Юл тигеҙ, көн арыу, ара-тирә гәпләшеп киләләр.
- Кисә «районка»ла бер егеттең - исеме әллә кем тенә - шиғырҙарын уҡығайным. Шәп яҙа, - тине ир һәм өҫтәп ҡуйҙы. - Мал сығырҙай. Нисек әле: «Көҙҙәрҙең дә була, яҙҙы хәтерләтеп, күңел осондорор йәмдәре…» Шулай шикелле. Һин уҡыныңмы?
Егеткә үҙенең шиғырын ят кеше ауыҙынан ишетеү ҡыҙыҡ тойолдо. Шаяртмаҡсы була хәйләле генә:
- Уҡыным. Тик оҡшаманы. Пүстәк шиғырҙар, - тимәһенме.
Бара биргәс, мотоцикл күтәрелгән юл ситенәрәк һалыулап туҡтаны, мәгәр моторы һүнмәне.
- Ә һин, ҡустым, үҙең пүстәк. Ундай әҙәмде тейәп йөрөмәһәм дә бәхил. Төшөп ҡал.
Шағир бағана ише һерәйеп ҡалды. Тартай теленән таба, тигәндәре ошолор инде.