Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
1 Июль 2020, 11:50

Мин Гөлшатты яратам!

“Ул да мине ярата. Ҡыҙҙар юҡҡа ғына ҡосаҡламай инде ул. Әй, Гөлшат, нисек итеп күңелемде асайым һуң?

Мин Гөлшатты яратам. Уның күҙенә ташланайым тип һәр ваҡыт кешенән айырылырға, алға сығырға тырышам. Саңғы ярышы булды — беренсе булып Усман, йәғни мин килдем. Концерт ҡуйһаҡ, сәхнәнән үҙем яҙған шиғырҙарҙы уҡыйым. Ҡулға гармун алһам, күлдәк яғаһының төймәһен ысҡындырып, йырлап та ебәрәм:
— Раушаниям, бәғерем,
Күңелдәрем һиңә ынтыла...
Да-а, ынтыла ла бит... Ҡыйыулыҡ етмәй...
Бер кисте бөтә батырлыҡты тупланым да, Гөлшатты оҙата киттем.
“Ҡып” итеп кенә урам буйлап барабыҙ. Мин һүҙ ҡушһам — ул да өндәшә. “Гөлшат та мине яраталыр, яратмаһа, шундай сибәр ҡыҙ була тороп, минең менән һөйләшеп тә бармаҫ ине”, — тип уйлап ҡуям. Бөтә кәүҙә буйлап ниндәйҙер йылы йүгереп үтә, йөрәк дерелдәп ҡуя, уның дерелдәүе тәнгә күсә, “Вәт, шайтан алғыры, һиҙмәһә генә ярар ине”, — тип тағы ла ҡаушайым.
Көтмәгәндә, тып-тып итеп, юл саңына ауыр ямғыр тамсылары төшә башланы. Әллә ҡайҙан еле лә килеп сыҡты. Мин, Гөлшатты етәкләп, ышыҡҡа йүгерҙем.
Йәшен күк көмбәҙен әле арҡыры, әле буй телгеләй. Ямғыры ла бигерәк көсәйеп китте. Шулай ҙа ағас ботаҡтары аҫтында әллә ни түгел.
Гөлшаттың өҫтөндә бары тик йоҡа ғына күлдәк. Ярай әле мин пинжәк кейгәйнем.
— Мә, кей! Бөркәнһәң, бөркән! — тинем дә, пинжәкте һалып уға һуҙҙым.
Ә ул, минең күлдәктән генә ҡалғанымды күреп:
— Икәү бөркәнәйек! — тине.
Беҙ, бер-беребеҙгә һыйынышып, бер пинжәк аҫтында торабыҙ.
Гөлшат, ҡулдарын күкрәгенә ҡаушарған да, күккә ҡараған.
Ямғыр яуғанын шулай тамаша ҡылып тора инек, ҡапыл шатырҙатып күк күкрәп ебәрмәһенме! Баш елкәгә һеңгәндәй тойолдо. Ул Гөлшат өсөн бигерәк тә көтөлмәгн хәл булды. Күҙ алдында ғына ялтыраған йәшендән күҙҙәрен ҡаплап: “Әбеү!”, тип ҡысҡырып ебәрҙе лә, башы менән минең күкрәккә һыйынмаһынмы! Ә ҡулдары менән, әллә нисек, ҡосаҡлағандай итте... Уф, быныһы күк күкрәгәндән дә көтөлмәгәнерәк хәл ине. Бөтә тән уның ҡайнар беләктәре аҫтында ирене лә китте. Йөрәк “леп-леп” тибә... Туҡтап ҡала...
“Ул да мине ярата. Ҡыҙҙар юҡҡа ғына ҡосаҡламай инде ул. Әй, Гөлшат, нисек итеп күңелемде асайым һуң? Әллә... “ Ҡулдарҙы кеҫәнән сығарып, ни булһа ла булыр тип, уның биленән ҡосаҡланым да, күҙҙәрҙе йомоп:
— Гөл... Гөлшат, һин, әй, мин, ээ-яратам. Мин һине теге китабыңды алғандан бирле яратам, гел яратам...
Мин мин инде, ҡыҙ ҙа ебеп төштө. Тәне токка эләккән кеүек дерелдәп ҡуя. Миңә ҡарарға тип башын күтәрә лә, керпектәрен күтәрергә ҡыймай.
Әһә, мин әйтәм, шулай була ул.
— Усман, мин, әйтһәм әйтәйем инде, һиңә китап биргәнсе үк... биргәнсе үк... ярата инем.
...Һәм ул, ҡосаҡтан етеҙ генә ысҡынды ла, йүгереп китеп барҙы.
Күңел диңгеҙе аҡтарылды. Осаһы килә. Йырлайһы килә. Дөбөрҙәшкән болоттарҙы йәшене-ние менән ҡосоп алаһы килә. Йүгерә-атлай өйгә йүнәлдем.
Ә ямғыр — ишепме-ишә. Силәкләп ҡоя. Әйҙә, ямғыр, яу! Көн дә яу!
Читайте нас: