем.
Төн... Ай тулыланған.. Тирә яҡ, яп яҡлы... Юлдың яртыһына етеп барам инде, саҡ м-н суҡтын шомло итеп ҡысҡырғанын тыңлап. Ҡапыл ҡолағыма артымда ботаҡ һынған тауыш ишетелде. Һағайып, айыу йөрөй икен микен тип ҡолаҡ һалдым. Һәм шул ваҡытта имәнес ҡатын тауышы ҡысҡырып ебәрҙе. Йөрәк табанга төштө, төн уртаһында ниндәй ҡатын урманда йөрөһөн тей. Аяҡ тыңламай, йүгерәм тиһәм. Торам бағана кеүек ҡатып. Тауыш тағын ҡабатланды, был юлы яҡыныраҡ. Йөрәктәргә инеп, күңелде тетрәтерлек тауыш. Кәүҙәм таш һымаҡ ауыр, шулай ҙа боролдом арт яғыма ҡарарға. Сәстәрем үрә торҙо, сөнки минән 12-14 аҙым алыҫлыҡта өс һын баҫып ҡарап тора. Берәүһе мине боролғанда күреп, тағы ҡысҡырып ебәрҙе. Күҙҙәре урынына ҡара упҡын, сәстәре оҙон, ялбырап бөткән. Көс хәл менән артҡа бер аҙым эшләнем, уларҙ а яйлап шылған һымаҡ булдылар. Тағы бер аҙым, юҡ ҡалмайҙар, мин атлаған һайын улар ҙа шылалар. Һәм имәнес ҡысҡырыу.
Таң һыҙылған да урманды шулайтып артлай атлап сығып еттем яйлап, күҙҙәремде тегеләрҙән алмай. Ҡара тиргә баттым, тамаҡ кипте. Урмандан сыҡманылыр, тороп ҡалдылар, ярайһы уҡ алыҫлашҡас, тағы ҡысҡырып ебәрҙеләр өсәүләп тороп. Башымды тотоп ергә ултырҙым...
Кемдер яурыныма ҡулын һалғанға, терт итеп һикереп торҙом, ҡаршымда 70 йәште уҙған үҙебеҙҙең ауылдан көтөүсе тора ине. Минең хәлде күреп, һыу бирҙе. "Улым төндә урмандан тура ҡайттыңмы ней" , - тип һораны. Бабай "ай һай улым, ул юлдан бит күптән инде берәүһе лә йөрөмәй, ең эйәләшкән бит ул юлға", - тине. Баҡтиһәң, 1932 йылдарҙа шул юлда өс ҡатынды мәсхәрәләп, аҫып киткән булғандар.
Башым ярылып бара, көтөүсе менән хушлаштым да, ауылға ҡарай юлландым. Биш көн карауаттан тора алмай аурыным. Күпме йылдар үтһә лә, төшөмдә һаман шул имәнес, шомло ҡысҡырған тауышты ишетеп быҫлығып уянам.
“Сәйер донъя” төркөмөнән.
Читайте нас: