Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
7 Август 2020, 13:32

Тикшереү

Бына, мәҫәлән, “Һыу” темаһында нимә ҡулландығыҙ, бына был уҡыусыға фәлән-фәлән темала ниңә бындай билдә ҡуйҙығыҙ? – тигән һәм тағы ла бик күп һорауҙар яуҙыра башланылар.

– Киләләр! – тип бөтә мәктәпкә һөрән һалды, тәҙрәнән күҙен алмай, иртәнән бирле “һаҡта” торған Тәскирә апай.
Бына мәктәп директоры, таҡ-тоҡ атлап, ишек янына килеп баҫты.
– Хуш килдегеҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар! – тине ул һәм күр­шеһе Әҡлимәнән кисә генә бешертеп алған түңәрәк икмәкте ҡунаҡтарға һуҙҙы.
Директор урынбаҫары, итә­ғәт­ле йылмайып, ҡунаҡтарҙы сәй табынына саҡырҙы...
– Беҙ ашарға килмәнек, ә тикшерергә! – тине күҙлек кейгән олпат ҡына ханым. Эргәһендә торған биш-алты тикшереүсе лә етәкселәрен хуплап баш ҡаҡты.
Хәлдең бындай боролош алыуын күҙ алдына ла килтермәгән директор менән урынбаҫар баҙап ҡалды. “Бөттө баш, былай булғас” тигән уй икеһенең дә мейеһен ярып үтте, бик ҡаты тотонорға итәләр бит былар!
Комиссия алдан уҡ махсус әҙерләп ҡуйған класс бүлмә­һенә инеп урынлашҡас, мәктәп эсе тып-тын ҡалды. Уҡыу­сылар ҙа кластарҙа, уҡытыу­сыларының хәлен аңлап, китапҡа төбәлеп, шымып ҡалған. Мин дә үҙемдең сиратты мөмкин тиклем тыны­сыраҡ булырға тырышып көтәм. Бына аяҡ тауыштары тынлыҡты боҙҙо.
– Гөлсөм Мирхәтовна, план­дарығыҙҙы тотоп тикшереү комиссияһы алдына барығыҙ!
Мин, пландар тултырылған папкамды ҡәҙерле нәмәләй нығыраҡ ҡыҫып, тикшереү­селәр алдына ғәйепле балалай килеп баҫтым. Әйтерһең дә, балаларға егерме йыл дәрес бирмәгәнмен, ата-әсәләр алдында иҫәпһеҙ-һанһыҙ йыйылыштар үткәрмә­гәнмен, педсовет, методсовет һәм башҡа бик күп “совет”тар­ҙа сығыш яһамағанмын...
– Тәк, тәк, ниндәй программа, ниндәй уҡытыу әсбаптары менән эшләйһегеҙ? Дәрестәр­ҙә нимә ҡулланаһығыҙ? Бына, мәҫәлән, “Һыу” темаһында нимә ҡулландығыҙ, бына был уҡыусыға фәлән-фәлән темала ниңә бындай билдә ҡуйҙығыҙ? – тигән һәм тағы ла бик күп һорауҙар яуҙыра башланылар.
Шул саҡ миңә ниндәйҙер көс өҫтәлгәндәй булды, бөтә һорауҙарға ла аныҡ яуап биреп, пландарым менән таныш­тырҙым.
– Ә хәҙер класс бүлмәгеҙҙе һәм уҡытыу йыһаздарын күрһәтегеҙ, – тип артымдан бер нисә тикшереүсе эйәрҙе.
...Йәйге отпускым бөтөп, эшкә сыҡҡас та класс бүл­мәмде күреп эсем бошоп китте. Эй, шул аҡса етмәүҙәре! Мәктәп тигәндә һәр ваҡыт бюджетта аҡса юҡ! Балаларҙың ни ғәйебе, миллионерҙарҙың мәғариф өлкәһендә булмаға­нына. Бар аҡсамды йыйып, район үҙәгенә юлландым. Класс бүлмәһенең стеналарын тигеҙләргә шпаклевка, уның өҫтөнән ағартырға аҡбур, иҙәндәр, парталар, ултырғыс­тар, тәҙрә төптәрен, йылытыу торбалары буярға бер нисә банка буяу, щеткалар һәм башҡа хәтһеҙ әйберҙәрҙе таксиға тейәп алып ҡайттым. Бынамын тигән ремонт яһа­ным, хатта уҡыу әсбаптарын, балаларҙың эштәрен теҙергә тип бәләкәй генә яңы шкаф та һатып алып ҡуйҙым. Беҙҙең уҡыусылар кемдән кәм!
...Ялт итеп торған кабинетты күргәс, тикшереүселәр ҡәнәғәт ҡалды, күрәһең, артыҡ һорау биреп торманылар. Бары тик хәүефһеҙлек сараларын үтәү тураһындағы журналдарҙы, уҡыусыларҙың ундағы ҡултамғаларын, кабинет йыһаздарын, стендтарҙы, дәрестә ҡулланыла торған заманса компьютер ҡорамал­дарын ҡарап, партанан класс таҡта­һына тиклемге һәм ике йәнәш торған парталар араһын, тәҙрәгә эленгән селтәрҙең оҙонлоғон линейка менән үлсәгәс, барыһы ла санитар нормаларға тап килә, тип сығып киттеләр.
Башҡа коллегаларым да һынауҙы минең һымаҡ уҡ уңышлы үтте. Тикшереүселәр килеп-китеп торһон, беҙ эшләй­беҙ инде, кем әйт­мешләй, ойоҡ бәйләп ултыр­майбыҙ!



Читайте нас: