Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
2 Август 2020, 23:00

Хөббөниса әтәсе

Үҙеңдең бит ун биш тауығың бар- Бына тигән, ҡарап туйғыһыҙ!

Әнғәм Атнабай

Һуңлап ҡына Әтәс ҡайтып керҙе...
Танырлыҡ та түгел, ләхәүлә!
Кикрек китек...Күҙ төбөндә фонарь...
Аяҡ аҡһаҡ - саҡ-саҡ һөйрәлә...
Хөббөниса, әтәсенә ҡарап,
Әрнеп-әрнеп былай һөйләнә:
-Тағын күршеләрҙә булдың инде?!
Тағын гонаһ ҡылдың, туйымһыҙ!
Үҙеңдең бит ун биш тауығың бар-
Бына тигән, ҡарап туйғыһыҙ!
Яныңдан бит дер ҡалтырап ҡына,
Йомшаҡ баҫып ҡына уҙалар,
Бер саҡырһаң ун бише лә килә,
Ни теләһәң - шуға ризалар
Ә һин, -харап! - шпор шалтыратып,
Күкрәк киреп йөрөгән булаһың
Өҫтәүенә маҡтанаһың әле
Йәнәһә лә , иртә тораһың.
“Кикрикүк!” тип һөрән һалаһың да
Эшең бөттө! Эштең ҡалғаны
Меҫкен тауыҡ елкәһенә төшә;
Күкәй һалыу, себеш ҡарауы.
Ә һин көн дә кәзә һуҡмағында
Һөйрәләһең, әҙәм аҡтығы!
Йә, күршенең тауыҡтары ҡаҙмы,
Томшоҡтары әллә алтынмы?
Шул кәнтәйҙәр өсөн ҡанға батып
Ҡайткан инең үткән аҙна ла!
Һаман тәүбә итмәгәнһең икән-
Тауыҡ-тауыҡ инде ҡайҙа ла!
Малды эйәһенә оҡшамаһа,
Харам була тиҙәр, дөрөҫтөр.
Бигерәк Хатмуллама оҡшаганһың...
Кит
Күҙ алдымда торма, һепертке!
..Хөббөниса шулай тиргәп-ҡарғап.
Аҙғын әтәсенә ем һипте.
Читайте нас: