Шоңҡар
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
11 Декабрь 2020, 21:40

Вәли ниңә үҙгәрҙе?

Ярты сәғәт үтте, бер... Ә хужа бушаманы ла бушаманы.

Юлдаш ағай апаруҡтан Себер тарафтарында йөрөй. Уға тиклем журнал редакцияһында эшләгәйне. Бер көндө Өфөнөң ер аҫты үткәүеленән сығып барғанда кемдеңдер ҡысҡырғанын ишетте.
- Юлдаш ағай, Юлдаш ағай!
Кем икән? Юлдаш ағай тирә-яғына ҡараны, әммә бер кемде лә күрмәне. Ахыры, ярай, ҡолаҡҡа ғына салынғандыр, тине лә юлын дауам итте.
- Юлдаш ағай, Юлдаш ағай! - Теге тауыш тағы ҡабатланды. Баҡһаң, үткәүел осонда журнал мөхәррире Вәли ауыҙын йырып баҫып тора ине. Үҙенән апаруҡҡа кесе егет, күптән күрмәгән ағаһын осратҡандай, ҡосаҡлап уҡ алды.
- Ағай, хәлдәр нисек? Әллә ҡайтып килеүеңме?
Егеттең илгәҙәклегенә, ябайлығына иҫе китте Юлдаштың. Бығаса уны ҡоро кеше итеп белә инесе. Унан теге ваҡыттағы хәл келт итеп иҫенә төштө.
Сираттағы ҡайтыуында ул бер шәлкем шиғырҙарын алып килгәйне. Бүлек мөдире киләһе һандарҙа бирергә тырышырбыҙ тип вәғәҙәләһә лә, бер юлы тип баш мөхәрриргә лә инмәксе булды. Бәлки, тиҙерәк шылыр. Әтеү “ тиҙҙән” тип алып ҡалһалар ҙа, ята торған. Теге ваҡыт хатта ҡайҙалыр юғалтып ҡуйҙылар.
Секреатарь ҡыҙ баш мөхәррир ниндәйҙер эш менән мәшғүл булыуын белдереп, саҡ ҡына көтөп торорға ҡушты. Ярты сәғәт үтте, бер... Ә хужа бушаманы ла бушаманы. Инде сәғәт бер тула тигән дә Вәли Маратович килеп сыҡты ла уның яғына сикәһе менән генә ҡарап:
- Әлегә ҡабул итә алмайым, мөһим эш менән саҡырҙылар, - тине. Иртәгәһенә лә ваҡыты булманы баш мөхәррирҙең. Вәғәҙә итеп алып ҡалынған шиғырҙар ҙа донъя күрмәне.
Бер нисә көн элек кенә Вәли Маратовичты вазифаһынан бушатыуҙарын ул әлегә белмәй ине…
Читайте нас в