Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
27 Сентябрь 2020, 22:50

Был нимә менән бөтөр?

Шул саҡ фатир хужаһы килеп инә.

Үҙ-үҙенә ышанған, романтик егет фатир табып яңы ғына танышҡан ҡыҙ менән осрашырға әҙеләнә. Әммә көтмәгәндә фатирҙың хужабикәһе, һуңынан йәштәрҙең ниәте хаҡында ишетеп ҡалған ҡыҙҙың атаһы килеп етә. Күңелле, романтик осрашыуға ышаныс кәмегәндәй-кәмей. Артабан ни булыр? Ғәжәп, мәрәкәгә бай комедияны ҡарағас, үҙегеҙ шаһит булырһығыҙ. Пьеса “Эх, яҡшы!” тип атала. А. Мөбәрәков исемендәге
Сибай башҡорт дәүләт драма театрында 30 сентябрҙә ҡуйыласаҡ әҫәрҙең авторы– йәш драматург, атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Айлыбаныу Ҡаһарманова.
Комедияны сәхнәгә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов ҡуйған. Композиторы – Илсаф Вәдүтов, балетмейстры – Сулпан Асҡарова.
Читайте нас: