Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
18 Август 2020, 17:10

Татыу ғүмер итегеҙ!

Тамам толландырҙың бит, ә! Бөгөндән сәнселеп китһәң дә, ых та итмәҫ инем. Кеше ирҙәре ана ике түгел, өс урында эшләй…

Юмористик хикәйә
- Әйҙә, эс, эс!
- Әсе-е-е!
- Татыулыҡ та, тигеҙлек тә ғүмер итегеҙ!
Һай, елле булды уларҙың туйы. Бигерәк тә туйҙы алып барыусы ханымдың оҫталығына иҫ китте. Зилә Дамир ҡыҙы тиҙәр ине үҙен. Уның моңло тауышы, яғымлы һүҙе һаман ҡолаҡта сыңлап тора кеүек. Хоҙай талантты бер кешегә бирһә, өйөп бирә бит ул. Ай-бай-баа-а-ай! Был тиклем дә телгә бөткән кеше булыр! Ут бөрсәһе кеүек. Берәүгә лә ойоп ҡына ултырырға форсат бирмәй. Ул йырланылар, ул бейенеләр, хатта ҡайһылары өҫтәләгә менеп дыңҡылдығын сыҡты. Өҫтәлдә ялтырбаштар, төндә тыуғаны ла тыпылдашып ҡына торҙо. Хатта бер аҡбашты кеше һиҙмәгәндә генә ҡуйынға йәшереп алып та ҡайттым әле. Аҙаҡ күршене туй йыуасаһы тип һыйланым.
Имеш, был туйҙа беренсе тапҡыр булған да шуны ҙур итеп һөйләй тип аптырарыһығыҙ. Юҡсы! Әллә нисә тапҡыр булғаным бар. Зөлфиә исемле балдыҙҙың өс туйы булды, береһенән дә ҡалманым. Хәҙер дүртенсегә йыйына шикелле. Быныһына туй яһап тормаҫтар инде тиһәм, кейәү тигән кеше балдыҙҙан теүәл ун бишкә кесе тиме. Тәүге тапҡыр ҡамыт кейеүе икән. Шуға ла ата-әсәһе:
- Туйһыҙ никакуй! – тип яман ҡаты тора ти.
Ышанаһығыҙмы-юҡмы, үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр туйҙан ап-айныҡ, хатта араҡыны еҫкәп тә ҡарамаған килеш ҡайттым. Ул бисәкәй ҡыуанып бөтә алмай. Был юлы туйҙа рәхәтләнеп күңел асып, кеше ҡыланғанын ултырҙым тигән була. Планды социалистик ярыштағы кеүек буйтым арттырып үтәгәс, теге аҙнала ғына ауыҙҙы тектергәнский. Тектерҙем тигәс тә, үҙемдең вули менән түгел инде. Бисәкәй ай-вайыма ҡуймай апарҙы. Тәүҙәрәк, кит әле, башымды ҡатырма, саҡ ҡына ла тәмләмәгәс тә был туйҙың ни йәме тип ҡулды һелтәп кенә ҡуйғайыным да ул, ҡаты торҙо бит.
- Әле һин шуламы әле! Әтеү минең ике аяғымдың береһен баҫаһым юҡ, - тип туҙынды ла китте. - Ҡунаҡҡа барып етер-етмәҫтән һыйыр кеүек эсәһең дә тәгәрәйһең. Шунан күҙеңде туҫтаҡ кеүек аҡайтып, табында сүскерә, бышҡыра башлайһың, эспитәкел ҡуйырға, “урыҫса” һөйләшергә тотонаһың. Айныҡ сағыңда ауыҙыңдан һүҙ тартып алып булмаһа, ауыҙыңа саҡ ҡына эләкһә, еңеп алырлыҡ түгел. Мир алдында оят! Башҡаларҙың ней юҫыҡ ҡына ирҙәре лә ялтыр кәстүм кейеп, гыластук тағып, әллә кем булып ҡуҡырайып ултыра. Эргәләрендге бисәләре һуң! Фирештә тиерһең! Балдыҙыңдың туйында һуң! Ҡоҙаларға ҡотлап һүҙ әйтергә ирек бирмәнең. Инде ауыҙ асыуҙары була “Я это знаю ла , я это знаю, у вас ничего не получится” тиеп һикерәһең дә тораһың. Шул һүҙҙе ҡайҙан отҡанһыңдыр. Хәстрүш! Бөтә кеше беҙгә ҡарай. Һиңә эрәхәт тә ул, ояла белмәгәс, ә мин ер тишегенә инеп китерҙәй булып ултырам. Ана бит, ҡыҙара ла белмәйһең. Аҙаҡ, ана үләм, бына үләм, йөрәгем,тип бәлә һалып, ай буйы эшкә сыҡмайһың. Темеҫкенеп бармаған кешең ҡалмай. Күршеләр буйлап кемдән бер рюмка, кемдән ике рюмка тип теләнселәп йөрөйһөң. Икеһенең береһе – йә лишинйәгә бараһың, йә туй тип ауыҙыңды ла асмайһың, - тигәс, башҡа әмәл ҡалманы. Әллә ни эшләп ҡунаҡҡа йөрөргә яратам шул. Ярай, эсмәһәм дә бер ерем дә кәмеп ҡалманы әле.
Эсмәһәң ишщеү ҙә рәхәт икән ул. Хәҙер шуға ҡыуанып бөтә алмайым. Туйҙың именлеге һағында ныҡ торҙом. Элек туйға барып, әҙәмдән алда ләх булып, иртән бисәкәйҙең эттән алып беткә һалып әрләүенә уянып китһәм, был юлы улай булманы. Өҫтәлдә аҙыҡтың ниндәйе генә юҡ. Өйҙә бит гелән генә төрлө-төрлөһөн ашап ултырып булмай. Ҡайһы ваҡыт ҡатҡан икмәк, ҡоро сәй менән генә әппәр итергә лә тура килә. Заманы шулай бит. Заводта ла ике көн эшләһәк, биш көн ял итәбеҙ. Әйбергә хаҡтар көн һайын тигәндәй үҫһә лә, эш хаҡын да көн дә сысҡан кимерә. Тәүҙә олимпиада тип аптыраттылар, хәҙер килеп Ҡырымы. Ана, Украинанан килгән ҡасаҡтар ҙа ярҙамға мохтаж, нимәгеҙ бар, бирегеҙ тип зыҡ ҡубалар. Аптыраған инде ул, бер эш хаҡын тегеләй ҙә былай нисек еткермәк кәрәк! Үҙемдең инһәм дә, сыҡһам да берҙән-бер тигәндәй күлдәгемде сығарып тоттора алмайым да инде.
Был юлы рәхәтләнеп һыйландым. Өҫтәл һый-ниғәмәттән һығылып тора ине Хоҙайым. Алма төшөр урын юҡ. Ул емеш-еләк, ул манты, ул әллә ниндәй салаттар, ҡайһы берҙәрен тәүге тапҡыр күреүем. Ҡыҙҙырылған ит, туҡмаслы аш, бишбармаҡ, һурпа, ваҡ бәлеш, бауырһаҡ. Ашап ҡына өлгөр. Әллә-ләләл-л-л.
Разведчик булғас ни, туй бөткәнсе бөтәһен вис күреп-белеп, кемдең нимә тип әйткәнен ишетеп кенә ултырҙым. Ә тамада Зилә Дамир ҡыҙы йәштәрҙең бәхете мөлдөрөмә булһын өсөн харап шәп тырышты - һәр тост һайын “рюмкалағын бөтөргәнсе, бөтөргәнсе” тип туҡылдап ҡына торҙо. Ҡайһылыры үҙҙәренең тамсы ла хитрыйлашмағанын раҫлар өсөн алдындағыһын төп күтәреп ҡуйғас, рүмкәһен бармағына тығып күрһәтте. Ундайҙарға ханым бөтә халыҡ алдында “бишле” ҡуйҙы.
Минең йәнәшәләге бер ҡоҙа тәү күргәс тә таныш һымағыраҡ тойолғаны. Танышҡас, уның быйыл республикала “Айныҡ ауыл” коннкурсында еңеп сыҡҡан ауылдан икәнлеген белдем. Үҙен бер нисә тапҡыр телевизорҙан күрһәткәйнеләр шул. Шул ҡоҙа тәүҙә килештереп тәмләп кенә ултырған була ине, осло күҙле нәмә ни, шунда уҡ шәйләп ҡалды ҡәһәрең. Уны ла:
“Ялан ғына ере аҡ тирәк,
Япраҡтарын суҡламаҡ кәрәк.
Һәр ваҡытта булмаҫ бындай туйҙар.
Бер килгәндә һыйланмаҡ кәрәк”, - тип һамаҡлай-һамаҡлай бөтөргәнсе эсереп ҡуйҙы. Һуңынан маҡтап ҡуйырға ла онотманы.
- Шулайтмайны әле. Ана ҡалай шәп булды, йөҙөңә байҙар төҫө сығып китте. Һин кемдән кәм, ауыҙың ҡыйышмы?
Кәрәкле генә урында кәрәкле генә таҡмағын ҡыҫтырып ебәреүе бит әле. Аҙаҡ теге ҡоҙа ҡыҙып китеп минең алдағы рүмкәне лә тартып алып һемерә башламаһынмы! Бер саҡ дөп итеп өҫтәл аҫтына тәгәрәп китте. Үҙең айныҡ булһаң, кешене ҡарап ултырыуы харап ҡыҙыҡ икән.
Кем нимә тип әйтә, кем нимә бүләк итә? Кем нисек ҡылана? Барыһын да мейегә яҙҙырып ҡына ултырҙым. Ул кешенең күплеге, Хоҙайым! Эт туйы тип торорһоң! Әллә бөтә ауылды саҡырғандар инде. Шуға ла барыһына ла ултырырға урын етмәүе һис тә ғәжәп түгел. Уның ҡарауы бүләктәр мул ғына төштө шикелле. Нимә, нимә һалдылар тиһегеҙме? Ай, Алла, төпсөнөргә тиһәң, һеҙҙе ҡуш инде. Бүләктәме ни эш. Иҫән-һау булһындар, бер-береһен аңлап йәшәһендәр тигеҙ. Ярай, әйтһәм әйтәйем инде, күңелегеҙҙе өйкәп тормаһын. Тыныс йоҡларһығыҙ, исмаһам. Һорашҡан-ҡыҙыҡһындарға ла шулай-шулай тип әйтерһегеҙ. Берәүҙәр “машина бүләк итәбеҙ” тигәс, кейәү менән килендең күҙҙәре бәзләп китте, башҡалар ҙа ах итте. Ни тиһәң дә, ул туғандары сереп байыған шикелле, Себерҙә эшләй тиме. Хәленән килер ҙә шул. Барыһы ла эстән генә “вәт, исамһам, бүләк” тип уйлап та өлгөрмәне, уныһы уйынсыҡ машин булып сыҡты. “Ошондай уҡ машинаны үҙегеҙ алырһығыҙ”, - тинеләр. Кемеһелер конвертҡа һалып аҡса һондо, ауылдан килгәндәр мендәр һалды шикелле, икенселәре көҙгә һарыҡмы, кәзәме килеп алырға ҡуштылар. Ул-был фатир, ысын машина асҡысы тоттороусы булманы. Ярай, кеше-фәлән һораша ҡалһа, мин әйтте тип тормағыҙ тағы. Яманатлы итерһегеҙ. Ҡан-дошман булырмын. Ҡайҙа ишеткәнегеҙ, шунда тороп ҡалһын. Һөйләштекме!
Эй, туйҙы алып барған Зилә Дамир ҡыҙы хаҡында һөйләй башлағайным да инде. Булыр - булыр ҙа, был тиклем телгә бөткән кеше булмаҫ. Һуңынан белдем: атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре икән ул. Үҙе йырға ла, бейеүгә оҫта икән суҡынғыр.
“Ҡайғыны ла, шатлыҡты ла
Бергә-бергә бүлегеҙ!
Был донъяла гөлдәр күркәм,
Өҙөлмәһен гөлөгөҙ!
Тигеҙ ғүмер итегеҙ! – “ тигән шиғыр юлдарын әллә нисә тапҡыр ҡабатланы.
Ул төрлө уйындарҙы белеүе! Бер уйыны бигерәк тә иҫтә ҡалған. Бына бер саҡ:
Һай турғай, турғай, турғай,
Туғайҙа һайрай турғай.
Һаман шулай һайрай турғай
Һеҙгә һоҡлана буғай, - тип һамаҡлай-һамаҡлай кейәү менән киленде зал уртаһына саҡырып сығарҙы. Унан былай тип һөйләй башланы:
- Һәр ғаиләнең бәхете, татыулығы бер-береңде аңлап, бер-береңә иркә һүҙҙәрен йәлләмәүҙә. Буласаҡ ир менән ҡатын киләсәктә бер-береһенә нисегерәк өндәшер икән? Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә ишетәйек әле.
Унан Зилә Дамир бәхетле йәштәргә бер-береһенә нәзәҡәтле һүҙ әйткән һайын уға ҡарай бер аҙым алға атларға ҡушты.
- Күгәрсенем!
- Аппағым!
Тик нишләптер кейәүҙең яғымлы һүҙгә кеҫәһе таҡырыраҡ булып сыҡты. Зилә Дарис ҡыҙы кеүек үҙ эшенең оҫталары туҡталып ҡалырға форсат бирә тиһеңме!
- Кейәү, китсәле, шул тиклем һаран булмасы әле. Йылы һүҙ һөйәкте иретә.Йә,йә.
- Йөрәк майым!
- Ҡарлуғасым.
- Йәнем.
- Берҙән-берем!
Уйын бөткәс, Зилә ханым йәнә һүҙ башланы.
- Ҡара әле, береһенән-береһе ниндәй матур һүҙҙәр бар. Бер-берегеҙгә һәр ваҡыт шула й тип кенә өндәшеп йәшәһәгеҙ, һеҙҙән дә бәхетле кеше булмаҫ. Һүҙ яралай, һүҙ дауалай. Өйөгөҙҙөн шатлыҡлы ауаздар ғына яңғырап торһон. Һөйөшөп-ҡауышып ҡына йәшәгеҙ. Яғымлы һүҙ ғүмерҙе оҙонайта. Ғүмер бит ул усаҡ кеүек. Ул икегеҙ бер булып, уға утын һалып торғанда ғына йылына.
Берегеҙ ут булғанда, берегеҙ һыу булығыҙ. Донъя булғас, ҡалаҡ та шалтырамай булмаҫ. Күп нәмә ҡатын ҡыҙҙан тора. Ғәрәп илдәрендә ни эшләп айырылышыу юҡ тиһегеҙ? Сөнки унда тәртип ҡаты ҡуйылған: ҡатыны бер ваҡытта ла иренә тауыш күтәрмәй.
Шунан кейәүгә лә теләктәрен ишеттерҙе:
- Кәләш алғанда күҙеңде асып ал, өйләнгәс, күҙеңде йом тигән боронғолар. Һуңынан һин былай, һин тегеләй тип ултырмағыҙ. туғандарығыҙҙы тикшермәгеҙ… Тигеҙ ғүмер итегеҙ!
Бая Зөлфиә балдыҙымдың бына-бына туйы булырға тора тейеш тип әйтә биреберәк ҡуйғайным инде. Дөрөҫкә сыҡты бит. Туйҙан ҡайтып, бер сама тын алырға өлгөрмәнек, уныҡына йыйына башланыҡ. Ҡайным аҡтыҡ бейәһен һуйҙы. Араҡы тип ауыҙ шапылдап тормағас, минең почет хәтәр хәҙер. Кәңәш-төңәш һорап йүгерә лә киләләр.
- Еҙнәкәй, шулайтһаҡ нисек булыр икән?
- Киленде ҡайҙа йәшерәбеҙ?
- Мәһәренә күпмерәк һорайыҡ?
Кемде тамада итергә икән тип оҙаҡ ҡына әңгәмәләштек. Хәҙер арыу кешеләр боронғоса ҡыланмағандарын үҙегеҙ беләһегеҙ. Беҙҙең заманда ғына көрәгәсе, аяҡсы, имеш. Берәүҙәре хаҡты ҡутарғансы һорай, икенселәре күптән эйәләнеп ҡуйған, өсөнсөләре тағы әллә ниндәй сәбәп таба. Шул саҡ ҡатыным:
- Әйҙәгеҙ, Зилә Дамир ҡыҙына әйтәйек тә ҡуяйыҡ! Теге ваҡыт харап шәп шәп алып барҙы, - тимәһенме!
- Шулай шул! Ни эшләп күптән башҡа килмәгән!
- Интернеттан телефонын ҡарайым әле!
- Ундай эште телефон аша ғына хәл итмәйҙәр.
Хәҙерге заманда теләгән кешеңде табыу ике тин бер аҡса ғына бит ул. Әллә ҡайҙан адресын да килтереп сығарҙылар. Ҡара әле, ул ханым беҙгә яҡын ғына йортта йәшәй икән. Әйтеүен әйтербеҙ ҙә, ул беҙҙең кеүек әкәм-төкәмдәргә килергә риза булырмы? Бигерәк оҫта! Ул ҡаланың әллә ниндәй шөһрәтле кешеләренә генә йөрөй шикелле. Мине ебәрҙеләр.
- Кеше менән килештереп һөйләшә беләһең, һине тыңлар, - тинеләр.
Тәғәйен адресты “һә” тигәнсе таптым. Тик кәрәкле йорт янынан китеп барғанда башымды әллә ниндәй сепрәк менән килтереп ҡапламаһындармы! Йөрәк жыу итеп ҡалды. Алып ҡараһам, ирҙәр салбары. Ул арала алдыма ғына йәнә күлдәк килеп төшмәһенме! Унан туфли һымағыраҡ нәмәкәй, артынан бер төйөнсәк йәлбер-йолбор барып ятты. Атаҡ, нимә булды? Әллә әйберҙәр яуамы? Ундай хәлдәр ҙә була торған. Янғын сығып, әйберҙәрен тәҙрә аша ырғыталармы? Әллә уғрылыр баҫышамы. Шул саҡ ҡайһылыр тәҙрәнән сәр ҙә сой килгән тауыш ап-асыҡ ишетелде:
- Бар-бар-бар-бар! Суйын бит! Күҙемдән юғал. Бында эҙең булмаһын! Һин эшләп тапҡан кывартир түгел! Минеке! Һинең бында бер нәмәң дә юҡ.
Тимәк, кемделер ҡыуалар, әрләйҙәр.Тышҡа саф һауа һуларға сыҡҡан кешеләр ҙә тауыш килгән яҡҡа күҙ ҡарашын йүнәлтте. Кемелер мыҫҡыллы йылмайып, ҡулын ғына һелтәне. Тауыш ҡыҙғандан-ҡыҙҙы:
- Йыбытҡы, иблис! - Бар сығып кит, ялҡау, күҙемә күренә булма. Сәсрәп кенә китмәйһеңме шунда. Тамам толландырҙың бит, ә! Бөгөндән сәнселеп китһәң дә, ых та итмәҫ инем. Кеше ирҙәре ана ике түгел, өс урында эшләй…
Юлымды дауам иттем. Ярай, донъя көткәс, ниндәй генә хәл булмаҫ. Талашырҙар ҙа, ярашырҙар ҙа. Кеше хәбәрен тыңлап тороу килешкән эш түгел. Бына Зилә Дамир ҡыҙы йәшәгән фатирҙы ла эҙләп таптым. Ишек төбөндә торам. Йөрәк дөп-дөп тибә. Шундай талантлы кешене борсоп йөрөү әллә нисек һымаҡ. Һаҡ ҡына ҡыңғырау төймәһенә баҫыуға шап итеп ишек асылып китте лә коридорға йәнә бер төйөнсәк барып төштө. Саҡ ялтанып ҡотолдом.
- Албаҫты! Һаман китмәнеңме? Тағы килдеңме? Әллә милиция саҡыртҡанды көтәһеңме? Асыуымды килтерһәң, КПЗ-ға бикләтәм бит, ә!
Ул арала ишектән сәстәре туҙған, йөҙө ҡорбанын йыртҡыслап ташларҙай булған, сикә тамырҙары бүртеп сыҡҡан Зилә Дамир ҡыҙы үҙе күренде…
Читайте нас: