Светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә үтеп киткән машинаны гаишник туҡтата:
Дуҫым менән әҙерәк йотоп алғайныҡ, шуға һиҙмәй ҡалғанмын... Документтарымды ла онотҡанмын. Гаишник хәлде офицерға еткерә:
Иптәш капитан, иҫерек шоферҙы тоттоҡ, праваһы ла юҡ. Капитан шофер янына килә: Һеҙҙең документтарығыҙ юҡ икән. Ни эшләп улай тип әйтәһегеҙ, бына улар! Ярай, документтарығыҙ тәртиптә, әммә һеҙ эскәнһегеҙ! Ысынмы? Улайһы ошо трубкаға өрөгөҙ әле. Ир трубкаға өрә. Капитан: Ғәжәп, ҡанығыҙҙа алкоголь юҡ. Ә сержант һеҙҙе "эскән" тип әйтте. Ул миңә, "һин ни эшләп ҡыҙыл төҫ янып торғанда сығып киттең", тип тә әйтте әле... Пьеса бик ҡыҙыҡлы булырға оҡшай. Ана бит, премьераға әллә күпме халыҡ йыйылған. Тамашасы түгел бит улар. Бөтәһе лә драматургтың дуҫ-иштәре... Һин ниндәйерәк егетте һайлар инең: тинтәгенме, әллә пеләш башлыһынмы? Минеңсә, тинтәге яҡшыраҡ. Сөнки ул күҙгә артыҡ бәрелеп тормай. Был тормоштоң шундай шәп тиҙлек менән алға китеүенә ғәжәпләнерһең. Әле ҡасан ғына телефон тураһында күҙ алдын ла килтерә алмай инек. Шулай шул. Ни тиһәң дә, заман алға бара. Хәҙер беҙҙе телевизор, радио аша ғына туйындыра башланылар бит. Нимә эшләргә лә белмәйем, – ти бер ҡатын әхирәтенә. Ирем өс йыл элек Америкаға киткәйне. Бына хәҙер беҙҙе лә саҡыра, "ике баланы ал да килеп ет", тип шылтырата. Һуң, һиңә нимә мәшәҡәтләй һуң? Бар! Рәхәтләнеп йәшә! Хәҙер минең балаларым дүртәү бит. Иҫерек ир төн уртаһында өйөнә ҡайтып килә. Ихатаға инә һәм шул саҡ лауылдап эте килеп сыға.
Иҫәр, шым ғына ултыр. Ҡатын уянһа – үҙең ҡайҙа йоҡларға уйлайһың? Һөйәк кимерергә һин эт булдыңмы ни, тип әйткәйнем бит инде, хәҙер үк ташла , йә атайыңа бир! Машиналарҙың береһен инспектор туҡтата: Ниңә һеҙҙең пассажир хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән? – тип һорай. Бәй, ул бит минең ҡатын! – тип аптырай руль артындағы ир. Әйт әле, Ғәзиз, был донъяла кем барыһын да алдан белә? – тип һорай мулла улынан. – Үҙе малайҙың "Алла" тип әйтерен алдан көтөп тора. Күршелә йәшәгән Нәфисә әбей. Ниндәй ҡатындар ирҙәренә тоғро булалар: ҡара күҙлеләреме, зәңгәр күҙлеләреме, әллә һоро күҙлеләреме? Уларҙың иң тоғролары сал сәсле була. Мин ... ҡаршы килмәһәгеҙ... ҡыҙығыҙҙың ҡулын һорар инем. Ҡайҙа инде ҡаршы булыу! Ала ғына күрегеҙ. Юҡһа, ҡулы һис кенә лә минең кеҫәнән сыға белмәй. Айнур, һин мине ысынлап та ныҡ яратаһыңмы? Үлгәнсе шулай яратырһыңмы икән? Әлбиттә, Айырылып-нитеп ҡуймаһаҡ.