Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
18 Август 2020, 01:35

Уныһында араҡы һатыласаҡ, тиҙәр.

Май айында автобус шоферы күрше районға ҡыҙының туйына киткәс, өс көн өйҙә торҙолар.

Күршем уҡытыусы минең. Ғүмер буйы балалар уҡытты, мәктәп өсөн ваҡытын да, үҙен дә йәлләмәне. Бына быйыл ул эшһеҙ ҡалды. Һүҙ һайын “мәктәпте яптылар” ти ҙә ҡайғыра. Үҙен йыуатып:
– Өйөңдә тик ят, эш бөткәнме ни, – тигән булам. – Әтеү, ингән һайын “дәфтәр тикшерәм, план яҙам” ти инең.
Юҡ, тыңламай бит.
– Өйҙә генә күңелем булмай, уҡыусыларымды һағынам, мәк­тәбемде, – тип өҙгөләнә инде бисара.
Үҙемә ҡалһа, зерә лә һәйбәт булып ҡалды әле. Мәктәп автобусы балаларҙы иртән алып китә, төштән һуң алып ҡайта. Ҡышҡы бурандарҙа юлды көрт баҫһа, өйҙә генә торалар, көҙгө каникулға ла ике аҙна иртәрәк сыҡтылар – бензинға аҡса булманы. Балалар төшкә тиклем йоҡлап кинәнде, бик һәйбәт булды! Мәктәпте япмаҫ элек өйгә йоҡмай торғайнылар – көн дә уҡыуҙан һуң йә берәй түңәрәк, йә байрам тип китәләр ине. Ә хәҙер улай этләнмәйҙәр.
Май айында автобус шоферы күрше районға ҡыҙының туйына киткәс, өс көн өйҙә торҙолар. Эй шәп булды, сәсеү эштәрен тиҙ үк ослап ҡуйҙыҡ! Өйҙә эш бөтәһе түгел бит.
Бер беҙҙә генәлер шул мәктәп ябыу! Ана, күрше ауылда балаларҙы украин ауылына йөрөтөп уҡыталар. Әлеге шул автобус килеп ала, кире килтерә, ти. Ҡайһы саҡта килмәй ҙә ҡуя икән. Ниңә, шоферҙың да төрлө сағы булалыр инде... Ә мин әйтәм, дөрөҫ эшләгәндәр, исмаһам, балалар украинса өйрәнер.
Үрге ос Әнисә: “Эй, ошо һары автобусты күрһәм, үҙәктәрем өҙөлә”, – тип әйтә, ти. Үҙәкте өҙөрлөк хәлдәр күп инде ул ауылда! Үҙемә лә ҡыйын булып китә ҡайһы саҡта. Ышана­һығыҙмы-юҡмы, һуғыш ва­ҡытын­дағы кеүек – бер ир юҡ! Берәүҙәр Себер китһә, икенселәре – шабашкала. Бисәләр йыйылышып көмөшкә менән аһ-зарын бер аҙ бушата ла бит, балаларға атай ҡулы етмәй шул. Меҫкенкәйҙәр ҡара таңдан тороп, сит ауылға уҡырға китә, ҡайтҡас, аҙбарға сығып мал ҡарай, һыу ташый. Бигерәк тә ир балаларға көс төшә. Ни эшләһендәр инде, аталары аҡса эшләргә киткәс – түҙәләр.
Колхозды “яңы урыҫ” һатып алды ла: “Минең үҙ эшселәрем бар, һеҙҙең бер кемегеҙ ҙә кәрәкмәй”, – тигән. Шунан бар булған малды, техниканы һатып, исем өсөн ферманы ғына ҡалдырған, эшләй шунда бер нисә бисә лә бер-ике ир. Бына һиңә, мә! Халыҡ шунан ни ҡылһын? “Мәктәп бөтһә, ауыл да бөтә”, – тип белеп ҡайғыра шул күршем.
Бер ҡараһаң, хәлдәр улай уҡ мөшкөл түгел дә һымаҡ. Элекке мәктәптә бынамын тигән магазин асып ебәрҙеләр! Йәнең ни теләй – вис бар! Бына әле тағы бер бина бушаны – клуб ябылды! Уныһында араҡы һатыласаҡ, тиҙәр. Бик һәйбәт була ла баһа!





Читайте нас: