Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
25 Июль 2020, 21:20

Ике һуҡҡандар

Ағайым өсөнсө класта уҡып йөрөй. Бер көндө ул мәктәптән илап ҡайтып инә: — Ни булды? — тип һорай өйҙәгеләр. — Уҡытыусы ағай миңә “ике” һуҡты, ә Йәмилгә, йүнләп һөйләмәһә лә, “дүрт” һуҡты, — тип һамаҡлап-һамаҡлап илай ул. Эштең ниҙә икәнен тиҙ генә төшөнөп алған атаһы, мут йылмайып: — Ана, Йәмилгә дүрт һуҡһа ла өндәшмәй, ә һин ике һуҡҡанға ла илап тораһың, — ти. Атаһының “аңламағанына” йәне көйгән малай мыжыуынан шып туҡтай ҙа тышҡа сығып китә.Р. ҒӘБИТОВА.

Ағайым өсөнсө класта уҡып йөрөй. Бер көндө ул мәктәптән илап ҡайтып инә:
— Ни булды? — тип һорай өйҙәгеләр.
— Уҡытыусы ағай миңә “ике” һуҡты, ә Йәмилгә, йүнләп һөйләмәһә лә, “дүрт” һуҡты, — тип һамаҡлап-һамаҡлап илай ул.
Эштең ниҙә икәнен тиҙ генә төшөнөп алған атаһы, мут йылмайып:
— Ана, Йәмилгә дүрт һуҡһа ла өндәшмәй, ә һин ике һуҡҡанға ла илап тораһың, — ти.
Атаһының “аңламағанына” йәне көйгән малай мыжыуынан шып туҡтай ҙа тышҡа сығып китә.
Р. ҒӘБИТОВА.
Читайте нас: