Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
25 Декабрь 2020, 13:54

...Йомортҡа ла ашаманы

Һыуҙан ҡайтып ингән әсәйемә улы (ағайым):

Ағайыма биш йәш тирәһе. Әсәйем һыуға киткәс, үгәй атаһы килеп инә. Ул итеген дә сисеп тормай түрбашҡа үтә, мейес артындағы ағас күнәктән ҡунаҡҡа тип әҙерләнгән балды һоҫоп эсә, бер йомортҡаны сей килеш эсеп, ҡабығын мейес эсенә ырғыта ла ағайыма:
— Мин бал эскәнде лә, йомортҡа ашағанды ла әсәйеңә әйтмә, йәме, — тип киҫәтеп ҡуя.
Һыуҙан ҡайтып ингән әсәйемә улы (ағайым):
— Әсәй, олатай бал да эсмәне, йомортҡа ла ашаманы, — ти.
— Ай, дуңғыҙ, әйтмә, тигәй­нем дә инде, — тип көлгән була олатай.
Читайте нас: