Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
12 Июль 2020, 12:45

Делегат Юмористик хикәйә

- Ундай гәзит тә бармы ни?

Гүзәл заттарҙың баш ҡалала үтәсәк мәртәбәле йыйынына әҙерлек ҡыҙыу барҙы. Бындай ҙа сараға иң лайыҡлы делегаттар һайланды.
Билдәләнгән көн дә етте. Байрам барышын барлыҡ республикаға, халыҡҡа еткереү бурысы хәбәрселәргә йөкмәтелгән. Улары инде күптән ярты мәҙәниәт һарайы булып йөрөй. Берәүҙәре фотоға төшөрә, телеведиение, радионыҡылар, нимә тураһында һөйләйем һуң, тип аптырағандарға, мин һөйләгәнде, әйтегеҙ, тип артынан ҡабатлата.
Бына сара башланды. Бер түрә залдағыларҙы тәбрикләп, ярты сәғәт самаһы иң яҡшы төбәктәрҙең береһендә йәшәүебеҙ хаҡында һөйләне, гүзәл заттарға яҡшы шарттар тыуҙырылыуын иҫкә төшөрҙө. Был тиклем матур сығыштан һуң гөрләтеп ҡул саптылар. Көслө алҡыштарға хатта гәлсәр люстралар ҙа ҡушылып сыңланы. Унан һуң һүҙ делегаттарға бирелде. Кемдер үҙенең ун бала тәрбиәләүе, еңел машина биреүҙәре тураһында һөйләне, берәү бөгөнгө демографик хәлде яҡшыртыу ниәтенән күп ҡатынлылыҡ хаҡында закон ҡабул итергә кәрәк тине, өсөнсөләр иһә көслө заттарҙы яҡларға кәрәклеген әйтте.
Гөлсөм исемле ханымдың халыҡты, ғаиләне тәрбиәләүҙә матбуғаттың әһәмиәте хаҡындағы сығышын залдағылар ифрат оҡшатты. "Йәш быуынды тәрбиәләүҙә гәзит- журналдарҙың ярҙамы баһалап бөткөһөҙ ҙур. Бөтәбеҙ ҙә үҙ телебеҙҙә сыҡҡан баҫмаларға әүҙем яҙылайыҡ", - тип телмәрен тамамлағас, берәүҙәр уны хуплауын белдереп, әсе итеп һыҙғырҙы, икенселәр усы ҡыҙғансы ҡул сапты.
Республика гәзите хәбәрсеһе Нәргизәгә тәнәфес иғлан ителеү менән әлеге делегат янына ашыҡты. Үҙен күреп һөйләшеү мотлаҡ. Фекере елле бит!
- Һаумыһығыҙ! Беҙ республика гәзитенән булабыҙ, үҙегеҙ хаҡында һөйләгеҙ әле.
- Нидәй гәзиттән тип әйттегеҙ? - Делегат ҡабатлап һораны.
- "Яңы тормош" тигән гәзиттән, - тине хәбәрсе диктофонын рәтләй-рәтләй. - Яңыраҡ ҡына баҫмабыҙҙың йөҙ йыллыҡ юбилейын билдәләнек.
- Ундай гәзит тә бармы ни?
Делегеттың былай һорауына хәбәрсенең күҙе маңлайына менһә лә, ғәжәпләнеүен һиҙҙертмәҫкә тырышты.
-Бар.
-Ҡайҙа сыға?
- Өфөлә.
- Атаҡ! Улай икән, мин тәүге тапҡыр ишетәмсе. – Делегет ханым яңы планета асҡандай ғәжәпләнеп, ихлас йылмайҙы. – Беҙгә район гәзите генә килә шул. Уныһын да уҡып ултырырға ваҡыт юҡ әле.
Ул арала фотохәбәрсе лә тып итеп килеп баҫты. Уның:
- Миңә иғтибар итмәгеҙ, ана шулай һөйләшеп тороғоҙ, ана шулай, динамика кәрәк, - тип аппаратын шарт та шорт баҫа башлауға ханым ризаһыҙлыҡ белдерҙе:
- Нисек инде улай тота килеп фотоға төшөрәһегеҙ? Әҙерәк биҙәнеп-төҙәнеп алыйым. - Бергә эшләгән хеҙмәттәштәрем күрһә, шартларҙай булһындар әйҙә. Былай ҙа ошонда китәм тигәс, йәмрәйеп йөрөнөләр. Һөйләргә бер нәмә булыр. - Унан делегат сумкаһын ҡутара башланы, кәрәкле генә әйберен таба алмай хитланды. Бер аҙҙан помадаһын килтереп сығарҙы ла ирененә ҡыҙыл йүгертте. Бына хәҙер була! - Гөлсөм ханым ихлас йылмайҙы.
- Нисегерәк торайым? - Ул фотохәбәрсегә ҡарап йылмайҙы.
- Хәбәрсе менән һөйләшеп торған булығыҙ. Динамика булһын.
- Ошолай килешерме?
- Ана шулай, ана шулай.
Әңгәмәлешеп бөткәс, ханым мәҡәләнең ҡасан сығыуы менән ҡыҙыҡһынды.
- Ошо йомала.
- Нисәнсе биттә?
- Беренсе биттә буласаҡ.
- Беренсе биттә? Ҡайһылай шәп! - Делегат ҡәнәғәт йылмайҙы.
- Ул гәзитте ҡайҙан табыйым? Беҙҙең ҡалала бармы икән? Бер ҙә генә күҙгә ташланғаны юҡ
- Ни эшләп булмаһын ти. Бөтә республика буйлап тарала. Үҙегеҙ алдырмаһығыҙ, киоскыларҙа мотлаҡ булырға тейеш.
Унан депутат фотохәбәрсегә боролдо:
- Һеҙ матурыраҡ фотоны бирергә тырышығыҙ инде. Йылмайып торғанын.
Нургизә рәхмәт әйтеп, һабуллашып, ишектән сығырға торғанда, делегат ҡулы менән туҡтап тор әле тип ишаралап, йүгерә-атлай уның янына килә ине.
- Туғаным, туғаным, саҡ ҡына көтөп торһаңсы. Ней ҡана телефон һандарыңды бир әле. Кәрәк булыр ул. - Делегат уның телефонын яҙып алды.
ххх
Нургизә өлгөртәйем тип ашығып мәҡәләһен яҙып ултырғанда телефонын шылтыраны.
- Туғаным, туғаным, был Гөлсөм апайың ине. Ней, мин фотомды белешәйем тигәйнем. Нисек сыҡҡан? Матурмы? Әтеү мин фотола йәмһеҙ сығам да ҡуям.
- Матур булған апай, матур.
- Туғанҡайым, зинһар матурын бирегеҙ инде. Әҙәм көлөрлөк булмаһын.
- Ярай, ярай.
- Беренсе биткә тип әйттегеҙме әлеүел?
- Эйе, эйе.
- Быныһы бигерәк һәйбәт.
- Тик бына ул гәзитте нисек табырмын икән? Ғүмерҙә күргәнем юҡ.
- Ҡалағыҙға бара ул.
Төн уртаһында телефонға шылтырғанға Нургизә тертләп уянды. Тиккә түгелдер.Ул ҡабаланып телефон төймәһенә баҫты. Сымдың теге осонда делегат апай ине.
- Туғанҡайым, борсоғанға ғәфү ит инде. Йөрәк түҙмәй.
Мин баяғы мәҡәлә хаҡында беләйем тигәйем. Сыҡтымы шул гәзит, юҡмы?
- Сыҡты, сыҡты.
- Фотом нисек сыҡҡан?Күҙемде йоммағаныммы?Йәмрәйеп тормайыммы.
- Һәйбәт сыҡҡан апай, һәйбәт.
- Ниндәйерәк фотоны ҡуйҙығыҙ?
-Йылмайып торғанын.
- Ул гәзитте ҡайҙан табайым икән?
– Киоскыларҙа бар ул.
Икенсе көндө Нургизәнең тағы телефоны шылтыраны. Тағы теге делегат ине.
- Туғаным, бына әле киоскылар буйлап йөрөп ятам. Һеҙ ниндәй гәзит тип әйттегеҙ әлеүел? Һис кенә лә иҫемә төшөрә алмайымсы...
Читайте нас: