Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
22 Октябрь 2020, 21:30

Сирле Зәйнәп

“Әллә бар ғүмер, әллә юҡ ғүмер. Йәшәп булмаҫ инде, Хоҙай һаулыҡты мыҫҡаллап ҡына биргән".

Әллә ысын, әллә буш, Зәйнәб әбей йәштән һаулығына зарлана. Килен булып төшкәс, сөгөлдөр баҫыуында ярты ғына көн бутала.
- Эсем өҙөлөп килә, ҡуй, үләһем юҡ, - тип ҡайтып китә лә башҡаса колхоз эшенә сығып та әйләнмәй. Өйөндә лә утын индереү, өҫтәлгә самауыр ултыртыу кеүек эштәр - иренә елкәһендә. Үҙе шәл, бейәләй, ойоҡбаш бәйләй. Унын район үҙәгенә, ҡалаға алып барып һата.
Йәше үтә барған һайын Зәйнәб әбей сәләмәтлегенә тағы ла нығыраҡ “борсола”. “Әллә бар ғүмер, әллә юҡ ғүмер. Йәшәп булмаҫ инде, Хоҙай һаулыҡты мыҫҡаллап ҡына биргән” тигән һүҙҙәрҙе ул доға урынына ҡабатлай. Шуға ла үҙенә “сирле Зәйнәп” тип ҡушамат та тағалар.
Көҙгө эштәр тамамланғас та дауаханаға юллана ул. Унда бәйләмен бергә алып китеп, әллә күпме әйбер бәйләй. Яҙ еткәнсе бер нисә тапҡыр ятып сыға. Күрше-күлән хәл белешергә килһә, йөҙөн сирылтып, ҡулын ғына һелтәй:
- Дауалары бер ҙә килешкәнгә оҡшаманы, нисек керһәм, шулай сыҡтым. Ҡуй, Хоҙай һаулыҡ бирмәгәс, табиптарға ғына ышаныс юҡ инде.
Шулай ғүмер үтә. Көндәрҙең береһендә ире алтмышҡа ла етмәҫтән йөрәк өйәнәгенән тәгәрәй. Балалары ла ҡырға китеп бөтә. Хатта бер-бер артлы күрше-тирәләге тиңдәштәре лә донъя ҡуя. Ә Зәйнәп әбейҙең күптән түгел туҡһан йәшен билдәләнеләр. Юбилейында дер һелкетеп бейегән, тиҙәр. Ауылдағы иң оло кеше ул хәҙер.
Читайте нас: