Шоңҡар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
9 Июль 2020, 15:45

Иртәнге автобус

Әйтәм ике күҙе ике төрлө ине шул. Белмәгәйнем, бер күҙе яһалма булған икән дә.

Сурман ауылынан район үҙәге урынлашҡан Таулы ҡалаһы араһында йөрөгән автобус һәр көндәгесә таң һарыһынан юлға сыҡты. Ағиҙел йылғаһы буйлап ултырған ауылдар аша үткән утыҙ урынлыҡ ҡына автобус инде күп йылдар үҙ ваҡытында теүәл йөрөп тора. Ҡышын көслө бурандарҙа ғына юлды ҡарҙан таҙартҡансы туҡталып ала.
Ҡалала һәр кемдең үҙ йомошо — кемдәрҙер эшкә йөрөй, йүн­селдәр иһә майын, ҡаймағын һа­тып, аҡса йүнәтеп ҡайта. Бәлә­кәйерәк ауылдар халҡы, медпункт, магазиндар ябылыу сәбәп­ле, дарыу-фәләнен алырға ла, сәй-шәкәренә лә ҡалаға йөрөргә мәжбүр. Буранлы ауылында көн итеүсе Ғәтифә лә малын көтөүгә ҡыуып, өй эштәрен теүәлләне лә туҡталышҡа ашыҡты.
Район дауаханаһында хирург булып эшләгән улы Сәлихтең хәлен белеп ҡайтыу ине ниәте.
— Ай-һай, Ғәтифә апай! Бигерәк күп күтәренгәнһең, сауҙа итергә бараһыңмы әллә? — тип ҡаршыланы уны ауыл осондағы туҡталышта торған Сәғирә.
— Һатыуға түгел, балаларҙы күреп ҡайтайым тигәйнем, — тине Ғәтифә, ризыҡ тулы сумкаһын ер­гә ҡуйып. — Ауылдан емләп тормаһаң, ҡалала йәшәрлекме ни хәҙер. Бөтә нәмә ҡиммәт, фа­тирға түләүҙе лә арттырып ҡына торалар. Үҙҙәренең ҡайтып әйлә­нергә ваҡыты юҡтыр. Киленем дә икенсегә йөклө. Шуларға тип, күтәрә алған хәтлем алдым әле.
— Шулай инде, балалар үҫтереү ҙә бик ҡиммәткә төшә, — тип килеште Сәғирә. — Беҙ ҙә өҙөлөп-йолҡоноп, Өфөләге ҡыҙым Гөлсөмдөң ипотекаһын түләшәбеҙ. Тағы ла өс йыл бар әле түләүҙәрен ҡапларға.
— Дөрөҫ булһа, беҙҙең яҡтан Мәскәүгә һайланған бер депутат “фатирға түләгән кеүек, ҡояш йылыһын, яҡтыһын файҙаланған өсөн дә ай һайын түләтергә закон сығарайыҡ” тип әйткән, ти. Бул­маҫ тимә, тора-бара һулаған һа­уаға ла түләтә башлаһалар, һис аптырарлыҡ түгел, тәүбә-тәүбә.
— Әйтмә лә, Ғәтифә апай. Ишет­теңме әле, оста йәшәгән Гәрәйҙе бисәһе ташлап киткән, ти. Иҫереп ятҡан сағында тегенең протез күҙенә тиклем урлап алып киткән. “Эсеүеңде ташлап, тәүбә ҡылһаң ғына, кире ҡайтам” тигән ти.
— Бына һиңә кәрәк булһа. Бер күҙе яһалма инеме ни Гәрәйҙең? Әйтәм ике күҙе ике төрлө ине шул. Белмәгәйнем, бер күҙе яһалма булған икән дә.
— Эйе. Өфөнән яһатып алғай­ны. Күҙенең төҫөн ҡарап торма­ғандар. Ауыл кешеһенә ярай тигәндәрҙер инде. Шул эсеүе арҡаһында бер күҙенән яҙҙы бит инде. Ҡыҙмаса булып алған да етмәй ҡалған. Матайға ултырып араҡы эҙләп күрше ауылға сығып киткән дә ағасҡа бәрелгән. Ярай иҫән ҡалған. Мотоциклы йүнәтерлек түгел, ти.
— Йә инде, — тип ҡайғырҙы Ғәтифә, — күҙе сыҡҡансы эсмәһә.
Йомошо булһа-булмаһа ла ҡала юлын күп тапаған, хатта Өфөгә лә йыш йөрөгән Сәғирәнең һөйләр һүҙе күп ине.
— Ғәтифә апай, ишеттеңме әле? Тирәкленән филармонияла йырлап йөрөгән Рәфис бер бай ҡатынға йортҡа ингән, ти. Уныһы министрлыҡта ҙур вазифала ултыра, — тип теҙҙе Сәғирә. — Өфөгә барғанымда ҡыҙымдан ишетеп ҡайттым. Рәфис хәҙер ҡиммәтле сит ил машинаһында ғына йөрөй икән. Әйтәм, теле­визорҙы асһаң да, радионы то­таш­тырһаң да, Рәфис Сәми­ғуллин йырлай. “Кәләш алһаң, бисәнән ал, бисә ҡалас ашата” тип халыҡ белмәй әйтмәй инде.
— Шулайҙыр инде, — тип ҡуйҙы Ғәтифә, — итәккә тағылып алып әҙәм булып йөрөгән ирҙәр бер Рәфис кенәме ни донъяла.
Сәғирәнең һөйләр хәбәре күп ине лә, автобус килеп туҡтаны. Баҙар көн булмаһа ла кеше күп, шулай ҙа ултырырға урын табылды. Ҡасандыр бер колхоз булып йәшәгәс, күрше-тирә ауылдар халҡы бер-береһен белеп бөткән. Ҡорһағын кәпәйтеп иң алғы урынға ҡунаҡлаған Мөхтәр янында ултырған уҡытыусы Хә­типкә ларылдап хәбәрен һөйләй:
— Бына миңә ул санкция тигән нәмәләре сәпсим ҡағылмай. Полное импортозамещение, йәғни. Барыһы ла үҙемдеке — үҙемдең итем, һөтөм, йөнөм, тигәндәй. Тауыҡтарым да бик уңған — көн һайын бер биҙрә йомортҡа йыйып алам. Ҡала магазинына йортомдан ғына килеп алалар, үәт. Йыл һайын тулатып тай һуям, һарыҡ­тарым да бер көтөү, шөкөр. Бына машинам ғына ҡыйрап ҡуйҙы. Шуға тип запчасҡа китеп барыуым. Заказ биргәйнем, шул бүстәк кенә әйбер ун мең тора, тиҙәр.

“Ҡайһылай кәпәренеп, маҡ­танып барған була ялтас баш Мөхтәр, — тип уйланды Ғәтифә, йәне үртәлеп. — Иргә ил малы кермәйенсә байый буламы инде. Рәйес сағында колхозды һауып, бөтөрөп ҡуйҙы. Шунан, хакимиәт башлығы булып, Ағиҙелдең ҡыр­сыны менән ҡомон ҡала бай­ҙарына һатып кеҫәһенә тыҡты. Минең Фәрит ғүмер буйы трактор­ҙан төшмәй, һаулығын бөтөрҙө. Йүнләп пенсияһын да ашай алманы, ер ҡуйынына кереп ятты мәрхүм”.
Автобус Күперле ауылына ла килеп етте. Салонға Ғәлиулла кер­ҙе. Ҡулына шыптыр тоҡсайға һалынған банка тотоп алған. “Балнисҡа китеп барам әле, — тине, иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас — инвалидность юллап инде ни­сәмә йыл йөрөйөм. Барған һайын “бер сирең дә юҡ” ти ҙә ҡайта­ралар. Врачтарын да әйтер инем, бына анализымды өйҙән үк алып сыҡтым әле. Яҡшылап тикшерһә­ләр, бәлки, берәр сир табырҙар”.
— Һин, Ғәлиулла, уларға аҡса төрт, майламай арба ла барма­ғанын белмәйһеңме ни, донъяһы шуға ҡоролған, — тип аҡыл өйрәтте Мөхтәр ҡарт.
— Эйе шул! — тип йөпләне Сәғирә. — Минең Өфөләге таныштарым улдарын әрмегә ебәр­мәҫ өсөн аҡсаларын йәлләмәне. “Йүләр” тип пенсия юлланылар.

— Шунан? — тип ҡыҙыҡһынды автобустағы халыҡ.
— Шунан ни, әрмегә бармай ҡалды-ҡалыуын, пенсияһы ла килә. Уныһы бер нәмәгә лә етмәй, ти. Иҫәр тип бер ергә лә эшкә ал­майҙар үҙен. Өрлөктәй егет ята инде өйҙә ата-әсәһенә көйөк булып.

Инде Таулы ҡалаһының завод­тары ла күренде. Шул ваҡыт, нимә­гәлер бәрелгәндәй, автобус ҡапыл туҡтаны. Иҙерәп барған пассажирҙар быны көтмәгәйне. Бер нисә кешенең башы бәрелде. Ғәлиулланың ҡулынан иң ҡәҙерле нәмәһеләй һаҡ ҡына тотоп килгән банкаһы иҙәнгә төшөп ярылды. Автобус эсе анализ еҫе менән тулды.
— Харап булды! — тип ҡысҡырып ебәрҙе Ғәлиулла. — Анализым әрәм генә булды.
Автобусҡа кешеләрҙе ҡыҫа-ҡыҫа ике йыуан контролер ҡатын килеп керҙе лә билет тикшерә баш­ланы. Һаҫыҡ еҫ ҡамасау­ла­нымы, был юлы оҙаҡ маташманылар. Берәүҙең дә бушлай йө­рөгәне юҡ, әлбиттә. Әммә көн һайын барғанда ла, ҡайтҡанда ла мискә хәтлем ике ҡатындың тикшереүенән пассажирҙар йөҙәп бөткән. “Беҙҙең яҡҡа ҙурыраҡ автобус биреүегеҙҙе үтенәбеҙ. Ке­шеләр менән тупаҫ мөғәмәлә ит­кән йыуан ҡатындарҙы алмаш­тырыуығыҙҙы һорайбыҙ”, — тип район гәзитенә лә яҙғайнылар. Яуап оҙаҡ көттөрмәне: “Автоколоннала транспорт етешмәү сә­бәпле, ҙур автобус бүлә алмай­быҙ. Контролерҙарға килгәндә иһә, уларға тиҙ арала ябығырға ҡушылды”. Тикшереүсе ҡатындар һис кенә ябығырға уйламаны, кире­һенсә, һимерә генә барҙы. Пассажирҙарға ҡарата мөнәсә­бәттәре лә яҡшы яҡҡа үҙгәрмәне, халыҡҡа дошман кеүек ҡарай башланылар.
Ниһайәт, контролерҙар “яуап­лы” эштәрен теүәлләне. Ҡуян­дар, йәғни билетһыҙҙар, табыл­мағанғалыр, ҡара көйөп төшөп киттеләр. “Сират күпере”н үткәс, “Сурман — Таулы” автобусы иркен һулағандай ҡалаға килеп инде. Кешеләрҙе кәрәкле туҡта­лыштарында ҡалдыра-ҡалдыра автовокзалға табан юл алды.

Читайте нас: