Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
25 Ғинуар 2021, 21:35

Өс ҡыҙыма - бер кейәү. Юнир Салауатов

Хужаның “ҡыҙҙар” һүҙен күплектә, “кейәү” һүҙен берлектә әйтеүенә ихтибар иттем дә, тик уның сәбәбен асыҡларға уңайһыҙландым.

Юнир Салауатов
ӨС ҠЫҘЫБЫҘҒА БЕР КЕЙӘҮ
Клуб мөдире мине, әле генә етмештән уҙған әбей менән бабай һәм ейән–ейәнсәрҙәре йәшәгән, тыштан бик матур, төҙөк булған йортҡа алып килде. Хужалар ҡунаҡсыл,асыҡ йөҙ менән ҡаршыланы.Таныштыҡ һәм шунда уҡ сәй эсәргә ултырҙыҡ.Әбей, иң тәүҙә балаларҙың тамағын туйҙырҙы һәм улар урамға сығып та һыпыртты.
–Ғүмерем буйы водитель булып командировкала йөрөнөм,беләм мин юл ғазаптарын, рәхәтләнеп сәй эсәргә юлдарҙа ашханалар булманы. Бүре шикелле гел ашарға эҙләп ғазапландыҡ. Әйҙә,туған, уҙған замандарға үс итеп ҡаты яһап,баллап сәй эсәйек,–тине хужа.
–Ә беҙ ауылда, гел һинд сәйе юҡлығынан ғазапландыҡ.Магазингә килһә, һатыусы Мәрйәм иң тәүҙә итәк аҫтынан ғына туғандарына, уларҙан ҡалғанын серей башлаған селеткаға ҡушып, беҙ меҫкендәргә һатты,–тип хужабикә лә һүҙгә ҡушылды.
Ғөмүмән: алыҫта ҡалған йылдарҙы хәтерләп самауырҙы йыға ла башлағанбыҙ.
–Юнир, сәйҙе күп эсмәгеҙ, уның менән тамаҡ туймай. Ҡорһағыңда урын ҡалһын, тиҙҙән аш өлгөртәм. Итте күп һалдым.Ир кешеләргә итте күп ашау кәрәк. Минең бабайым йәш сағынан малды күп тотто. Балаларыбыҙ ҙа ит яратып үҫте.Ана,ейән–ейәнсәребеҙгә һөйәкләп ит тоттормаһаң йөҙҙәре боҙола,–тине хужабикә.
Мин килеп хужаларҙы артыҡ мәшәҡәтләүемдән бер аҙ тартынып та ҡуйҙым.Ләкин хужа мине һиҙеп:
–Юнир, үҙегеҙҙәге кеүек булығыҙ,оялмағыҙ,уңайһыҙланмағыҙ.Беҙ пенсионерҙар булһаҡ та етешле йәшәйбеҙ.Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа уңған, кейәүебеҙ ҙә шәп ,мал –тыуарҙарҙы үҫтереп, үрсетеп, аҡсаға йөҙҙөрәләр генә, –тине.
Хужаның “ҡыҙҙар” һүҙен күплектә, “кейәү” һүҙен берлектә әйтеүенә ихтибар иттем дә, тик уның сәбәбен асыҡларға уңайһыҙландым. Шулай ҙа эстән генә ҡыҙыҡһыныуым туҡтаманы. Бик уңайлы моментты тура килгәндә асыҡлармын әле, тип хәтергә һалып ҡуйҙым.
Оло бүлмәгә сығып диванға ултырғас, стенала эленеп торған өс ҡыҙ фотоларына ирекһеҙҙән иғтибар һәм уларҙың сибәрлектәренә күҙемде алмайынса шаҡ ҡаттым да ҡалдым. Аңын юғалтҡан кеше кеүек ҡарап тороуыма бабай ҙа ихтибар итмәй ҡалманы.
–Минең өс ҡыҙым, йәш аралары икешәр йыл ғына .Балаларҙы күберәк тыуҙырып үҫтерергә тырыштыҡ. Уларҙан алда ике улым бар,–тине лә ниңәлер борсолған, уңайһыҙланған кеше кеуек тәрән тын алып ҡуйҙы.
–Ҡыҙҙарығыҙ бик сибәрҙәр,тышҡы фактуралары тик сәнғәт өсөн генә бирелгән, ниңә артистлекә уҡырға бармағандарҙыр инде,–тинем.
–Шулайҙыр ҙа бит,тик сәнғәттә булһалар, бар артистәрҙең баштарын бутап, әйләндереп ғаиләләрен боҙоп бөтөрөрҙәр ине.Улар арҡаһында оятҡа ҡалып йөрәктәребеҙҙең яныуын һөйләп бөтөргөһөҙ,–тип әбей күҙ йәштәрен һөртөп ҡуйҙы.
– Малай булып тыуһалар мең рәхәтлек булар ине, – тип бабай урынынан торҙо ла, борсолоуы йөҙөнә сығып бүлмә буйлап уңлы–һуңлы йөрөнө.
Уларҙы бик үк аңламағас һорау бирмәй ҡалманым:
– Әле генә ҡыҙарыбыҙ уңған,кейәүебеҙ шәп, тип әйткән инегеҙ, йәштәр еңел юлға баҫтылармы ни?
– Улар, тәүҙә оятҡа ҡалдырҙы, хәҙер яйлап ҡына онотола башлаһа ла, ул йылдар хәтергә килә лә төшә. Беҙҙең ҡыҙҙарҙың холҡона бөтөн район ғәжәпләнеп, дошман күргәндәр бот сабып көлдө. Берәйһе беҙҙе барыбер һеҙгә һөйләйәсәк, ситтән ишеткәнсе үҙебеҙ һөйләйбеҙ. Өс ҡыҙым да бер ир менән йәшәй.Бына атай–әсәйгә оятҡа ҡалыу ҡайҙа ул,–тип әбей ҡыҙҙар фотоһына ҡул һелтәп ҡуйҙы.
Бындай ваҡиғаны үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр ишеткәс, хәлдәрҙең нисек шулай килеп сығыуына ҡыҙыҡһынып, һорау бирергә юғалып ҡалдым.Ләкин һүҙҙе бабай үҙе дауам итте.
– Оло ҡыҙым күрше ауылдағы Себерҙә эшләп йөрөгән егеткә кейәүгә сыҡты. Аҡса табыу яғынан кейәүебеҙгә һүҙ тейҙереп булмай. Бик эшлекле, хужалыҡлы кеше. Ярай, ғаилә ҡороп күңелле генә йәшәйҙәр. Тормоштары матур барғанға шатлана башлаған инек, ер убылғандай булды ла ҡуйҙы. Икенсе ҡыҙҙы кейәүебеҙ эшкә урынлаштырырға Себергә алып китте. Ул аш бешереүсегә, кондитергә уҡып сыҡҡайны. Эйе, эшкә урынлаштырған. Рәхмәт. Ләкин бер ваҡытты ул ҡыҙыбыҙ бала күтәреп ҡайтты бит. Ә үҙе законлы бер кемгә лә иргә сыҡмаған. Еҙнәһенән ауырға ҡалған. Олоһо бында ирен көтә, ә ул тегендә балдыҙы менән донъя ҡорған. Беҙ ҡапсыҡ та ятмай. Оло ҡыҙым барыһын да белгән һәм һеңлеһенә ҡунаҡа барған кеше булып бөтөн һауыт-һабаһын, йыһаздарын ватып ҡайтҡан.
Төпсөк ҡыҙым институтты тамамлап диплом алғас ҡотларға тип бар балаларым ауылға йыйналышты. Шатланып һый – хөрмәт уҙғарып ултыра инек оло ҡыҙым:
–Йә, фәхишә, һөйлә, әсәйемә, нәмә ҡыланғандарыңды,–тине уртансыһына. Ә ул:
–Ауыҙыңды үлсәп ас, апай,–тине лә һауттағы һөттө апайының битенә һипте.
Араларына инеп тә өлгөрмәнек, оло ҡыҙым тегенеһенең маңлайына сүмес менән һуҡты. Китте һуғыш, ыҙғыш.Айырып алып ҡына булмай. Уртансы ҡыҙымдың кәүҙәһе лә, ауырлығы ла дәү, апайының сәсенән һөрәп ишек алдына сығарҙы ла, ямғырҙан ҡалған ерҙәге бысыраҡ һыуға башын тыҡты, күлмәген йыртып, өҙгәләп ярым шәрәгә ҡалдырҙы.Мендәрҙәрҙе һүтеп, йөндәрен йыуып йорт алдындағы таҡталарға киптерергә ҡуйғайныҡ. Оло ҡыҙым шуларға яңылыш йығылғайны, тәнендәге ер бысырағына йөндәр йәбешеп, шүрәле кеүек булды ла ҡуйҙы.Шундай хәлгә ҡалаһа ла тегенеһе туҡтамай һепертке менән туҡмай бит.Бахырҡай, урамға ҡасып сығарға мәжбүр булды, һеңлеһе унда ла туҡтамап ҡыуып йөрөттө.Хатта ауыл осона уҡ барып еттеләр.Бар ауыл халҡы уларҙы ҡарай, бала–саға фотоға, видиоға төшөрә.Был хәлдән һуң оялыуыбыҙҙан ай буйына урамға сығып халыҡ күҙенә күренә алманыҡ, ер тишегенә инеп ҡасырҙай булдыҡ.Видеоға төшөргән малайҙар интернетҡа ҡуябыҙ тигәс, уларға әллә күпме аҡса түләп саҡ бар донъяға оятҡа ҡалыуҙан ҡотолдоҡ.
–Оло ҡыҙығыҙ иренән айырылғандыр инде?
–Юҡ.Айырылышырға кейәү риза булманы.Уның Злотоуста ике ит магазины бар.Уларға ҡыҙымды директор итеп ҡуйҙы, дүрт бүлмәле фатиры бар.Һатыуҙан килгән аҡсаларҙың барыһына ла ҡыҙым хужа.Ҡулына аҡса эләккәйне ҡыҙымдың холҡо бесәй балаһы шикелле генә булды ла ҡуйҙы.
–Кейәүегеҙ оло ҡыҙығыҙҙы етем ҡалдырмаған бит.
–Шулай.Кейәүҙең аҡсаһы етәрлек.Уның тағын себерҙә приватизацияланған нефть һурып ултырған күп кенә качалькалары ла бар.
–Кейәүегеҙ хәҙер нисә бала атаһы булды?
–Ике ҡыҙымдан да икешәр балаһы бар ине, хәҙер бишәү булдылар.Ҡайһы арала өлгөргәндер инде,Силәбелә йәшәгән төпсөк ҡыҙымдың да күңелен яулап, ике йәшлек улы бар.Кейәүебеҙ уға ла ит магазины ойоштороп бирҙе.
–Дааа, аҡсаң күп булһа сибәр ҡыҙҙарҙың күңелен арбауы бер тингә лә тормай шул,–тинем.
–Шулай.Беҙ генә ярлы булып донъя матурлығын күрмәнек.
–Ҡыҙҙарығыҙҙың башын әйләндереүе хаҡында кейәүегеҙҙән һорағанығыҙ булдымы?
–Булды.
–Нәмә тине инде?
–Береһен дә башҡаларға бирмәйем,йәтим итмәйем, тик мин башлаған эштәрҙе, минән дә уҙҙырып дауам итһендәр, ирем бар, тип әҙергә-мәҙер йәшәмәһендәр,–тине лә ҡуйҙы.
–Тағын ниндәй хужалыҡтары бар һуң?
–Иң кесе ҡыҙым Ҡыйғы районынан биш баш “Лимузин” тоҡомло һыйырҙар һатып алды ла, ошо үҙебеҙҙең һарайҙа бәләкәй генә фермер хужалығы ойоштороп, ике күршене эшкә ҡабул итте, улар һыйыр һауҙы, үгеҙ быҙауҙарҙы бер тоннаға еткергәнсе үҫтереп һаталар. Мөжәүир ауылдаш уларға бесән, силос әҙерләп бирә.Ерҙәр сәселмәгәс бесән бик күп.Әле өс ҡыҙымда элеке колхоздан ҡалған дүрт һыйыр һарайын алып, ҙур ферма ойоштороп документтарын алып бөттөләр инде.Хәмзәне завферма итеп эшкә ектеләр.Һауынсы булып эшләргә ауыл ҡатындары түҙемһеҙлек менән көтөп кенә йөрөйҙәр.
–Был эштә кейәүегеҙҙең ҡулы уйнамай ҡалмайҙыр бит?
–А как же! Ҡыҙҙарҙы ҡаты тота.”Тапҡан аҡсаларҙы теге донъяла ҡабул итмәйҙәр.Ауылда ферма ойоштороғоҙ”,–тип генерал кеүек приказ биргән. Кейәү үҙебеҙҙең күрше ауылдарҙан ит йыя.Ит алыусы булғас халыҡа йән инде, дәртләнеп мал–тыуар, ҡош–ҡорт үрсетәләр. Былтырғы көҙҙә кейәүебеҙ бер ҡаҙҙы мең һумдан йыйып, режервераторлы машинаға тултырып Воркута ҡалаһына алып барып һатты.Ул яҡта халыҡ болан итенән бик ялҡа икән, шуға ҡаҙ ите үтә,ти.Хәҙер был эшен системаға һалып беҙҙең яҡтарға конкуренттарҙы индермәй.Заманса хеҙмәт кешеләре бына шулай була икән ул,Юнир ҡорҙаш.
–Кейәүегеҙҙе бер береһенән тартып алыуҙары хаҡында ҡыҙҙарығыҙҙан һорағанығыҙ булдымы?
–Бер тапҡыр һорап ҡараған инем, йылмайҙы ла ҡуйҙылар.Йәштәр араһына ҡыҫылып булмай. Беҙҙең кәңәште һанға ла һуҡмайҙар.Ҡатыным һөйләшкән .Шунан иң кесе ҡыҙым: “Әсәй, аҡсалы, бай ирҙәр сит ҡатындарға йөрөмәй, йәки һөйәркәһе булмай ҡалмай. Был самецтарҙың инстинкт законы.Еҙнәйҙең тапҡан аҡсалары, уңғанлығы сит ҡатындар ҡулына китмәһен, үҙебеҙгә ҡалһын өсөн уны тиҙ генә үҙемә ҡаратып,эйәләштереп алдым.Әммә апайымдарҙан ситләштермәйем, көнләшмәйем.Еҙнәйҙе эләктереп алыуҙы осораҡлы түгел, ә аңлы рәүештә эшләнем.Апайымдарға был хаҡта әйткәс: "Хәҙерге заманда уңған ирҙәргә, бәлки, шундай мөнәсәбәт кәрәктер”,– тип риза булдылар.Ҡыҫҡаһы: әсәй, мөхәббәт туйға тиклем генә кәрәк, унан һуң тормош башлана, тигән.
–Ҡыҙҙарығыҙ һеҙҙе оятҡа ҡалдырыуҙан ғәфү үтенделәрме?
–Ундай һүҙ булманы. Әлеге ваҡытта эштәре уңышлы бара ла бит, шулай ҙа уҙған йылдарҙағы холоҡтары беҙҙең замандың әхләгенә тура килмәгәс йөрәкте бесәй тырнай.
–Кейәүегеҙҙең оло ҡыҙығыҙ менән мөнәсәбәте нисек?
–Йәнәһе лә тормоштарында һауыт–һаба шылтырамаған кеүек йәшәйҙәр.Тағын бер бала көтәбеҙ.
–Оло ҡыҙығыҙҙың һеңлеләренә мөнәсәбәте нисек?
– Бер ҡулға алған эштәре булғас, йомшаҡ та, кешеләрсә лә, ауылға килгәндә һеңлеләренең балаларын яратып мунса индерә, бәләкәйҙәрен итәгенә ултыртып иркәләй, һөйә.Көнләшеп тауыш ҡуптарыуыҙан, дошманлашыуҙан файҙа юҡлығын аңланы инде.Көнләште ни, көнләшмәне ни кейәү барыбер үҙенекен эшләй. “Мин–ир кеше” тигән позицияһын бирмәй.Ҡыҫҡаһы: аҡса таба белгәс, ҡатындары менән еңел командалыҡ итә,–тип бабай һүҙен тамамланы.
Был ауылда концерт ҡуйып, мин төнгө берҙә генә фатирға ҡайттым.Ҡапҡа эсендә иномарка машинаһы ултыра.Тупһаға аяҡ баҫыуым булды бар йорт алды яҡтырҙы һәм өйҙән миңә таныш булмаған ир кеше килеп сыҡты ла:
–Әйҙәгеҙ, Юнир ағай, рәхим итегеҙ, мин был йорттоң кейәүе булам.Эштәрем ашығыс булһа ла, ауылда концерт хаҡында ишеткәс туҡтамай китмәнем, концерттығыҙҙы ҡараным, –тип үҙе менән таныштырҙы ла аласыҡа саҡырҙы. Унда самауыр выжлап беҙҙе көтә, әбей менән бабай йоҡларға ятҡандар. Кейәү һүҙен дауам итеп:–Эш артынан көнөн –төнөн сабам.Әйҙәгеҙ, ирҙәрсә ултырып бер ял итеп алайыҡ әле,– тине лә, өҫтәлгә конъяк сығарып ултыртты.Беренсе тост– танышыуға, икенсеһе – иҫәнлекә,өсөнсөһө – донълар именлегенә, дүртенсеһе – балалар , бишенсеһе – ҡатындарыбыҙ һаулығына булды.Артабан телдәр сиселгәс: Ул:
–Юнир ағай, бар районды шаулатҡан ир–мин булам инде. Моғайын, берәйһе һөйләмәй ҡалмағандарыр. Злотоустағы ит магазинымда эш бик уңышлы бара ине. Директор менән һатыусы минең лицинзияны файҙаланып үҙҙәренең тауарҙарын һатҡандар.Себерҙәге магазинемда ла шундай уҡ хәл. Коммерция эшендә сит кешеләр менән берләшеүе ышаныслы түгел.Саҡ ҡына ла ситкә китһәң, төп башыңа ултыртырға ғына торалар.Балдыҙҙы икенсегә ҡатын итеп алдым да, бар магазинде уға тапшырҙым.Ул үҙ ғаиләһенән үҙе урламай бит инде.Эштәр шәпләнде лә китте.Башҡаларына ла эш йөкмәттем.Бына бер ғаилә булғас, уңыштар ағын һыу кеуек алға бара һәм, ағай, өсөһөн дә тиң яратам–тине кейәү шатланып.
Уның уңыштары, мөхәббәте өсөн мин тост тәҡдим иттем.
Читайте нас в