Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
19 Декабрь 2020, 15:15

Ҡотолоу юлы

Халыҡ шағиры булыр ул!

Унан да әүҙем, унан да өлгөр шағир юҡтыр ул беҙҙең әҙәбиәттә.
— Халыҡ һорай бит, халыҡ, — тип әйберҙәрен редакцияға ҡалдырып китә лә иртәгәһенә үк шылтырата башлай. Әҫәрҙәренең яҙмышы нисек? Әҙерләп биргәндәрме? Ҡасан баҫылып сыға? Әҙәбиәт бүлеге, яуаплы сәркәтип, баш мөхәррир — береһе лә ҡалмай.
Бер нисә көндән йәнә һыпыртып килеп етә. Тағы бүлмәнән бүлмәгә йөрөй. Һинең ваҡытың бармы-юҡмы, үҙенекен һөйләй бирә. Арала яҙыштырған кеше булһа, үлтереп маҡтай. Һинең хикәйәләрең шәп! Шиғырҙарың үлемһеҙ! Һин — икенсе Мостай. Һинең кеүектәрҙе беҙгә күҙ ҡараһылай һаҡларға кәрәк. Нишләп һаман Салауат Юлаев премияһын бирмәй йөрөтәләрҙер...
Пенсионер кешенең ни ваҡыты күп — бер аҙҙан тағы ишектәрҙе шаҡый башлай.
— Халыҡ һорай бит, халыҡ.
Бер көндө аптыраған мөхәррир:
— Тамам аптыратты бит, бынан нисек ҡотолорға? — тип әйтеп һала.
— Унан шиғырҙарын баҫтырып ҡына ҡотолоп була, — ти һәр кемдең холҡон өйрәнеп бөткән яуаплы сәркәтип.
Ауылда йәшәр өсөн килмәгән
Бер төркөм журналистар, башлап яҙыусылар Өфө районының Шамонин ауылында йорт алырға тип зыҡ ҡубышып йөрөй. Берәүҙәре әлеге лә баяғы бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙ-ҡоғоҙ артынан саба, икенселәре поручитель эҙләп эт була. Дамир Шәрәфетдиновтың тыныс ҡына йөрөүенә барыһы ғәжәпләнә. Араларынан берәү, йөҙөнә хәстәрлекле ҡиәфәт сығарып:
— Нишләп ойоп йөрөйһөң, һин дә үҙеңә йорт йүнләр инең, — ти.
Дамир иҫе лә китмәй, ҡулын ғына һелтәп ҡуя:
— Һы, ауылдан килеп ауылға йәшәргә китеп бармам инде.
Ярҙам итегеҙ әле
Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең магазинында йөрөйөм. Ҡапыл:
– Ярҙам итмәҫһегеҙме, – тигән тауышҡа боролоп ҡараһам, янымда танылған әҙиптең ҡыҙы тора. – Атайым, башҡортса, татарса өсәр китап алып ҡайт әле, тигәйне. Башҡортса ла, татарса ла уҡый белмәйем. Һайлап алып бирегеҙ әле!
Кем аҙашҡан?
Ойошма етәксеһе тирәһендә күп уралды ул. Маҡтаны, хупланы. Яйы сыҡҡан һайын:
– Һеҙҙең кеүек кешене күргәнебеҙ юҡ ине әле, – тип теле телгә йоҡмай уға дан йырланы, ниндәй матур һүҙҙәр бар – бөтәһен дә уға өйҙө. Әлбиттә, бының өсөн етәксе әҙипте өлөшһөҙ ҡалдырманы: премияһын да, бүләген дә йыш алып торҙо.
Тормошта бер нәмә лә мәңгелек түгел. Көндәрҙең береһендә етәксене хаҡлы ялға оҙатып, икенсеһен ҡуйыуға, әҙип тағы ла һайрарға тотондо.
– Беҙ аҙашып йөрөгәнбеҙ, ҡиблаларыбыҙ буталған, ниһайәт, дөрөҫ юлыбыҙҙы таптыҡ...
Классик килде
Йәш авторҙың тәүге йыйынтығын тикшерәләр. Беренсе булып шағир М. һүҙ ала.
— Мин, әлбиттә, уның бер әйберен дә уҡыманым. Шулай ҙа ул бухты-барахты яҙалыр тип уйламайым. Бына тигән итәғәтле егет, матур кейенеп йөрөй.
Унан Т.-ға һүҙ бирелә.
— Уның бер юморескаһын уҡып бөтә яҙҙым. Нимәлер тойомлаған да һымаҡ булдым. Иң һәйбәт сифаты — бер кем менән бутап булмай торған үҙ стиле бар. Автор алдына ҙур маҡсат ҡуйып ижад итә. Тупланманы бөгөндән дә һуңға ҡалмай нәшриәткә тапшырып ҡуйырға кәрәк.
И. ла йыйынтыҡты юғары баһалай:
— Иптәштәр яҡшы фекерҙәр әйтте. Шуға ла уларҙы ҡабатлап тороу хәжәт түгел, тим. Ҡыҫҡаһы, беҙгә дастуйын алмаш килә.
Ул арала йәш автор һығылдырып өҫтәл әҙерләй. М. рюмканы ҡулына ала:
— Хөрмәтле иптәштәр, әҙәбиәткә яңы классик килде. Әйҙәгеҙ, артабан да уның ижадының сәскә атыу хөрмәтенә берҙе тотайыҡ.
Йөҙ йылға бер тыуа
Ул — билдәле әҙәбиәт белгесе. Өҫтәүенә шул тиклем матур, оҫта һөйләй, халыҡса әйткәндә, ойота инде, ойота. Шуға ла юбилей кисәләрен ҙурлап үткәрергә уйлаған әҙиптәр унан ижады хаҡында бер-ике кәлимә һүҙ әйтеүен һорай. Әлбиттә, ихлас риза була ул.
Был юлы ла шығырым тулы зал уның ялҡынлы телмәрен тын да алмай тыңланы.
— Бөйөк яҙыусының әҫәрҙәрен уҡыған һайын мин уларҙа бығаса бер кем ҡабатламаған фекерҙәр, асыштар тойоп ләззәтләнәм. Уның образдар өҫтөндә эшләү оҫталығы мине таң ҡалдыра. Ул — тормошто иҫ киткес дәрәжәлә тәрән белгән, кеше күңелен үтәнән-үтә күргән, тиңдәшһеҙ ҙур таланты өҫтөнә әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ күп эшләгән яҙыусы. Ул беҙҙең әҙәбиәттә — новатор. Ундайҙар йөҙ йылға бер тыуа.
Йомарт әҙәбиәт белгесе “йөҙ йылға бер тыуған” әҙипте һәр юбилярҙың ижад кисәһендә тыуҙыра ине.
Халыҡ шағиры булыр ул
Редакцияның әҙәбиәт бүлеге. Үҙен йәш шағир тип һанаған егет бүлмәнән сығып китеүгә, өлкән йәштәрҙәге әҙип, башын сайҡап, һүҙ башлай.
— Был халыҡ шағиры булыр ул, булыр.
— Кит инде! — ти ҡәләмдәше уға. — Шиғырҙарының рәт-сиратын әйтәйем, йөрөй шунда буталып. Шундайҙар әҙәбиәттең бәҫен ебәрә лә инде.
— Эй, ҡустым, эш шиғырҙамы ни бында! Күрмәйһеңме, бигерәк әрһеҙ, бигерәк ныҡыш бит. Йомартлығы һуң!
Өлкән әҙип шулай тине лә “халыҡ шағиры” килтергән күстәнәстең бөкөһөн ҡайырып асты.
— Эй, уның шиғыры нимәгә, бына быныһы шәп!
Читайте нас: