Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
4 Декабрь 2020, 23:15

ШӘП КҮСТӘНӘС

Бер аҙ ашап ултырғас, Мөхәмәтулла ағай йәнә күстәнәскә үрелде: – Шайтандар ғына икәү менән сикләнә, әйҙә, өсәү итәйек!

Телефон шылтыраны. Мөхәмәтулла ағай икән. Хәл-әхүәл һорашҡас, ҡунаҡҡа саҡыра башланы. – Ағай, һуң бит инде. Һеҙҙең кеүек оло кешене бимазалап йөрөүе әллә нисек, – тип торам, юҡ, өҙмәне лә ҡуйманы. – Ниндәй бимазалау, ти, ул! Беҙ ҡунаҡтарҙы яратабыҙ. Еңгәң мул итеп табын әҙерләгән. Әллә беҙҙе тиңһенмәйһеңме? Теге ваҡыт юбилейға ла килмәнең! – Мөхәмәтулла ағай әллә ҡасанғыны соҡоп сығарҙы. Ысынлап та, теге ваҡыт 70 йәшенә саҡырғас, ысынға ҡабул итмәгәйнем шул. Күңел өсөн генә әйткәндер, тип уйланым. Нәҫел-нәсәбем дә, йәштәшем дә түгел тип ауылға ҡайттым да киттем. Ә ул телефондан: – Кил, һин генә ҡалдың, көтәбеҙ, – тип шылтыратып бер булды. Аҙаҡ ҡунаҡтар араһында, ниңә килмәне икән, тип бер нисә тапҡыр әйтеп һалған. Ағай ныҡыш булып сыҡты. – Уйлап тораһы ла, нитәһе лә түгел, киләһең! Ҡыҙым менән кейәү ҡайтҡайны. Яңы йыл байрамына бик шәп күстәнәс килтергәндәр. Шунан ауыҙ иттерәм. Көтәбеҙ. Ыштубы кил! – Ҡаланың бер тирәһендәрәк йәшәгәс, әллә ни йыш булмаһа ла, барғылаштырып йөрөйөм шул. Ҡайһы берҙә үҙе лә килеп сыға. Ғәжәп тилбер кеше ул Мөхәмәтулла ағай. Ҡалалағы бер мәҙәни сараны ла ҡалдырмай. “Бына шундай мәҡәлә яҙҙым әле”, – тип редакция тупһаһын да һыуытмай. Килгән һайын бәлешен йә башҡа тәм-томон да онотмай. – Бына, еңгәгеҙ бешереп ебәрҙе. Телеңде йоторлоҡ! – тип күстәнәстәрен өҫтәлгә теҙә башлай. Мөхәмәтулла ағай хаҡлы ялда. Ғүмер буйы иҫәп-хисап өлкәһендә эшләгәнлектәнме, һәр нәмәнең әтнәкәһен яҡшы үҙләштергән. Йыш ҡына портфеленән бер ялтырбашты йылп иттереп килтереп сығара ла өҫтәлгә ултырта. – Ошо нәмәкәйҙе ауыҙ итегеҙ әле. – Ҡуй, Мөхәмәтулла ағай, килешмәгәнде, – тип ҡараһаҡ та, ай-вайына ҡуймай үҙенекен тылҡый: – Һеҙҙең кеүек аҫыл егеттәргә ял кәрәк. Эш ҡасмаҫ ул. Аш алдынан саҡ ҡына уртлап ебәрһәң, харап шәп булып ҡала. – Үҙе башын артҡа ташлап кинәнеп көлә. – Эсмәйбеҙ бит әле, етәксебеҙ ауыҙҙы текте. – Бигерәк килештерәһегеҙ, бөтәгеҙ ҙә суфыйға әйләндегеҙме әллә?! Ысынлап та, кемдер машинала килгән, кемдер ысҡыныуҙан ҡурҡа. Шулай ҙа Мөхәмәтулла ағай ҡаты тора: – Юҡ, егеттәр, килтергән күстәнәсте кире алып ҡайтыу килешкән эш түгел. Бөгөн менән көн бөтмәгән. Берәй кәрәге тейер әле, бына ошонда ҡуям, – ти ҙә өҫтәл тартмаһына тыға... – Һай-һай-һай, минең дуҫ килә-ә-ә-ә! – Мөхәмәтулла ағай ишекте шар асып көтөп тора ине. Битенә байҙар төҫө ингән. Ул ихлас йылмайып, әллә ҡасан күрмәгән дуҫын осратҡандай, ҡосаҡлап уҡ алды. – Ах, үҙемдең дуҫым! Хәлдәр нисе-е-ек? Шәп кеше бит ул, шәп кеше һин! Шунан, әйҙә лә әйҙә, тип түргә һөйрәне. Өҫтәл һәр ваҡыттағыса мул. Шараптың бер нисә төрлөһө ҡуҡырайып ултыра. Ул арала еңгәй тып иттереп аш килтереп ҡуйҙы. – Әйҙә, етешегеҙ! Мөхәмәтулла ағай бер миңә, бер өҫтәл тирәләй күҙҙәрен йүгертте лә: – Нимә теләйһең, дуҫым? Ағымы, ҡыҙылымы? – Унан ҡулына әкиәттәрҙәге байҙар көршәгенә оҡшаш шешәне ҡулына алды ла: – Ю-ю-ҡ! Кем-кемде, үҙемдең дуҫымды теләһә нәмә менән түгел, ошо иң шәп коньяк менән һыйлайым әле, – тип уны уймаҡтай рюмкаларға ҡойҙо. Унан минең күҙгә тура ҡарап: – Ошо коньяк күпме тора тип уйлайһың? – тип һораны. Көтөлмәгән һорауға нимә тип яуап бирергә лә белмәй баҙап ҡалдым. – Белмәһәң, бел, ҡустым, әкәй-шөкәй эсемлек түгел был. Ҡыҙым Питерҙан алып ҡайтты, Питерҙан! Мин дуҫымды юҡ-бар менән һыйламайым. Ышанаһыңмы-юҡмы, өс мең һумлыҡ! Өс мең һумлыҡ! Әйҙә әле, тәмләп ебәрәйек, был тиклем ҡыйбат торғас, тәмһеҙ түгелдер. Мөхәмәтулла ағай алдындағыһын ҡулына тотто ла минең менән сәкәштереп, кәгеп тә ҡуйҙы. Унан: – Ах-х! Ҡайһылай шә-ә-әп! – тип сытайыу ҡатыш ауыҙын йырҙы. – Ысынлап та, елле шул! Өс мең торһон да насар булһын, имеш. Мин дә уға ҡушылып: – Шәп! – тигән булдым. – Әйттең һүҙ! Шунса һумлыҡ нәмәнең насар булыуы мөмкин түгел. Элек был хатта батшаларҙың төшөнә лә инмәгән. Мөхәмәтулла ағай өҫтәлдәге һый-ниғмәттән ауыҙ итергә ҡыҫтаны. – Әйҙә әле, ҡусты, етешеп ултыр, – тип ул тәрилкәләге бутербродты ҡулына алып уҡ миңә һондо: – Был ыуылдырыҡты ла ҡыҙым алып ҡайты. Тоже бик ҡыйбат. Питерҙан килгән бит! Ундағы халыҡ беҙҙең һымаҡ теләһә нәмә ашап ултырмай. Юҡҡамы ни бар халыҡ Питер тип зыҡ ҡуба. Анау Фәнүрәнең малайы ла шунда киткән, имеш. – Шәп! Һеҙгә килмәһәм, бындай аҙыҡты ашамаған да булыр инем, – тигән булам. – Әйҙә әле, икәү итәйек. Әтеү сатанлап йөрөргә итәһеңме? – Мөхәмәтулла ағай йәнә теге шешәгә үрелде. Сираттағыһын да оңҡолдатып ҡуйғас, алдындағы икмәкте ҡапты: – Үәт, тормош, ә, өс меңлек коньякты эсер көн дә бар икән. Эсте яндырып төштө. Шәп! Атаһының бер туҡтауһыҙ “өс меңлек” тип ҡабатлауына эргәһендә ултырған ҡыҙы, йылмайып: – Ну, пап… – тип ҡарай ҙа, Мөхәмәтулла ағай ауыҙын тиҙ йомдора: – Нимә, пап та пап! Ирҙәр эшенә ҡыҫылаһың! Шым ғына ултыр! Бер аҙ ашап ултырғас, Мөхәмәтулла ағай йәнә күстәнәскә үрелде: – Шайтандар ғына икәү менән сикләнә, әйҙә, өсәү итәйек! Арба шыма барһын өсөн дүртәү ҙә ителде. Ваҡыт үтә бирҙе. Хужаларға рәхмәт әйтеп, өҫтәл янынан ҡуҙғалдым. – Ҡуй әле, ҡайҙа ҡабаланаһың! Бындай өс меңлек күстәнәс менән һине кем һыйлай әле тағы, – тип Мөхәмәтулла ағай ҡыҫтаһа ла, ишеккә йүнәлдем. Ҡунаҡсыл хужа йәнә рюмкаһын һондо: – Әйҙә, хуш аяғына берҙе генә тондорайыҡ. Яман зәһәр! Өс меңлек тора… Урамға сыҡтым. Ҡапыл ҡайҙандыр тауыш ишетелде. Ҡараһам, балкондан Мөхәмәтулла ағай һөрән һала: – Ҡусты-ы-ы-ы, күстәнәс шәп булды, ивет?! Коньяк өс мең һумлыҡ!.. Киске һиллектәге тауыш әллә ҡайҙарға яңғыраны. Ә иң ҡыҙығы тағы ла алда булған икән. Көтмәгәндә ҡунаҡтар килеп төшкәс, магазинға юрттым. Кәштәлә шундай уҡ коньяк теүәл 700 һум тора ине...
Читайте нас: