Шоңҡар
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
13 Июль 2020, 19:10

Ваҡытһыҙ яусылау

Өс-дүрт ҡыҙ, нимәнелер бүлешә алмағандай, ҡырсында тас та тос һуғышып йөрөй.

Сабир Шәрипов
Борон, ғәҙәттә, яусыны көтөү түгел, хатта килерен дә алдан белмәгәндәр. Хәҙер иһә ҡыҙ менән егет үҙҙәре табыша, килешә, никах-маҙарҙы ла үҙҙәре билдәләй.
Был юлы ла шулай була.
Ҡыҙ ата-әсәһен иҫкәртә,
бешеренә-төшөрөнә башлайҙар. Билдәләнгән көндө ҡыҙҙың әсәһе таңдан уҡ өтәләнә: шулайтайыҡ, былайтайыҡ... Атай кеше иһә
сабыр:
— Әйттерергә, ғәҙәттә, кис килә­ләр, ҡабаланма —
өлгөрәбеҙ, – ти.
Быны ишетеп торған ҡыҙ ҙа иркенләп тын ала, кисә үк ҡунаҡҡа саҡырған әхирәтен тыуған көнө менән ҡотлап ҡайтмаҡсы була. Китә һәм донъяһын онота...
Ҡояш һалыулағас, ауыл осондағы йылға аръяғына “Жигули” килеп туҡтай.
— Килен йортона юл саңын ҡағып-һуғып барайыҡ, — тип туҡтаттырған икән егеттең әсәһе маши­наны.
Һыу буйына төшһәләр, ни күрә­ләр: арғы ярҙа унлап йәш-елкенсәк табын ҡорған. Кем бейей, кем йырлай тигәндәй. Өс-дүрт ҡыҙ, нимәнелер бүлешә алмағандай, ҡырсында тас та тос һуғышып йөрөй.
— Атаҡ-атаҡ, берәүһе беҙҙең килен түгелме һуң?! — ти бот сабып еңгә кеше.
Бер аҙ торғас, егеттең ағаһы төңөлгән ҡиәфәттә:
— Машина аръяҡҡа сыға алмаҫ һымаҡ, нисек уйлайһың? Балаҡты күтәрәм... — тигәс, ҡустыһы ҡәтғи генә әйтеп һала:
— Юлдары алама, күпер ҙә юҡ икән — боролабыҙ!
Бәғзе саҡ юлға һылтана торған ғәҙәте бар шул әҙәм балаһының. Төп-төҙөк юл да кеше яҙмышын бороп ебәрергә һәләтле.
.
.
Читайте нас в