Шоңҡар
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
8 Сентябрь 2020, 22:05

Әҙәпле егет

Бер нисә көн элек кенә, үҙен бәрәңге уташырға саҡыра килгәндә, һарығының башын, тояҡтарын ҡалдырып сыҡты.

Бәләкәйҙән аҡыллының- аҡыллыһы булып үҫте Әғзәм. Атай-әсәһенең, уҡытыусыларҙың рөхсәтһеҙ улай итергә ярамай, былай эшләп ҡуйма, тигәнен ҡолағына уның һымаҡ та ныҡ һеңдергән бала булмағандыр. Шуға ла бөтә ерҙә әйләнгән һайын уны маҡтанылар. Мәктәптә башҡаларға юл күрһәткән маяҡ булды ул, һәр ваҡыт унан өлгө алырға саҡырҙылар.
– Ана, Әғзәм кеүек булығыҙ! Ысын уҡыусы шулай булырға тейеш.
Мәктәптән ҡайтҡас та уның бөтә эше рөхсәт һорауҙан башланды.
  • - Әсәй, кәнфит ашарға яраймы? Икәү итәйемме?
  • Әсәһе лә Әғзәмен башҡа балаларына ҡарағанда нығыраҡ яратты шикелле.
    • - Эй, ошономдо, иң аҡыллыһы бит ул, – тип арҡаһынан тупылдатып йыш һөйҙө.
    • Шулай булмаҫлыҡ та түгел шул! Һис бер ваҡыт бүтәндәре кеүек, әсәй, шул кәрәк, быныһы кәрәк, тип таптырмай. Алдына нимә ҡуйһаң, шуны ашай. Башҡалары кеүек, “һуған һалған, яратмайым мин уны”, тип кәзәләнеп тә ултырманы. Ана, бер заман өлкән улы мәктәптән ҡайтты ла миңә спорт костюмы кәрәк, тип зыҡ ҡупты. Ә быныһы бигерәк әҙәпле, барына риза, булмағанын таптырмай. Телевизор, мултик бар ни уға, юҡ ни. Башҡаларын урамдан алып кереп булмаһа, Әғзәме уйнарға сығам, һыу инергә барам тип тә теңкәгә теймәй, тиҫтерҙәре менән дөмбәҫләшеп йөрөмәй. Һәр ваҡыт дәрес әҙерләп, китап уҡып ҡына тик ултыра. Шундайын шәп малайҙы нисек маҡтамаҫһың!
      Кисен дә малай башҡа туғандары кеүек карауатҡа нисек етте шулай барып тәгәрәмәй.
      • - Әсәй, йоҡларға рөхсәт итәһеңме?
      • Иртән карауатын да үҙе йыйыштыра һалып ҡуя.
        Класташтары берәй китап һорап килһә:
        • - Әсәйемдән һорайым да, – тип иң тәүҙә рөхсәт алыр.
        • Мәктәпте тамамлағас, класташтары таң ҡаршыларға тип тауға барҙы, ә ул китап уҡып ултырып ҡалды.
          Әғзәм студент булды. Башҡалар һымаҡ кисен клуб тип атылып тормауына әсәһе ҡыуанды ғына. Иртән көтөүгә мал ҡыуғанда ауылдағы бөтә яңылыҡ ишетелә.
          • - Фәләндең улы шуның менән йөрөй икән.
          • - Шулай тиҙәр!
          • - Төгәндең баҡсаһына төшкәндәр!
          • Бисә-сәсәне тыңлап барған әсәһе улы өсөн ҡыуанып бөтә алманы. Уның хәбәре бер генә.
            • - Шулаймы? Ыстағәфәриулла тәүбә! Шуларҙан йүнле кеше сығырмы? Әлдә үҙемдең Әғзәмем ҡыҙҙар кеүек аҡыллы. Клуб ишегенең ҡайһы яҡҡа асылғанын да белмәй. Кәрәкмәй ҙә! Йыйын бандит, шалапай араһында нимә бар!
            • Араларынан бер әсе теллеһе:
              – Улың күкәй баҫҡан тауыҡ кеүек өйҙән сыҡмағас, кәләш тә ала алмаҫ, – тигәс, тегенең ауыҙын мәңге асылмаҫлыҡ итеп йомдорҙо.
              – Анау тиклем улым ғәрләнмәй пачутын төшөрөп ауыл ҡыҙҙары менән йөрөп тормаҫ инде. Ҡалала ҡурсаҡ кеүек ҡыҙы бар. Министр балаһы, ти.
              Университет дипломы алып яңы эшләй башлаған егеттең өйләнеүе лә йәһәт кенә килеп сыҡты. Башҡалар менән әллә ни аралашмаған, баш баҫып эштән башҡаны белмәгән егеткә сит милләт ҡыҙы тиҙ иғтибар итте. Быйыл ғына ауылдан килгән, йыйыштырыусы булып эшләй. Исеме – Регина. Йәш, төҫкә-башҡа әллә ҡайҙа китмәһә лә, үткер, ҡәһәрең. Уның урынында башҡа берәү булһа, йәш инженерға ҡыйып һүҙ ҡушырға ла тартыныр ине. Ә был ҡыҙыҡайҙа уңайһыҙланыуҙың “у” хәрефе лә юҡ. Кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә комплименттар яуҙыра ғына. Бер көндә әллә былтыр, әллә өсөнсө йыл алып кейгән костюмын маҡтап хәле бөттө.
              • - Костюмығыҙ бигерәк килешеп тора үҙегеҙгә, һеҙҙең өсөн генә теккәндәр тиерһең. Йылы тәнегеҙҙә туҙһын!
              • - Рәхмәт!
              • Ҡышҡы көндәрҙең береһе ине. Иртә күҙ бәйләнә. Әғзәм эшен теүәлләп ҡайтырға йөрөгәндә ҡыҙыҡай уға һүҙ ҡушты.
                • - Мине саҡ ҡына көтөп тормаҫһығыҙмы икән. Туҡталышта кисә бер өйөр иҫеректәр бәйләнеп аптыратты. Ҡурҡам. – Ҡыҙ йәлләткес итеп Әғзәмдең күҙенә баҡты.
                • - Ярай.
                • Бер кемдең һүҙенә ҡаршы килеп өйрәнмәгән егет һүҙһеҙ ризалашты. Киреһенсә кемгәлер изгелек эшләй алыуына ҡыуанып бөтә алманы. Кешегә ярҙам итеүҙән баш тартыу иң ҙур әҙәпһеҙлек. Быны яҡшы аңлай ул. Өләсәһе гел шулай ти торғайны.
                  Ҡыҙ бигерәк ҡурҡаҡ ҡуян булып сыҡты. Туҡталышта торорға ғына түгел, хатта йәшәгән фатирына ҡайтырға ла йөрәге етмәй икән. Кисә подъезд төбөндә шау иҫеректәр йөрөгән. Ярай әле үҙен бысаҡ менән һуйып китмәгәндәр. Шуға ла Әғзәм уны фатирына инеп киткәнсе генә оҙатырға уйлағайны ла, ҡыҙҙың иламһырап:
                  • - Төндә йүнләп йоҡлай алманым. Ишек шаҡып, ҡурҡытып йөрөнөләр, – тигәс, йәнә кире боролоп китеүҙе килештермәне. Кешегә ярҙам итеүҙән баш тартыу әҙәпһеҙлектең иң олоһо. Йә, берәүҙең ғәзиз балаһын төндә үлтереп сығып китһәләр, ул бит ғәйепле буласаҡ. Тәүбә, тәүбә! Әғзәм үҙенең уйҙарынан үҙе ҡурҡып китте. Аҙаҡ кеше йөҙөнә нисек ҡарар?! Был тормошта нисек йәшәр?
                  • Ул арала шажлап сәй ҡайнап сыҡты. Сәй янына мәй ултыртырға ла онотманы ҡыҙыҡай.
                    • - Әйҙә, имен-аман ҡайтыу хөрмәтенә! – Бығаса ауыҙына әсе-сөсөнө тамсы ла алмаған егет был юлы, эсмәйем, тип әйтергә йәпһеҙһынды. “Кеше һиңә һонған ризыҡтан баш тартыу беҙҙең халыҡта ҙур әҙәпһеҙлек һанала” тип уйланы да рюмканың төбөндә лә ҡалдырмай һелтәп ҡуйҙы. Әсе нәмәкәй тамаҡ төбөн яндырып төшөп китте, шулай ҙа егет сытайғанын һиҙҙермәҫкә тырышты. Ояты ни тора! Унан, сатанлап йөрөмәҫкә, ике аяҡҡа икәү иттеләр. Йолаһы шулай икән. Йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, ҡыҙҙың быларҙың барыһын белеүенә иҫе китте Әғзәмдең. Аяҡтарға, ҡулға тип йота торғас, шешәнең төбөнә лә еттеләр.
                    • Был төндә ҡыҙ ҡосағында уянды Әғзәм. Хәҙер был йортта яңғыҙ бер минут торорға ла ҡурҡҡан ҡыҙыҡай уны тотам да үҙенән ебәрмәҫкә тырышты. Өсөнсө көнгә Регина егеттең күлдәгенә иғтибар итте.
                      • - Бәй, керләнә башлаған түгелме? Ҡуй, улай йөрөмө. Йыуып бирәм.
                      • “Әлләсе, килешмәгәнде! Улай әҙәпһеҙлек бит була бит әле”, – тип уйлап торған егеткә әллә ҡайҙан икенсе күлдәк килтереп тә һондо.
                        • - Мә, ошоно кей! Бүләк булыр!
                        • Унан нәскийен дә систерә һалып алды.
                          Регина ай самаһы яңғыҙ ҡалырға, бер үҙе йоҡларға шөрләп йөрөгәндә Әғзәм уның именлеген тоғро һаҡланы. Был яҡтан уның намыҫы таҙа. Бер көндә борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан ҡыҙ:
                          – Әғзәм, ней, һиңә әйтәһе һүҙ бар ине, – тигәс, егет йәнә аптырап ҡалды.
                          • - Бер-бер хәл булдымы әллә?! Тағы берәйһе ҡурҡыттымы?
                          • – Юҡ та! Ней!
                            – Нимә булды?
                            – Нимә тип ни, мин...
                            – Йәһәтерәк әйт инде
                            – Мин ауырлы!
                            • - Ауырлыһың? – Әғзәмдең йөрәге жыу итеп ҡалды. – Әллә урам буйындаға әҙәмдәр мыҫҡыл итеп өлгөрҙөмө? ­
                            • - Юҡ, берәү ҙә тимәне.
                            • - Әтеү нисек?
                            • - Һинән!
                            • - Минән?
                            • - Һинән булмай тағы кемдән? –Ҡыҙ үпкәләгәндәй ауыҙын ослайтты. Әллә шикләнәһең инде.
                            • - Юҡсы. – Әғзәмгә уңайһыҙ булып китте. Кешегә ышанмау, шикләнеү иң ҙур әҙәпһеҙлек булыуын ул яҡшы аңлай. Уҡытыусылары гел генә шулай тип туғый торғайны.
                            • – Әйҙә, беҙгә ҡайтып, атай-әсәйем менән танышайыҡ, – тине Регина. Ҡайтыу менән никах уҡытып та ҡуйҙылар. Шулай итеп, күҙ менән ҡаш араһында башлы-күҙле булды Әғзәм. Ә инде өйләнешеүҙәренә әллә биш ай, әллә алты ай тигәндә ҡатыны туп кеүек малай алып ҡайтҡас, бәхет күгенең әллә нисәнсе ҡатында тойҙо улүҙен. Теге ваҡыт бахырҡайҙы урамдағы бандиттар ныҡ ҡурҡытҡан, шуға ла бәпесе ваҡытынан алда шулай тиҙ тыуған икән.
                              Хәҙер Әғзәм ике улға атай. Өрлөк кеүек өлкән улы үҙе бына-бына башлы-күҙле булырға йөрөй. Шулай ҙа бала саҡта алған тәрбиәгә тамсы ла хилафлыҡ килтермәй ул. Эш хаҡын тиненә ҡәҙәр һөйөклөһөнә алып ҡайтып бирә, сөнки рөхсәтһеҙ улай итергә лә, былай эшләргә лә ярамағанлығын яҡшы аңлай. Әҙәпһеҙлектең ҙуры һанала ул. Кейемдәрен һәр ваҡыт үҙе йыуып кейә. Йәйен ҡыш буйына етерлек итеп ҡайнатмаһын, компотын әҙерләп мәж килә.
                              Бер көндә урамда Әғзәмде класташы тап итте лә ҡосаҡлап уҡ алды. Бер ауылдан булһалар ҙа, байтаҡтан осрашҡандары юҡ ине. Йышыраҡ ҡатыны яғына ҡайтып йөрөйҙәр шул. Донъя булғас, мәшәҡәте лә сығып тора. Йә бесән сабышырға кәрәк, йә утындары бөтөп киткән, йә бәрәңгеләрен ҡорт баҫҡан. Унан ҡайнағаһы, ҡәйенбикәһе, ҡәйнештәре, балдыҙҙары ла бар. Һәр береһенең йомошо тигәндәй. Кеменәлер өй эшләшергә кәрәк, йә ҡоймалары ауып бара. Эй, үҙҙәре бигерәк ихлас шул. Бәғерҙәреңде өҙөрлөк итеп һөйләшеүҙәре! “Кейәү”, “еҙнә” тип кенә лә түгел – “үҙебеҙҙең генә кейәүебеҙ, үҙебеҙҙең генә еҙнәбеҙ, берәү генә бит ул” тип өҙөлөп торалар. Бер ҡараһаң, әлдә генә улар бар. Әтеү бынау заманда ҡалала асҡа ҡаҡланып үләрһең. Теге ваҡыт ҡәйнеше бер килолай бәрәңге, ярты литр һөт, бер стакан ҡаймаҡ килтереп китте. Ә балдыҙы һуң! Унан да йомартыраҡ! Бер нисә көн элек кенә, үҙен бәрәңге уташырға саҡыра килгәндә, һарығының башын, тояҡтарын ҡалдырып сыҡты.
                              – Күрше апай һорай ине, бирмәнем. Үҙемдең еҙнәкәйем генә барҙа теләһә кемгә тоттороп ҡуйырға ни! Һурпаһы харап шәп була торған ул. Ана, ҡаҙаҡтарҙа иң ҡәҙерле ҡунағының алдына һарыҡ башы ҡуялар ти.
                              Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас:
                              – Күптән күрешкән юҡ, әйҙә һөйләшеп ултырайыҡ, - тип ауылдашы Әғзәмде кафеға саҡырҙы.
                              – Хәҙер Регинанан һорайым да. – Әғзәм кеҫәһенән телефонын сығарҙы.
                              Әммә ҡатыны уға баш-баштаҡланып ҡунаҡ булып йөрөргә рөхсәт итмәне, күрәһең. Телефонын һүндергәс:
                              • - Булмаҫ ахырыһы, – тине Әғзәм. – Регинаның әхирәте килергә тейеш. Үҙең беләһең, кеше ҡунаҡҡа ингәндә хужаның өйҙә булмауы килешкән эш түгел, әҙәпһеҙлек һанала. Унан ундай табындарға былауҙы гел мин бешерәм. “Бәғеркәйем, һинеке бигерәк шәп килеп сыға”, – тип ҡатыным маҡтап бөтә алмай.
                              • Бер көндә ауылдан әсәһе шылтыратты:
                                • - Балам, ял көнө көтөү буйынса сират беҙгә етә. Ҡайтып китһәгеҙ бик шәп булыр ине. Күптән килгенегеҙ ҙә юҡ, атайың да ауырып тора.
                                • Улының “ярай, ярай, мотлаҡ ҡайтырбыҙ” тигән ихлас һүҙенә өмөтләнгән ҡарт әсә:
                                  • - Регинанан һорайым да! -– тигән яуап ишетте. -– Ул нимә тип әйтер?
                                  • Читайте нас: