Шоңҡар
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
6 Август 2020, 23:45

Хәйерсе Гуля

- Ужас, ужас! Кит, әллә ниндәй заман тыуҙы, нисек йәшәргә?! Бына хәҙер балалар уҡырға бара, уларға әллә күпме әйбер алырға кәрәк, хет бөгөндән ят та үл.

Минең бер танышым бар. Мулла ҡуш­ҡан исеме – Гөлбикә. Әммә, зинһар, уға үҙ исеме менән ысҡындыра күрмәгеҙ тағы. Ене һөймәй. Тик торғандан ҡан дошманына әүерелерһегеҙ. “Мин һиңә бер ҙә Мөғлифә тип әйтмәйем”, – тип үпкәләр, иренен турһайтыр, йылдар буйы һөйләшмәй йөрөр, ҡушҡан сәләмеңде алмаҫ. Бәләһенән баш-аяҡ. Тәүбә-тәүбә! Бергә эшләгән иптәштәре уны Гуля тип кенә йөрөтә. Ә Гулечка тиһәләр, май кеүек иреп китә.
Бына шул Гулечканың иң яратҡан һүҙе – “аҡса юҡ”. Шуға ла бәғзе берәүҙәр үҙен артында “Хәйерсе Гуля” тип йөрөтә. Хәл-әхүәл һорашһаң, һәр ваҡыт:
– Яҡшынан түгел, – тип яуаплар.
Ниңә улай тиһең? Бер-бер хәл булдымы әллә?
– Аҡса юҡ бит.
Коллективта берәйһенең тыуған көнөнә, йә берәй байрамға аҡса йыя баш­лаһалар, Гуля йәнә баш­ҡаларға мөлдөрәп баға:
– Икмәклек тә аҡса юҡ. Төгән көнгә тиклем минең өсөн биреп тор әле.
– Ярай.
Әммә, ни ғәләмәт, хәтер тигән нәмәһе үтә ҡыҫҡа уның. “Иртәгә бирәм” тигәне айҙарға, йылдарға һуҙыла. Унан һуң әллә нисә аванс, эш хаҡы алыр, әммә бирә­сәгенә барыбер аҡсаһы булмаҫ. Әгәр иҫенә төшөр­һәң, яратып бөтмәҫ. Үҙеңә үк төбәп әйтмәһә лә, ар­тыңдан башҡаларға мотлаҡ:
– Абау, Аллаҡайым, ике-өс көн элек кенә алып торғайным, үлә яҙып һорап та йөрөй. Шул өс бөртөк аҡсаға ҡалған көнө бармы икән! Аҡса тип үлә инде, үлә, бахыр, тәүбә-ыстағафирулла! – тип яманатыңды һатыр.
Мәктәптә тегенеһенә, быныһына аҡса таптыра башлаһалар ҙа, Гуляныҡы ғына булмай сыға.
– Ниндәй бөткөһөҙ теләнселәү ти, икмәк алырға ла кемдән генә аҡса һорайым тип торам, – тип яуаплай күҙ ҙә йоммай.
Балалары, тегене алайыҡ, был кәрәк, тиһә лә яуап әҙер:
– Аҡса юҡ!
Бер көндә мәктәптән гәзиткә яҙылыу өсөн аҡса һорағандар. Ҡыҙы өйгә ҡайтып, ошо хаҡта әйткәс, былай ҙа, кәйефһеҙ йөрөгән Гуляның ене ҡупты:
– Гәзит ашап тамаҡ туймай, бөтәһенә ҡайҙан аҡса еткерәйем, ә! – тип ҡыҙына сәнсеп ҡараны. – Бында Әндрәй ҡаҙнаһы барҙыр шул. Тегендә лә аҡса кәрәк, бында ла таптыралар. Кисә генә ашауығыҙға түләнем. Һуралар ғына. Аҡса баҫа торған станогым юҡ.
– Мә, ҡыҙым! Үҙем бирәм! – Диванда гәзит уҡып ултырған атаһы һонған аҡсаны ҡыҙынан алда әсәһе эләктерҙе:
– Ҡара, байып киткән, имеш, берәү! Әллә артып барамы!? Гәзитһеҙ ҙә йәшәрҙәр. Бына мин гәзит уҡымаһам да, кеше йөрөгән юлдан йөрөп ятам бит әле. Эшләй башлағас, үҙҙәре яҙылыр.
Ни ғәләмәт, мәңге “аҡсаһыҙлыҡтан яфаланған” ошо Гуля магазиндан ҡайтып инә белмәй. Ял көндәре етә башлаһа, ирен фәлән магазинға барып ҡайтайыҡ, тип тызыҡлай.
– Бынау йомшаҡ мебель йәнемде көйҙөрөп ултыра, әллә ҡасан уҡ моданан сыҡҡан.
– Атаҡ, былтыр ғына алғайныҡ таһа, уны хәҙер ни эшләтәбеҙ, сығарып ташлап булмай ҙа.
– Ана, ауылдағы ағайыма һатырбыҙ, һөйләштем инде, иртәгә килеп алалар.
“Хәйерсе Гуля” бик йыш ҡына бергә эшләгән иптәштәрен, таныш-тоношон, дуҫ-ишен, туған-тыумасаһын шаҡ ҡатырып ҡуя. Көндәрҙең береһендә ул өр-яңы, әллә бер миллион, әллә унан да ҡыйбатыраҡ торған иномаркала эшкә килгәс, бөтәһе ах итте. Кемдер:
– Бына һиңә “Аҡсаһыҙ Гуля”, – тип әйтеп ҡуйҙы.
Бер нисә көндән Гулечка ғаиләһе менән ауылға ҡунаҡҡа ҡайтты.
– Әллә ни күстәнәс тә алып булманы инде, бөтә нәмә ҡыйбат, янына яҡын барғыһыҙ, – тип өҫтәлгә тып иттереп бер ҡап сәй килтереп һалды. Унан йәнә зарланды:
- Ужас, ужас! Кит, әллә ниндәй заман тыуҙы, нисек йәшәргә?! Бына хәҙер балалар уҡырға бара, уларға әллә күпме әйбер алырға кәрәк, хет бөгөндән ят та үл.
– Ҡуй инде, балаҡайым, ҡуй! – Әсәһе ғәзизен ысын күңелдән йәлләне. – Кеше ҡырылып бөтһөн тип шулай ҡыланаларҙыр ул. Ярай, юҡҡа зарланмайыҡ әле. Беҙҙең һаулыҡты телә, беҙ барҙа кәм-хур булмаҫһығыҙ. Ана, баҡса тулы йәшелсә, емеш, ҡурала – мал-тыуар...
– Бына шуға ла, әсәй, балаларҙы ауылға алып ҡайттым әле, әҙерәк ял итерҙәр. Август аҙаҡтарында килеп алырмын.
– Бәй, шулай булмайса! – Әсәһе ҡыуанып бөтә алманы. – Ни тиһәң дә, эсвежий һөт, ҡаймаҡ, барыһы ла үҙебеҙҙеке. Ҡалала асҡа ҡаҡланып ятҡансы.
Гуля ашығыс эше барлығы, ауыл­да ҡунып тора алмаясағын әйткәс, атаһы менән әсәһе өтәләнә башланы. Көр генә һарыҡ салынды, уныһы ла аҙ булыр тип, йәнә бер нисә тауыҡты “ҡых” иттеләр. Әсәһе һөйләнә-һөйләнә мөгәрәптән бәрәңгеһен килтереп сығарҙы:
– Беҙ ауылда нисек тә йәшәрбеҙ, һеҙгә кәрәк, һеҙгә, ингән-сыҡҡан һайын аҡса тигәндәй…
Ҙур биҙрә менән тулы йомортҡа ла багажникка инеп ятты. Аҙыҡ-түлек менән шыпа тулған машина саҡ-саҡ ҡуҙғалып китте.
Тиҙҙән Гуля йәйге ялға сыҡты. Йәнә “аҡсаһыҙ Гуля”ның алыҫ илгә ял итергә китеүе хаҡында ишетелде.
Читайте нас в