Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
19 Сентябрь 2020, 21:55

Гөлсөм ниңә шатланды?

Шул саҡ беҙҙе тыңлап ултырған Гөлсөмдөң йөҙөндә мут йылмайыу сатҡылары күренде.

Ауылға ялға ҡайттыҡ. Таныштарыбыҙ ҡунаҡҡа килде. Бер аҙ һөйләшеп ултырғас, иртәгә кире Өфөгә ҡуҙғалырға кәрәклеген әйттек.
– Үҙегеҙ отпускыла тип әйтәһегеҙ, ни эшләп ҡабаланаһығыҙ? - тине дуҫымдың ҡатыны Гөлсөм. Әҙерәк тора бирһәгеҙ, бергәләп урманға сығып килер инек.
– Ял мәлендә поликлиникаға йөрөп ҡалырға кәрәк, - тине ҡатыным. - Әллә ни эшләп аяғым һыҙлай, тикшерелеп алаһы ине.
– Минең дә һуңғы ваҡытта аяҡ ауырта, әллә ҡартайыла инде, - тип ҡушылам мин дә.
Шул саҡ беҙҙе тыңлап ултырған Гөлсөмдөң йөҙөндә мут йылмайыу сатҡылары күренде.
– Ниңә көләһең?
– Минең дә аяғым һыҙлап яфалай, һеҙ һөйләгәс, рәхәт булып китте, бер минеке генә ауырта икән тиһәм.
Читайте нас: